Йәмғиәт
21 Ғинуар 2022, 04:00

Һәр ҡурсаҡтың үҙ яҙмышы...

 Әлфиә Камил ҡыҙы әлегә персонаждары менән айырылышырға теләмәй

Һәр ҡурсаҡтың үҙ яҙмышы...Һәр ҡурсаҡтың үҙ яҙмышы...
Һәр ҡурсаҡтың үҙ яҙмышы...

Рәссам Әлфиә Бикбулатова донъяла һәм Рәсәйҙә танылған шәхестәрҙең һындарын эшләү менән шөғөлләнә. Был ҡурсаҡтар араһында билдәле музыканттар Земфира Рамазанова, Юрий Шевчук, “The Beatles” төркөмө һәм әкиәт персонаждары бар. Бөгөн Милли музейҙа “Өфө һәм өфөләр. Кешеләр һәм ҡурсаҡтар” күргәҙмәһендә авторҙың ижади эштәре менән танышырға мөмкин.

Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы Әлфиә Бикбулатова үҙе тыуҙырған геройҙарҙың таланттары менән һоҡланып, илһамланып   ҡурсаҡтар ижад итә. “Һәр береһенең,  кешеләрҙеке кеүек,  үҙ яҙмышы. Берәүҙәре менән эш йәһәт бара, ҡайһылары менән оҙағыраҡ эшләргә тура килә. Костюмдарҙың һәр детален, прическаһы һәм аксессуарҙарын  ентекләп уйларға тура килә,” – ти рәссам.

Күргәҙмәгә килгән һәр кем ҡурсаҡтарҙың үҙ геройҙарына ике һыу тамсыһындай оҡшауын таный.  Ҡайһы берәүҙәр ижади эштәрҙе һатып алырға теләй. Әлегә Әлфиә Камил ҡыҙы персонаждары менән айырылышырға теләмәй, әммә заказ буйынса ҡурсаҡтар әҙерләргә әҙер. Күргәҙмәлә танылған шәхестәрҙән тыш, ҡала күренештәре һүрәтләнгән пейзаждар ҙа байтаҡ. Планда – яҙыусылар Сергей Аксаков һәм Сергей Довлатов, скрипкасы Владимир Спиваков һындарын эшләү. Әлфиә Бикбулатованың мауыҡтырғыс шәхси күргәҙмәһе Милли музейҙа 13 февралгә тиклем дауам итәсәк.

Фото:gtrk.tv

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас