Йәмғиәт
21 Ғинуар 2022, 11:00

Ҡыҙ баланы автобустан ҡыуып сығарғандар

Әле ваҡиғаға асыҡлыҡ индерәләр

Ҡыҙ баланы автобустан ҡыуып сығарғандарҠыҙ баланы автобустан ҡыуып сығарғандар
Ҡыҙ баланы автобустан ҡыуып сығарғандар

Ошо көндәрҙә Өфө эргәһендә урынлашҡан Михайловка ҡасабаһында юл хаҡы өсөн түләй алмаған өсөн ҡыҙ баланы автобустан ҡыуып сығарғандар.

Ҡыҙыҡай “Олимп” мәктәбендә белем ала. Ул көндө юлдар таҙартылмауы арҡаһында автобустар насар йөрөгән. Туҡталышында оҙаҡ көтөп торғандан һуң, уҡыусы бала бер километр самаһы араны йәйәү үткән. Икенсе туҡталышта иһә автобусҡа ултырған. Әммә һыуыҡтан телефоны һүнгәс, юл хаҡы өсөн түләй алмаған. Йәне көйгән кондуктор уҡыусыны юл уртаһында төшөрөп ҡалдырған. Балаға өйөнә тиклем тағы ике туҡталыш атларға тура килгән. Был хаҡта баланың әсәһе үҙенең социаль селтәрҙәрендә яҙып сыҡҡан.

Башҡортостандың балалар хоҡуғы буйынса уполномоченные Ольга Панчихина “Башавтотранс” компанияһының етәкселегенә хәлгә аңлатма биреүҙе талап итеп хат юллаған.

  • 2021 йылдың 7 мартында “Автомобиль транспорты һәм ҡала-ара электр транспорты Уставы” Фдераль законына үҙгәрештәр индерелде. Уларға ярашлы 16 йәшкә тиклемге балаларҙы транспорттан төшөрөп ҡалдырырға, ултыртмаҫҡа ярамай. Шул уҡ йылдың 1 майынан баланы юлда төшөрөп ҡалдырған водитель һәм транспорт команияһы етәкселегенә штраф һалыу ҡаралған.

Итернет селтәрендә иһә был ваҡиғаға ҡарата төрлө фекерҙәр яҙалар. Кемдер ҡыҙҙың әсәһен ғәйепләй: балаға ҡулаҡса бирергә кәрәк ине тиеүселәр бар. Икенселәр водитель менән кондукторҙа ғәйеп эҙләй. Өсөнсөләр автобуста китеп барған башҡа пассажирҙар ҡайҙа ҡараған һуң тип аптырай. Дөйөм алғанда иһә йәмғиәтебеҙ кешелек сифатын ҡайҙалыр юғалтҡан тип хафаланырға ҡала.

 

фото: mk-hakasia.ru

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас