

"Йәрмәкәй районында "Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү" федераль программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Уның төп маҡсаты - ауылдарҙа йәшәү шарттарын яҡшыртыу. Бөгөн тағы дүрт ғаилә ошо программа аша фатир алды", - тип хәбәр итә район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика секторы.
Йорттарҙың береһе Иҫке Турай ауылында урынлашҡан. Уның дөйөм майҙаны - 126 кв.метр, ул ике фатирлы.
Сапҡоловтар ғаиләһе - фатирлы булыу бәхетенә ирешкәндәрҙең береһе. Гүзәл менән Руслан ике бала тәрбиәләй. Ғаилә башлығы - урындағы крәҫтиән-фермер хужалығында тракторсы, ҡатыны - социаль приютта ашнаҡсы. 13 йыл элек ғаилә Октябрьский ҡалаһынан күсеп килгән, шунан бирле туғандарының йортонда йәшәгән. Ниһайәт фатирлы булыу - ғиләнең әлеге мәлдә иң ҙур ҡыуанысы.
Икенсе фатир асҡысы Рәил Латипов ғаиләһенә тапшырылған. Ғаилә башлығы - крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе. Райондың агросәнәғәт комплексында ул 20 йылдан ашыу эшләй. Хужалығы үҫемлекселек менән шөғөлләнә. Рәил Рәсим улы - социаль йүнәлешле эшҡыуар. Ғаиләлә ике бала үҫә.
Икенсе йорт Уҫман-Ташлы ауылында төҙөлгән. Майҙаны - 108 кв.метр. Бер фатир һөт-тауар фермаһында лаборант булып эшләгән Екатерина Андрееваға бирелгән, ул ике бала тәрбиәләй. Екатерина көн дә иртән Иҫке Шаһ ауылынан эшкә килеп йөрөгән, балаларына ла ауырыраҡ булған. Хәҙер, фатирлы булғас, улар ҡыуанышып Уҫман-Ташлыға күсеп килергә йыйына.
Асҡыстарҙы район хакимиәте башлығы Илшат Райманов тапшырған.
Үрҙә аталған программаға ярашлы төҙөлгән өйҙәр бар санитар һәм техник талаптарға яуап бирә. Улар заманса, ҡала фатирҙарынан бер нәмәһе менән дә ҡалышмай, йәшәр өсөн бар уңайлы шарттар булдырылған.
Фатирҙар торлаҡты яллау килешеүе буйынса бирелгән. Биш йыл буйы тейешле урында хеҙмәт иткәс, фатирҙы төҙөүгә киткән сығымдың 10 процентын ғына, ә 10 йыл эшләгәс, бер процентын ғына түләп, үҙ милкеңә әйләндерергә була.
Әйтергә кәрәк, "Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү" федераль программаһы Йәрмәкәйҙә 2020 йылдан алып бойомға ашырыла. Быйыл дүрт яңы йорт төҙөү, ә "Ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү" йүнәлешенә ярашлы, өс ауыл биләмәһендә евроконтейнерҙар ҡуйылған майҙансыҡтар эшләү күҙ уңында тотола.
Йәрмәкәй районы хакимәтенән.
Ынйы Шафиҡова фотоһы.