

“23.01.2022 көндөҙгө сәғәт 12-лә һеҙҙең йортта эвакуация көтөлә, - тиелә “фейк” документта. – Был ваҡытта йортта йәшәгәндәрҙең ихатала йыйылыуын һорайбыҙ. Үҙегеҙ менән шәхесегеҙҙе раҫлаған документ та булһын. Артабан һеҙҙе МЧС хеҙмәткәрҙәре администрация тарафынан алдан уҡ раҫланған маршрут буйынса оҙатып ҡуясаҡ. Һеҙ йортоғоҙҙо бер нисә көнгә ташлап китәһегеҙ. Шуға ла ишектәрегеҙҙе ныҡлап бикләгеҙ. Ваҡытлыса йәшәү урынында һеҙгә ГОСТҡа ярашлы аҙыҡ-түлек бүленәсәк. Балаларығыҙға ла ошондай уҡ шарттар ҡаралған”.
Докуменнтта шулай уҡ эвакуацияла мотлаҡ ҡатнашыу кәрәклеге әйтелә, кире осраҡта йәнәһе лә штраф ҡаралған.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан иҫкәртеүҙәренсә, Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡалаларында бындай саралар ойошторолмаған һәм ойоштороу планлаштырылмай ҙа. Бындай саралар үткәрелгән хәлдә мәғлүмәт алдан уҡ рәсми сығанаҡтарҙа, киң мәғлүмәт сараларында, уларҙың рәсми сайттарында баҫылыр ине.
Аныҡ һәм дөрөҫ мәғлүмәт менән “112” йәки 8(347) 279-90-00 телефондары аша танышып барығыҙ.