Йәмғиәт
23 Ғинуар 2022, 07:00

Игеҙәк һыңары игеҙ бәпәй тапҡан!

Бөрйән районында йылдың тәүге игеҙәктәре донъяға килгән.

Игеҙәк һыңары игеҙ бәпәй тапҡан!Игеҙәк һыңары игеҙ бәпәй тапҡан!
Игеҙәк һыңары игеҙ бәпәй тапҡан!

Яңы йылдың иң шатлыҡлы ваҡиғаһы булып Бөрйән районының Иҫке Собханғолда йәшәүсе Азат һәм Инзирә Ишморатовтарҙың игеҙәк балалары - улдары һәм ҡыҙҙары донъяға килгән. Шатлыҡлы хәбәр менән райондың "Таң" гәзите үҙенең төркөмөндә уртаҡлаша.

"Нимә генә булһа ла, шөкөр, тормош дауам итә: яңы ғаиләләр барлыҡҡа килә, туйҙар үтә, милләт ҡотон арттырып, сабыйҙар донъяға килә...
Ана, бөгөн дә һөйөнөслө хәбәр ишетеп ҡыуандыҡ: Бөрйәнебеҙҙә быйылғы йылдағы тәүге игеҙәктәрп донъяға килгән. Иҫке Собханғолда йәшәүсе Азат һәм Инзирә Ишморатовтарҙың Шайморат исемле ике йәшлек улдары бер юлы ҡустылы ла, һеңлеле лә булған. Әйткәндәй, Килдеғол һылыуы Инзирә үҙе лә игеҙ һыңары – игеҙәге Нурзилә лә Хазина исемле матур ҡыҙ үҫтерә.
Бер көндә күп балалыға әйләнгән Ишморатовтарға киләсәктә лә шулай шатлыҡтарының ишле булыуын, балаларының имен-һау үҫеп, үҙҙәрен гел ҡыуандырып һәм ғорурландырып йәшәүен теләйбеҙ".

Беҙ ҙә йәш ғаиләнең шатлыҡ-ҡыуанысын уртаҡлашабыҙ, сабыйҙарҙың иҫән-һау үҫеүен теләйбеҙ!

Фото һәм сығанаҡ: "Таң" гәзите төркөмөнән.

Игеҙәк һыңары игеҙ бәпәй тапҡан!
Игеҙәк һыңары игеҙ бәпәй тапҡан!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас