Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ғинуар 2022, 13:30

Ике улын юғалтҡандан һуң...

Асҡын районы хакимиәте башлығы ҡайғылы хәбәр еткерә.

Ике улын юғалтҡандан һуң...
Ике улын юғалтҡандан һуң...

Бөгөн иртән ауыр хәбәр билдәле булды. Йәшләй генә коронавирустан һәләк булған Асҡын районының элекке хакимиәт башлығы Ришат Дихиндың атаһы Марат Дихин вафат. Был турала Асҡын районының әлеге хакимиәт башлығы Динис Йосопов социаль селтәрҙә үҙенең сәхифәһендә хәбәр итә.

“Бөгөн иртән Марат Дихин арабыҙҙан китте. Ике улын юғалтыу ҡайғыһы атай йөрәгендә тәрән яралар ҡалдырған... 4 апрелдә уға 72 йәш тулыр ине. Ул бар ғүмерен райондың энергетика системаһында эшләүгә арнаны.

Марат Әғзәм улының ҡатыны Розалия Нәҡип ҡыҙы, туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Һеҙҙең менән бергә ҡайғырам. Ауыр тупрағы еңел булһын”, – тип яҙҙы ул.

Ришат Дихинға 33 йәш ине. 2019 йылдың март айында уны Асҡын районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнеләр. 2018 йылдан Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләгәйне. Ришат Марат улы Асҡын районының Урмияҙ ауылында тыуып үҫкән, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Ә дәүләт хеҙмәтенә күскәнгә тиклем беҙҙең “Башҡортостан” гәзитендә баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләне. Коллектив менән шунда уҡ уртаҡ тел тапты. Олоһо менән дә, кесеһе менән дә ихлас аралашып эшләне, йәшәне. Иҫ киткес алсаҡ, яҡты кеше булды. Йөҙөнән йылмайыу китмәне. 

Фото: "Бәйләнештә". 


 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: