

Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы халыҡтың сәләмәт туҡланыуын ойоштороу буйынса дөйөм Рәсәй пилот проектында әүҙем ҡатнаша. Был турала Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең төбәк идаралығы етәксеһе Анна Казак республика Хөкүмәтенең онлайн-режимда үткән оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.
– Башҡортостан илдең тәүге биш төбәге иҫәбендә "Роспотребнадзор” менән Туҡланыу һәм биотехнологиялар федераль тикшеренеү үҙәгенең аҙыҡ-түлек тауарҙарының сифатын һәм хәүефһеҙлеген контролдә тотоу буйынса пилот проектына инде, – тине Анна Казак. – Ауыл хужалығына яңы технологиялар индереү, ит продукттары, һөт һәм кондитер изделиелары, ярымфабрикаттар, емеш-еләк, йәшелсә һәм бакалея етештереүҙә һәм һаҡлауҙа прогрессив асыштар ҡулланыу мотлаҡ санитар-гигиена нормаларын үтәүҙе һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген талап итә. Был талаптарҙы күҙәтмәү йәшәү сифатының түбәнәйеүенә һәм ҡайһы бер ауырыуҙарҙың үҫеүенә килтерә.
Был проект буйынса “Роспотребнадзор” магазин кәштәләрендә ҡуйылған аҙыҡ-түлек сифаты күрһәткестәренә киңәйтелгән лаборатор контроль алып бара, социаль учреждениеларҙа туҡланыу технологияларын тикшерә.
Өс йыл эсендә республикала федераль бюджет аҡсаһына 58 меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән. Санитар табиптар йышыраҡ һөт һәм балыҡ ризыҡтарын, ит, колбаса һәм кондитер изделиеларын әҙерләүҙәге боҙоуҙарҙы асыҡлай. Сифатһыҙ һәм хәүефле продукция тураһында мәғлүмәттәр сайтҡа ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын, тауарҙарҙың, эштәрҙең һәм хеҙмәттәрҙең сифатын һәм хәүефһеҙлеген яҡлау бүлегенә индерелә.
Айырым иғтибарҙы идаралыҡ балаларҙың балалар баҡсаһы һәм мәктәптәге туҡланыуына бүлә.
– Республикала 2018 йылдан алып Башҡортостан етәкселегенең идара итеүгә бәйле ҡарарҙар ҡабул итеүе һөҙөмтәһендә мәктәп туҡланыу блоктарының матди-техник базаһы яҡшыртылды, балалар өсөн продукция етештереүҙә технологик алымдар камиллаштырылды һәм һөҙөмтәлә мәктәп уҡыусыларының туҡланыу сифаты яҡшырҙы, – тине республиканың баш санитар табибы Анна Казак. – Төбәктә мәктәптәрҙә иртәнге һәм төшкө аш составын анализлау аҡһым, май, углеводтар һәм калориялылыҡ кеүек күрһәткестәр буйынса рациондарҙың балаларҙың төп туҡланыу һәм энергия компоненттарына уртаса ихтыяжына тап килеүен асыҡланы. Беҙ тән индексы күрһәткесе буйынса мәктәп йәшендәге балаларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең туҡланыу торошон тикшерҙек. Һәм малайҙарҙың тән ауырлығы индексы буйынса норманан артыуы ҡыҙҙарға ҡарағанда статистик яҡтан йышыраҡ булыуын асыҡланыҡ. Атайҙарға ла, әсәйҙәр менән сағыштырғанда, тәне артыҡ ауырлыҡта һәм тән ауырлығы индексы буйынса норманан артыҡ булыу хас.
“Роспотребнадзор” "Сәләмәт туҡланыу" тигән махсус сайтты ғәмәлгә индерҙе, унда әленән 32 файҙалы туҡланыу программаһы тәҡдим ителгән. Рацион төҙөүҙән тыш, сервис аш-һыуҙың калориялылығын, тән ауырлығы индексын иҫәпләп сығарырға, балалар һәм өлкәндәр өсөн миҙгелле дөрөҫ туҡланыу буйынса кәңәштәр алырға, күнекмәләр программаһын һайларға, эксперттарға һорауҙар бирергә мөмкинлек бирә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа власть органдарының, сауҙа селтәрҙәренең сәләмәт туҡланыу буйынса төбәк программаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса эшен көйләргә ҡушты.
– Был бик мөһим эш йүнәлеше, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Балаларҙы нисек кенә сәләмәт туҡландырырға тырышып, менюға парҙа бешерелгән кәтлиттәрҙе индерһәк тә, ләкин әгәр өйҙә ғаилә ҡыҙҙырылған аштарға өйрәнһә, бындай баланы кире уйлатыу бик ауыр. Беҙҙең бурыс – өлкәндәргә һәм балаларға сәләмәт туҡланыуҙың файҙаһын аңлатыу.
Фото: gkgazeta.ru