

Бөгөнгө иртәнге “Сәләм” телетапшырыуында Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская ҡатнашты. Халыҡты бөгөн “омикрон” штамынан, битлек режимын һаҡлауҙан, сирҙе йоҡтормау мәсьәләләренән башҡа нимә борсой? Баҡһаң, хәл итәһе бурыстар етерлек икән. Мәҫәлән, баш ҡаланың Достоевский һәм Менделеев урамдарында ике йортта эҫе һыуҙың һәм йылылыҡтың булмауы халыҡтың кәйефен ныҡ ҡырған. Киров районы торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре ял көндәрендә был етешһеҙлекте бөтөрөү, йорттарҙы йылылыҡ менән тәьмин итеү буйынса ҙур эш башҡарған.
Халыҡты әүәлгесә юлдарҙы таҙартыу проблемаһы барыһынан да элек нығыраҡ борсой. Ял көндәрендә ҡар аҙ яуыуына ҡарамаҫтан, көрттән таҙартылмаған урамдар, ауылдар бар әле. Ҡышҡы көрт баҫҡан урамдар йәшәү шарттарын ҡатмарлаштыра. Халыҡтың һорауы буйынса, Федоровка районының Михайловка һәм Юлдаш ауылдары араһындағы юлды ҡар өйөмдәренән таҙартып, машиналар өсөн йөрөү юлдарын асҡандар.
Үткән аҙнала Благовещен ҡалаһы халҡы үҙҙәрендә сүп-сар полигоны төҙөү мәсьәләһенә ҡаршы сығып, ҡәнәғәтһеҙлеген белдергәйне. Елена Прочаковская әйтеүенсә, һүҙ бында полигон төҙөү тураһында түгел, ә сүп-сарҙы сортҡа айырыу, эшкәртеү эшен ойоштороу тураһында бара.
Муниципаль район башлыҡтары былтыр социаль селтәрҙәрҙә ниндәй эш алып барған, кемдең күпме подписчигы бар, уларҙы күпме кеше уҡыған , “лайк”тарҙы кем күберәк йыйған - Елена Прочаковская ошо рейтинг менән таныштырҙы. Беҙҙеңсә, иң мөһиме – кем күберәк файҙалы эш башҡарған, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл иткән, халыҡ мәнфәғәттәрен күҙәткән етәкселәр баһаланырға тейеш.
Фото:”Башинформ”.