

Бөгөн Башҡортостанда ла, Татарстанда ла берҙәй популяр йырсы Гүзәл Уразованың әсәһенең күркәм байрамы икән - ул тыуған көнөн билдәләй. Был уңайҙан ҡыҙы - күптәрҙең яратҡан йырсыһы социаль селтәрҙәр аша йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәрен еткергән.
"Әсәйем минең, бөгөн һинең тыуған көнөң. Ни генә теләһәм дә аҙ булыр. Башта беҙ, балаларың, тип тырыштың, хәҙер ейәндәреңде үҫтерергә ярҙамлашып йәшәйһең. Рәхмәттәребеҙҙең иң олоһон, теләктәребеҙҙең иң изгеһен еткерәбеҙ һиңә. Сәләмәт бул, оҙон ғүмерле бул. Атайыбыҙ менән һәр бер көнөң шатлыҡта, ҡыуаныста үтһен. Һин беҙҙең наҙлы ҡосағыбыҙ. Мин һине бик яратам! "Оҙаҡ йәшә, әсәйем, шатлыҡ менән" - был йырҙы һиңә бағышлап йырлағайным, һәр ваҡытта ла шулай булһын!"
Фото: Инстаграм.