

Былтыр Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән бер туған ағалы-ҡустылы Фәйез, Рафиҡ һәм Рәфис Ҡунаҡҡоловтар яҙмышы тураһында күп яҙҙыҡ, шуға күрәме икән күптәр "Ҡайҙа булды улар, ниңә Ҡунаҡҡоловтар тураһынды яҙмай ҡалдығыҙ?" - тигәстәр, уларҙың хәлен белешергә булдыҡ.
Баҡтиһәң, ағалы-ҡустылы беҙҙең геройҙарыбыҙҙың тормоштары тамам яйланып, бар уңайлыҡтар булдырылған йылы өйҙә урындыҡ өҫтөндә ултырып, рәхәтләнеп бағыусылар бүләк иткән "Осҡон", "Башҡортостан-Йома" гәзиттәрен һәм "Ағиҙел" журналын уҡып, район, республика яңылыҡтары менән танышып, матур хикәйәләр уҡып, шиғырҙар ятлап йәшәп яталар икән. Был хаҡта беҙгә Ҡунаҡҡоловтарҙың яҡын дуҫы Идия Ғәлимова хәбәр итте һәм фотоға төшөрөп ебәрҙе. Хатта уларҙың рәхмәт һүҙҙәрен белдергән видеоны һалырға ла онотмаған.
Шаян йөҙлө Рәфис "Ағиҙел" журналының шиғырҙарын яратып уҡып, үҙе лә шиғыр, таҡмаҡ сығарһа, Рафиҡ күберәк "Осҡон"ға күҙ һалам, ти. Ә бына иң өлкән Фәиз ағалары иң тәүҙә "Башҡортостан" гәзитен ала.
Идия Ғәлимова белдереүенсә, яҡшы яңылыҡтар ҙа бар икән. Ниһайәт, Рәфискә беренсе төркөм инвалиды бирелгән, аҡсаһы ла бер аҙ өҫтәлгән. Рафиҡтың да шатлығы ҙур, ул да суд аша йорттарын үҙенә рәсмиләштерә алған. Бына шундай ҡыуаныслы хәбәрҙәр еткерҙе беҙгә Идия ханым.
Фото: Идия Ғәлимова.