

“Һигеҙ йыл бергә йәшәйбеҙ, әммә ирем миңә өйләнергә ашыҡмай. Үҙе яҡшы, хәстәрлекле. Беҙгә ЗАГС-ҡа барып яҙылыр өсөн бер нимә лә ҡамасауламай кеүек, – тип аптырай Әминә. – Икебеҙҙең дә беренсе ғаиләбеҙҙән бала бар. Уның улы – беренсе ҡатынында, минең ҡыҙым беҙҙең менән бергә. Минең өсөн законлы никахта булыу бик мөһим. Бындай мөнәсәбәттәр ялҡытты. Яуаплылыҡтан ҡасыу кеүек ҡарайым быға...”
“Ниңә миңә Ринат тәҡдим яһамай? Бына тигән эшем бар, үҙем насар хужабикә лә түгелмен кеүек. Инде нисәмә йыл бергә йәшәйбеҙ: бер нимә лә үҙгәрмәй. Былтыр үҙем уға таныштар алдында законлы ғаилә ҡороу хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡайным. “Бер йылдан һуң”, – тип яуап биргәйне. Тик ваҡыт үтте, ә никах тураһында һүҙ ҙә юҡ. Барыһы ла элеккесә. Һәр ваҡыттағыса: “Аҙаҡ ҡарарбыҙ, әле түгел”, – ти. Һәр саҡ: “Ҡасан һуң? 50 йәш тулғасмы?!” – тип һорағы килә. Әле үҙемдең икенсегә бала теләүем хаҡында өндәшмәйем. Улым булып, уны көн дә яратып ҡосаҡларға ине. Ә ваҡыт уҙа...”
Әминәгә әле – 35 йәш. Ринатына – 37. “Ниңә улай икән? Ниңә миңә өйләнергә ашыҡмай?” – тигән уйҙар уны көн һайын йөҙәтә. Тик бына ваҡыт ҡына көтмәй, туҡтауһыҙ алға тәгәрәй, ғүмер йомғағын һүтә...
Айһылыу НИЗАМОВА