Йәмғиәт
25 Ғинуар 2022, 04:43

Атай яҙмышы – ил яҙмышы

“Ул күңелемдә ғәҙеллек, тоғролоҡ өлгөһө булып йәшәй”

Атайҙар – ил терәге, ғаилә таянысы. Ил намыҫын һаҡлау, яҡты уйҙар, бөйөк идеялар менән йәшәү – ир заты иңендә, атайҙар намыҫында. Тарихтың яҡты һәм данлы биттәре  лә уларҙың яҙмышы менән тығыҙ бәйләнгән. Олоғайған һайын үҙҙәренең ҡәҙерен нығыраҡ  белә, эске донъяларын яҡшыраҡ баһалай башлайһың кеүек.

Былтырҙан башлап  илебеҙ тарихына тағы бер күркәм байрам килеп инеүенә шаһит булдыҡ. Беҙ йыл һайын Атайҙар көнөн билдәләйәсәкбеҙ. Рәсәй Президенты Указына ярашлы, октябрь айының өсөнсө йәкшәмбеһендә атайҙар үҙҙәренең рәсми байрамын үткәрәсәк. Ғөмүмән, был байрам донъяның утыҙҙан ашыу илендә күптән киң таралған.

 

Ауылға нигеҙ һалған

 

“Атайыбыҙ Тимербулат Миңлеғәле улы Юлдашев, балалары өсөн генә түгел, бөтә туған-ырыуы, яҡташтары өсөн терәк һәм маяҡ булды, – тип һағынып хәтерләй ҡәҙерле кешеһен медицина фәндәре докторы, профессор Марс Тимербулат улы Юлдашев. – Уның тураһындағы хәтирәләрҙе түкмәй-сәсмәй ғүмерем буйы йыйып барҙым. Атайымдың яҙмышы ил хәстәре, тыуған төйәге, ауылдаштары хәтере, заманалар ағышы менән тығыҙ бәйләнгән. Уның үткән тормош юлын барлайым да, халҡыбыҙ иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы, шатлыҡлы мәлдәрҙе, ҙур тырышлыҡ менән өлгәшелгән еңеүҙәрҙе бөгөнгөләй кисерәм... Бер шәхес яҙмышында – ил, төбәк, тыуған ер яҙмышы”.

Хәҙер инде үҙе күптән атай, олатай булған, оло хеҙмәт ҡаҙаныштарына өлгәшкән билдәле шәхес-табиптың донъяла иң ҡәҙерле кешеһе – атаһы тураһындағы иҫтәлектәре менән уҡыусыларыбыҙҙы ла таныштырмаҡсыбыҙ.

“Атайым Тимербулат Юлдашев 1915 йылда хәҙерге Стәрлебаш районының Ҡаранай ауылында тыуған. Ауылға Емельян Пугачевтың иң баш полковнигы, башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе Ҡаранай Морат улы нигеҙ һалған. Ҡаранай батыр Бөрйән ырыуы старшинаһы булған, Ҡараһаҡал етәкселегендә батша хөкүмәтенә ҡаршы оло ихтилалда ҡатнашҡан, – тип табип тыуған яғының тарихы, олатаһының тормошо тураһында мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. – Атайымдың атаһы – Миңлеғәле Әхмәт улы Юлдашев 1932 йылда Ҡаранай ауылында колхоз ойошторған. 30 хужалыҡ үҙҙәре теләп колхозға ингән һәм олатайымды үҙҙәренең рәйесе итеп һайлаған. Аҙаҡ Ҡаранай ауылынан айырылып сығып, дүрт саҡрым алыҫтараҡ Йәшелкүл тип атап йөрөтөлгән күлдең туғайында ултыраҡҡа нигеҙ һалған. Уны ла Йәшелкүл тип атағандар. Атайымдың балалыҡ һәм үҫмер йылдары ошо Ҡаранай һәм Йәшелкүл ауылдарында уҙған да инде.

Был йылдарҙа Ҡаранайҙа мәктәп булмағанлыҡтан, олатайым атайымды, уҡытырға тип, Йомағужа ауылындағы бер туған һеңлеһе Мәрйәмбикәгә алып барған. Киләһе йыл атайымды Иҫке Ҡалҡаш тигән ҙур ғына башҡорт ауылы мәктәбенә уҡырға илткән. Атайым, ҡәрҙәш-туғандарҙа фатирҙа тороп, көн дә йәйәүләп мәктәпкә йөрөгән. Уҡыуға бик әүәҫ булған, зиһене һәм тырышлығы арҡаһында бер уҡыу йылы эсендә дүрт класты тамамлаған. Тыумыштан килгән һәләте һәм зиһене алдағы тормошонда ла ныҡ ярҙам иткән.

Ошонан һуң олатайым улын Банковка тигән ауылдағы ете йыллыҡ рус мәктәбенә уҡырға илтә.

Аҙаҡ 1934 йылда атайым Дәүләкән ҡалаһындағы педагогия техникумын тамамлай. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы йәш белгесте Бишбүләк районының Аҙнай ауылына уҡытыусы итеп тәғәйенләй. Мең ырыуы башҡорттары йәшәгән ауыл Өйәҙе йылғаһының Дим йылғаһына килеп ҡушылған бик матур туғайлыҡта урынлашҡан.

Атайым Гөлшәмсә Имашеваға өйләнеп, татыу ғаилә ҡора. Тәүге улдары Әнүәрҙән һуң, 1937 йылдың 14 апрелендә, икенсе булып мин донъяға килгәнмен. Әммә атайымдың белемен камиллаштырыу маҡсаты һүнмәй, ул Өфөләге уҡытыусылар институтына уҡырға инә. Һәм 1939 йылда юғары белемле, дипломлы уҡытыусы булып эш башлай. Стәрлебаш районының Табылды ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпкә директор итеп тәғәйенләнә…”

Шул уҡ йылдың көҙөндә Тимербулат Юлдашевты Стәрлебаш районы Советындағы халыҡ мәғарифы бүлегенә етәксе итеп күсергәндәр. Оҙаҡ эшләргә тура килмәгән, “әрме хеҙмәтеңде үтәмәгәнһең”, тип 1939 йылдың ноябрь айында Ҡыҙыл Армия сафына оҙаталар.

Шулай итеп, ул ғаиләһен Йәшелкүл ауылында көн күргән атаһы Миңлеғәле менән инәһе Йомабикәгә ҡайтарып ҡуйырға мәжбүр була. Ҡатыны Гөлшәмсә, улдары Әнүәр, Марс, Юрис олатай-өләсәй менән йәшәй башлай. Гөлшәмсә Ҡаранай ауылындағы башланғыс мәктәп мөдире булып эшләй.

 

“Ғәҙеллек һуңыраҡ килде…”

 

“Атайымдың ҡарамағында береһенән-береһе бәләкәйерәк өс бала, ҡарт ата-әсәһе булыуы ла армия сафына оҙатыуға ҡамасауламай. Ул Советтар Союзының иң тынғыһыҙ көнбайыш сигендәге сик буйы һаҡсылары часына эләгә. Яҡшы хеҙмәт итеп, оҙаҡламай Тыуған иленә ҡайтыу хыялы менән янып йәшәгән саҡта, 1941 йылдың 22 июне бөтә яҡты уйҙарҙы юҡҡа сығара. Ете йылдан һуң ғына атайым тыуған Башҡортостанына, Йәшелкүлгә әйләнеп ҡайтты. Аяуһыҙ һуғыш хәтирәләре уға ғүмер буйына тынғылыҡ бирмәне… – тип хәтерләй Марс Тимербулат улы. – Хәрби частың ике тапҡыр ҡамауҙа ҡалып, сигенергә мәжбүр булыуы, көньяҡҡа ағылған халыҡты немец самолеттарының йыртҡыстарса бомбаға тотоуы, пушкаларҙан ҡырыуы һәм башҡа вәхшилектәрҙе иҫкә төшөрөп һөйләгәндә шул тиклем тулҡынлана, ирекһеҙҙән аҡҡан күҙ йәштәрен тыя алмай торғайны”.

Атайым хеҙмәт иткән хәрби часть төньяҡ Кавказға тиклем сигенергә мәжбүр була. Һуғыш осороноң иң ҡаты, хәл иткес ваҡытында – 1942 йылда ул Коммунистар партияһына инә һәм батальон политругы итеп тәғәйенләнә.

Кавказ, Ҡырым, Украина һәм Молдавияны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көнөн Одесса ҡалаһында ҡаршылай. Шулай итеп, Бөйөк Ватан һуғышы башлан­ған тәүге сәғәттән алып яугир иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы кисереп, 1946 йылдың көҙөндә тыуған яҡҡа ҡайта.

Атайымдың байтаҡ хәрби наградалары бар ине: I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Одессаны азат иткәне өсөн”, “Кавказды обороналаған өсөн”, “Ҡырымды азат иткәне өсөн”, “1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгәне өсөн” миҙалдары һәм башҡалар. Ҡыҙғаныс­ҡа ҡаршы, ҡайһыларын хәтерләмәйем дә, уларҙың ҡиммәтен, бәҫен аңлап та бөтмәгәнбеҙҙер. Иҫемдә, ул саҡта бала-саға яугирҙәрҙең наградаларын уйынсыҡ урынына күреп, тағып йөрөтөп, юғалтып бөтә торғайны. Заманында һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәргә тейешле ихтирам, льгота, лайыҡлы пенсия ла булманы бит. Ғәҙеллек һуңыраҡ килде...” – тип үкенес менән иҫкә ала Марс Тимербулат улы.

Тиңдәшһеҙ алыштарҙа еңеү яулап, иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан һалдаттар өсөн “икенсе фронт” башлана. Тимербулат Юлдашевты Стәрлебаш район комитетының ойоштороу бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Эш муйындан: ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу, көрсөккә терәлгән колхоздарҙы күтәреү, халыҡты туйындырыу, мал-тыуарҙы һаҡлап ҡалып, ҡышты имен-аман сығарыу, яҙғы сәсеүгә әҙерләнеү һәм башҡа бик күп мәшәҡәттәр. Етәксегә көнө-төнө ауылдарҙа, колхоздарҙа йөрөп, халыҡ менән аралашырға, кәңәшләшергә, эште ойошторорға тура килә. Уның принципиаллеге, бөтә көнүҙәк бурыстарҙы еренә еткереп башҡарыуы, үҙенә һәм кешеләргә талапсан булыуы ҡатмарлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Партияның өлкә комитеты, Юлдашевтың тырышлығын баһалап, уны райкомдың икенсе секретары итеп тәғәйенләй. Хужалыҡтарҙы бөлгөнлөктән сығарыу, халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыу, кисектергеһеҙ социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса көрәш киң йәйелдерелә.

Ә 1950 йылдың көҙөндә Тимербулат Миңлеғәле улы Стәрлебаш рус урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә. Мәктәп ул йылдарҙа ҙур булмаған ағас йортта урынлашҡан була (әле унда музей), уҡытыу ике сменала алып барыла. Бөтә ауылдарҙағыса бина утын яғып йылытыла, һыуҙы ҡойонан ташыйҙар.

Район етәкселәрен был мәсьәлә ул тиклем ҡыҙыҡһындырмай ҙа, сөнки колхоз эштәре, иген үҫтереү, мал үрсетеү, пландарҙы үтәү һәм башҡа хәл иткес проб­лемалар тынғылыҡ бирмәй. Мәктәптәрҙе хәстәрләү, уҡытыу шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһе бер ни тиклем ситтәрәк ҡала. Директор белем биреү, кадрҙар менән тәьмин итеү проблемаларынан тыш, яңы мәктәп төҙөү уйы менән яна, тәҡдиме менән Өфөгә, мәғариф министрлығына мөрәжәғәт итә. Ныҡышмаллыҡ бушҡа китмәй, етәксе рөхсәт алып ҡайта. Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан мәктәп төҙөргә участка ла бирелгән булған, ләкин илгә килгән бәлә бөтә пландарҙы селпәрәмә килтергән. “Ана шул урынға бинаны һалырға кәрәк” тигән ҡарар ҡабул ителә партияның район комитетында. Юлдашев уны ысын күңелдән хуп­лап, бар тырышлығын эшкә егә.

Төҙөлөш өсөн әллә күпме кәрәкле материалдарҙы ҡайҙан алырға? Ташты тау башынан нисек ҡаҙып, ватып сығарырғамы? Арба менән ташыу өсөн күпме ат, үгеҙ кәрәк булыр? Цементты Стәрлетамаҡтан ҡайтарырҙар, ә бүрәнә, таҡтаны нисек йүнләргә? Ошондай баш ҡатырғыс мәсьәләләрҙе бер-бер артлы хәл итергә тура килә етәксегә.

 

Тынғыһыҙ мәктәп директоры

 

Ниһайәт, 1954 йылдың 1 сентябрендә тантаналы рәүештә яңы мәктәп асыла. Уҡыусыларҙың ике ҡатлы мәктәптә уҡый башлауы Стәрлебаш халҡы өсөн ҙур шатлыҡлы ваҡиғаға әүерелә. “Беҙҙең VIII класс уҡыусылары бинаның икенсе ҡатындағы бүлмәлә уҡыясаҡ, иркен мәктәптә буяу, яңы парталар еҫе аңҡый. Күңелдәрҙә шатлыҡлы хистәр, тантана хакимлыҡ итә, һөйләп аңлатырлыҡ түгел ул ваҡыттағы кисерештәрҙе, – тип бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлаша Марс Тимербулат улы. – Атайым уҡытыу эшен юғары кимәлгә күтәреү, юғары белемле уҡытыусыларҙы йәлеп итеү өсөн ифрат ҙур көс һалды. Хәтеремдә, рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытырға Валентина Майструк, математиканан – Полина Уржумцева, физиканан – Фаил Ҡәйепов, химиянан – Маргарита Гашева, һыҙманан – Валентина Лысенкова, тарихтан – Дарвин Иҙрисов, физкультура һәм хәрби эштән – Зөфәр Йосопов, инглиз теленән Анна Ныркова һәм башҡа юғары белемле, һәләтле уҡытыусылар килде. Белем һәм тәрбиә биреү кимәле күҙгә күренеп яңы бейеклектәргә күтәрелде”.

Яңылыҡҡа ынтылыусан, алдынғы ысулдарҙы эштә ҡулланырға тырышҡан етәксе, районда беренсе булып мәктәптә хеҙмәт дәресен индерә. Оҫтахана астырып, эшкә балта оҫталарын саҡыра. Тимербулат Миңлеғәле улының тағы бер ҡаҙанышы – мәктәптә электр станцияһы урынлаштырыу  хаҡында әйтмәү мөмкин түгел. Ул осорҙа бары район мәҙәниәт йорто һәм партияның район комитеты ғына электр уты менән яҡтыртылған, ә башҡа кәнсә, мәктәп һәм мәҙәниәт усаҡтарының көнө кәрәсин лампаһына ҡалған. Мәктәп директоры төрлө юлдар менән бәләкәй генә электр станцияһы алыуға өлгәшә. Электр селтәрен үткәреүҙә яҡташтар Әхмәт Хисмәтуллин һәм Вәлит Туҡтаров оҫталыҡ һәм ныҡышмаллыҡ күрһәтә. Шулай итеп, 1955 йылдың көҙөндә мәктәптә “Ильич лампалары” балҡып яна башлай. Ниһайәт, уҡыусылар һәм уҡытыу­сылар кәрәсин лампаларынан ҡотола.

Тынғыһыҙ мәктәп директорын тағы бер уй борсой, балаларҙы техникаға ылыҡты­рыуҙы нисек ойошторорға? Хыялын тор­мошҡа ашырыу өсөн райондың башҡарма комитеты рәйесе Садиҡов ярҙамы менән ике иҫке “ГАЗ-51” автомашинаһы алыуға өлгәшә. Бер автомашинаны һүтеп өйрәнергә, икенсеһен ремонтлап, машина йөрөтөүҙе үҙләштерергә мөмкин дәбаһа... Был эштәрҙе ойоштороу өсөн МТС директорының хәләл ефетен, юғары белемле инженер Лысенкованы мәктәпкә эшкә ала. Шулай итеп, директор Юлдашев, районда беренсе булып, мәктәптә “Машиноведение” дәресен уҡытыуҙы индерә. “Ысынлап та, беҙ, VIII, IX һәм X класс малайҙары, бер машинаны үҙ ҡулдарыбыҙ менән һүтеп, бөтә деталдәрен өйрәндек. Икенсе автомашинаны ремонтланыҡ һәм уны йөрөтөргә өйрәнә башланыҡ. Был машина хужалыҡҡа бик күп йылдар хеҙмәт итте. Уның шоферҙарын – Фәрит һәм Вара абзыйҙарҙы – әле булһа яҡшы хәтерләйем. Мәктәптең иҫәпһеҙ-һанһыҙ хужалыҡ эштәрен ошо шоферҙар башҡарҙы ла инде”, – тип йылылыҡ менән иҫкә ала ауылдаштарын Марс Тимербулат улы.

Мәктәп директорының ул саҡтағы эшмәкәрлеген күҙ алдына килтереүе лә ауыр, тынғыһыҙ етәксе, оҫта ойоштороусы, эҙләнеүсән, яңылыҡҡа ынтылыусан педагог булыу өҫтөнә халыҡ араһында абруйың булыуы ла мөһим. Был йәһәттән уның Стәрлебаш ауылында ғына түгел, ә бөтә районда билдәле шәхес икәнлеге бәхәсһеҙ. Тәрән ихтирам менән уны “директор абый”, “Юлдашев абый” тип йөрөтә стәрлебаштар. Бөтә уҡытыусыларға остаз, тәжрибәле, аҡыллы кәңәшсе, ярҙамсы була белә. Нисек кенә тормош ауыр булмаһын, һуғыштан һуңғы аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөргән саҡтарҙа ла етәксе таҙа, бөхтә итеп кейенергә, тәртибе менән башҡаларға өлгө булырға тырыша. Ҡайҙа ла һүҙ һөйләргә тура килһә, педагогтың белемле, логикалы, фекерле сығышы кешене хайран ҡалдыра. Был сифаттарҙың бөтәһе лә тәрбиә биреүҙә, һис шикһеҙ, ҙур роль уйнағандыр.

 

Мәктәп уның эҙҙәрен һаҡлай

 

Ошо йылдар араһында ғына рус мәктәбендә уҡыусылар һаны 1500-гә етеүе, ә уҡытыусылар коллективының 50 кеше тәшкил итеүе билдәле. 1950 – 1980 йылдарҙа, йәғни 30 йыл буйы, 2-се мәктәпте бер генә директор – Тимербулат Миңлеғәле улы Юлдашев етәкләй, ә 1-се мәктәптә алты директор алмашына. Рус мәктәбен тамамлаған егет һәм ҡыҙҙарҙың 80-90 проценты илебеҙҙең төрлө юғары һәм махсус уҡыу йорттарына уҡырға инә. Шуның өсөн дә Стәрлебаш районы халҡының балаларын “Юлдашев мәктәбе”нә бирергә тырышыуы нигеҙһеҙ булмай.

Һәр йыл һайын уҙғарылған август кәңәшмәһендә бөтә район уҡытыусылары 2-се рус мәктәбенә тәжрибә уртаҡлашырға йыйылған. Министрлыҡтан килгән төрлө комиссиялар мәктәптең уҡыу-уҡытыу һәм методик тәрбиә эштәренә юғары баһа бирә, директорҙың эшмәкәрлеген өлгө итеп ҡуя. Мәктәп коллективы төрлө район йәки республика күләмендә уҙғарылған конкурстарҙа йыл һайын призлы урындарҙы яулай, олимпиадаларҙа, үҙешмәкәрлектә беренсе урындарға лайыҡ була. Спорт буйынса ла мәктәп районда алдынғылар рәтендә килә. 1955 йылда рус мәктәбендә тынлы оркестр ойошторалар, Сталин исемендәге район мәҙәниәт йорто ла үҙенә тынлы музыка ҡоралдары һатып ала, ә өйрәтергә кеше юҡ!

“Ошо ваҡытта беҙҙең класҡа Стәрлетамаҡтан Александр Безденежных тигән уҡыусы килде. Ул шул тиклем талантлы егет булып сыҡты. Беҙҙең һәм башҡа кластағы үҫмерҙәрҙе йәлеп итеп, клубтағы тынлы музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтеп, оркестр ойошторҙо. Шулай итеп, 1 Май байрамында Совет Армияһы марштарын, төрлө вальстарҙы уйнап, бөтә Стәрлебаш халҡын шаҡ ҡатырҙылар. Сашаның “Неаполитанский танец”ты (Штраус музыкаһы) яңғыратып уйнауына кем генә һоҡланмағандыр! Мәктәптә тәртиптең ҡаты ҡуйылыуын да яҡшы иҫләйем”, – тип һағына шуҡ та, тырыш та һабаҡташтарын Марс Тимербулат улы.

 Ул саҡта мәктәптә комсомол һәм уҡыусылар комитеттары бик әүҙем эшләй, төп бурыстары – балалар араһында тәртип һаҡлау, уҡыуҙа артта ҡалғандарға ярҙам итеү, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен яҡшыртыу, төрлө спорт һәм үҙешмәкәр түңәрәктәр эшен йәнләндереү. Был ойошмаларҙың әүҙем эшмәкәрлеге уҡытыусыларға һәм етәксегә баһалап бөткөһөҙ ҙур ярҙам булыуы бәхәсһеҙ.

Мәктәп директорының аң даирәһе киңлеге, юғары эрудициялы булыуы һәр кемде һоҡландырырлыҡ. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы уны Көнбайыш мәҙәниәте менән танышыуға килтерә. “Ул бөйөк композитор Иоганн Штраустың “Голубой Дунай”, “Сказки Венского леса” һәм башҡа вальстарын бик яратты, итальян композиторы Джузеппе Верди, бөйөк скрипкасы Никколо Паганини, Вольфганг Амадей Моцарт тураһында кинәнеп һөйләй торғайны. Рус композиторҙарын да һоҡланып иҫкә алып, халыҡ йырҙарына өҫтөнлөк бирҙе. Атайым башҡорт халыҡ йырҙарын ихлас башҡарыр ине, – тип һоҡлана шәхестең улы. – Бигерәк тә “Буранбай”, “Сибай”, “Азамат”, “Уйыл”, “Һандуғас”, “Сәлимәкәй”, “Шәүрә килен”, “Ашҡаҙар” исемле башҡорт халыҡ йырҙарын яратҡанын беләм. “Сибай” йыры уның “коронный номеры” булды, һуңғы көнөнә тиклем шуны йырланы. Беҙҙе, үҙенең дүрт балаһын да, юғары белемле генә түгел, ә юғары мәҙәниәтле, киң эрудициялы шәхес итеп күрергә теләне. Мин әле лә атайымдың өмөттәрен аҡлай алдыҡмы икән, тип уйланам. Минең күңелемдә ул ғәҙеллек, дөрөҫлөк, тура һүҙлелек өлгөһө булып йәшәй”.

 Үткән ғүмер – аҡҡан һыу. 1968 йылда типовой проект менән мәктәптең яңы бинаһын һалыу мөмкинлеге тыуа. Хәҙер инде төҙөлөш элеккесә ат егеп, ҡул хеҙмәте менән түгел, ә техника ярҙамында башҡарыла. 1970 йылда Стәрлебаш 2-се рус урта мәктәбенең яңы бинаһы сафҡа индерелә. Етәксе өсөн быныһы ла яңы тарих, өр-яңы тормош биттәре. Һәләтле педагогтың хеҙмәте юғары баһалана, ул Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Хөкүмәте Юғары Советының Почет грамотаһы менән наградлана, “Башҡортостан мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ысын педагог, халҡының тоғро, намыҫлы улы Тимербулат Юлдашевтың 100 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә 2015 йылда Стәрлебаш­тағы 2-се урта мәктәпкә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. Илебеҙҙең ҡатмарлы йылдарында ике мәктәп төҙөткән, 30 йыл буйы уның алмаштырғыһыҙ директоры булып эшләгән, йөҙәрләгән уҡыусыны оло тормош юлына әҙерләп сығарған Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһының исемен уның эҙҙәрен һаҡлаған ошо мәктәпкә биргәндә бик ғәҙел, урынлы булыр ине.

 

 

Динә АРЫҪЛАНОВА.

Читайте нас