Йәмғиәт
25 Ғинуар 2022, 12:30

Бөрйәндә алпамышалар йәшәгән...

Урал аръяғы райондарында алпамыша, ҡар кешеһе тураһында легендалар әле лә йөрөй.

Бөрйәндә алпамышалар йәшәгән...Бөрйәндә алпамышалар йәшәгән...
Бөрйәндә алпамышалар йәшәгән...

Беҙҙең Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында йәшәгән Ғилмисафа Хөсәйенова инәйҙең һуғыш йылдарында урманда ағас буйлы бик ҙур кешегә осрауы тураһында кешенән яҙа-йоҙа ишеткән хәбәр иҫкә төштө. Ғилмисафа инәйҙе күреп, түбәндәгеләрҙе һөйләтеп алдым.

«1942 йылдың йәйендә Ҡуян кәлтәгәүендә алмашлап «Партизан» колхозы фермаһы малдарын көтә инек. Минең менән бергә Исрафил һәм Мөжәүер исемле ҡәйнештәрем дә бар, улар бәләкәй малайҙар ине. Бер саҡ минән 30 метр самаһы алыҫлыҡта ағас араһынан Ҡайын йорт йылғаһына төшөп барған бик ҙур яланғас кешене күреп ҡалдым. Буйы ағас бейеклеге тиклем бар ине», - тигәс, мин яҡынса күпме икәнен һораным. Беҙ инәйҙең ишек алдында ултырабыҙ. «Сама менән ошо өй бейеклеге була яҙалыр. Мин ул кешене бына һине нисек күрәм, шулай асыҡ ҡына күрҙем. Башын минең яҡҡа бороп ҡарап үтте, күҙҙәре ҙур, ҡарашы ауыр. Елкә, беләк мускулдары асыҡ күренә ине, тиреһе ябай кешенең тиреһе төҫөндә, саҡ ҡына ҡуңырыраҡ. Ул атлап йылғаға төшөп китте. Шул ыңғайы йөрәк, башым ауыртып, ҡоҫтора башланы. Малайҙар шаярып килеп ул әҙәмде күрмәй ҡалдылар. Минең, ауырып, атларға ла хәлем юҡ. Малайҙарға, берегеҙ ҡайтып кеше алып килегеҙ, тип әйтеп ҡарайым, ташлап ҡайтманылар. Мине һөйрәп тигәндәй алып ҡайтып еткерҙеләр. Ферма мөдире Һатыбалов Мөхәррәм бабай ине. «Нишләп малдарҙы алып ҡайтмай туҙҙырып бөттөгөҙ», - тип әрләй. «Еңгәбеҙ үлеп бара», - тип малайҙар илай. Мөхәррәм бабай мине өшкөрөп, сүрәләрен уҡып, кеше итеп ебәрҙе. Улым Хәйҙәр бер нисә айлыҡ ҡына ине, мин тамам һауыҡҡансы уны имеҙергә ҡушманылар. Мөхәррәм бабай: «Мин һеҙҙе иҫкәртергә онотҡанмын, ул электән кешеләргә был ерҙә осрай. Әлдә эргәңдә малайҙар булған, улар булмаһа, һиңә ҡағылыр ине. Кешенең йөрәген һурып ала ул», - ти. Әле бына әле күпме йылдар үтһә лә, йөрәгем ҡалтырай башланы».

Ғилмисафа инәй улы Хәйҙәр, килене Фәниә менән гөрләтеп донъя көттө. Улы менән килене уҡытыусылар, ауылдың ихтирамлы кешеләре булды. Яңы Монасип ауылында йәшәгән башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Шәмсинур апай Йәғәфәрова ла миңә ҡыҙыҡлы бер ваҡиға һөйләгән ине.

«1962 йылдың ҡышы ине. Мин 4-се класта уҡыйым. Бер мәл төнгө сәғәт 12-ләрҙә арифметиканан күнегеүҙәр эшләй алмай, ярҙамға Фазулла ағайымдарға киттем. Улар ауылдың үрге осонда, иң һуңғы өйҙә йәшәй ине. Ҡапҡа төбөнә барып еткәс, тәҙрәнән төшкән шәм яҡтыһында юл аша телефон бағанаһы янында баҫып торған бик ҙур кешене күреп ҡалдым. Буйы бағана тиклем ине, ҡараңғыла йөҙөн шәйләп булманы. Ҡултыҡ аҫтына нимәлер, балаһын булһа кәрәк, ҡыҫтырып алған ине. Кейем-фәләне юҡ. Мин уны күргәс илай-илай ҡапҡаны дөбөрләтә башланым. Ҡапҡаны асып индерҙеләр, ингәс тә тышта ҙур кеше тороуы тураһында әйттем. Тәҙрәнән ҡарауға кеше юҡ ине инде. Икенсе көндө эҙҙәрен дә ҡарамағанбыҙ. Шунан һуң кис урамға сығырға ҡурҡтым».

Иҫке Монасип ауылында заманында ҡарттар йорто булды. Унда йәшәгән Ағзам бабай Алтынбаев 60-сы йылдар уртаһында Нөгөш буйынан Тимер ауылына ҡайтышлай, йәй көнө урманда, юлдан ситтәрәк, бик ҙур яланғас әҙәмдең ағас араһынан ҡарап тороп ҡалыуын һөйләгән ине. Үкенескә ҡаршы, был алпамышаны күргән башҡа кешене осратырға тура килмәне. Бәлки, тағы күреүселәр булғандыр.

Ҡайһы берәүҙәр уны ҡар кешеһе менән йәки чучууналар менән бутай. Алпамышаларҙың уға ҡыҫылышы юҡ. Ҡар кешеһенең барлығы әлегә иҫбатланмаған, ышаныуы ҡыйын. Ә чучууналар, йәки таш быуат осорондағы йәшәү рәүешен һаҡлап ҡалған, мәмерйәләрҙә йәшәгән айырым бәләкәй кеше төркәмдәре XIX быуат аҙағына тиклем Себерҙә, Яҡутияла осрай.

Автор: Заһир Дәүләтбирҙин.

Сығанаҡ һәм фото: Бөрйән районының “Таң” гәзите.

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас