

Әлеге ваҡытта барыбыҙ ҙа коронавирустың яңы тулҡынын борсолоп көтәбеҙ. Был яңы “омикрон” штамының таралыуына бәйле. Башҡортостанда сирҙе таратмау өсөн байтаҡ саралар күрелә. Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ошо темаға ҙур иғтибар бүленде. Әйткәндәй, сара онлайн тәртибендә үтте, был да вирусты таратмау өсөн эшләнә.
Үҫмерҙәр өсөн вакцина килә
Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа бәйле һуңғы хәлдәр менән таныштырҙы.
Министр белдереүенсә, “омикрон” штамы таралыу ҡурҡынысы сәбәпле, Башҡортостанда әлегә халыҡты диспансерлаштырыу туҡтатылып торасаҡ. Шулай уҡ ковид менән сирләгәндәр өсөн дауаханаларҙа урындар һаны арттырыласаҡ.
– Үткән аҙнала ковид менән сирләү осраҡтары 26 процентҡа артты. Амбулатория-поликлиника звеноһына көсөргәнеш арта башланы, бер аҙнала һигеҙ процентҡа үҫеш күҙәтелде. Шуға күрә беҙ диспансерлаштырыуҙы туҡтатып торорға тәҡдим итәбеҙ. Был беренсел звеноға көсөргәнеште кәметеү һәм көстәрҙе ашығыс ярҙам күрһәтеүгә бүлеү өсөн кәрәк, – тине ул.
Шулай уҡ дауаханала урындар һаны 1600-ҙән 2200-гә тиклем арттырылған. Бөгөн уларҙың 60 проценты буш түгел.
Сир буйынса һуңғы мәғлүмәттәр шундай: пандемия башланғаны бирле республикала 127662 кеше коронавирус йоҡторған, һуңғы тәүлектә – 350 осраҡ, шулай уҡ 214 кеше һауыҡҡан. 173 кеше дауаханала ята, 4387 кеше өйҙә дауалана. Сирләгәндәрҙең күпселеге – 60 йәштән өлкәндәр һәм вакцина яһатмағандар.
Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында тәүге аҙнанан һуң хәлдәр нисек икән? Был турала мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин һөйләне. Уның белдереүенсә, бер аҙна уҡығандан һуң мәктәптәрҙә уҡыусылар араһында коронавирус менән сирләгәндәр һаны артҡан.
– 24 мәктәптә 36 класс дистанцияла уҡыуға күсерелде. Дөйөм уҡыусылар һанының 0,07 проценты сирләй. Иң ҙур үҫеш Өфөлә. “Роспотребнадзор” идаралығы менән бергә эшләйбеҙ һәм, сирләгән кеше асыҡланһа, тиҙ арала балаларҙы өйҙән уҡыуға күсерәбеҙ, – тине Илдар Мәүлетбирҙин.
Министр урынбаҫары белдереүенсә, балалар баҡсаларында хәлдәр тотороҡло һәм тыныс.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, әле кешеләр араһында үҫмерҙәрҙе вакцинациялау буйынса аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Министр Максим Забелин хәбәр итеүенсә, бөгөн-иртәгә республикаға үҫмерҙәр өсөн 2800 доза “Спутник М” вакцинаһы киләсәк.
Радий Хәбиров белдереүенсә, быйыл коронавирус пандемияһы арҡаһында Студенттар көнө уңайынан күмәк кешеләр ҡатнашҡан саралар булмаясаҡ.
– Коронавирусҡа бәйле хәлдәр ҡатмарлаша һәм яңы тулҡын көткән саҡта күмәк кешеләр ҡатнашлығындағы саралар үткәрелмәй торасаҡ. Күренеүенсә, һуңғы йылдарҙа йәштәр үҙебеҙҙә ҡалһын өсөн күп нәмә эшләнә. Яңы белем биреү үҙәген үҫтерәбеҙ, кампус төҙөйбөҙ. Студенттарға ҙур уңыштар теләйбеҙ, – тине ул.
Шулай уҡ Радий Хәбиров Волга буйы федераль округында янғындар, юл-транспорт ваҡиғалары һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса үткән ултырыш һөҙөмтәләре тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, беҙҙә янғындар буйынса хәлдәр яҡшырған. Бының өсөн ул республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровҡа һәм барлыҡ ҡотҡарыусыларға рәхмәт әйтте.
– Һеҙгә, барлыҡ ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенә рәхмәт. Беҙ 2021 йылды янғындарҙа һәләк булғандар һанын кәметеп тамамланыҡ. Шул уҡ ваҡытта Волга буйы округында уртаса һандар плюс 4,8 процент күрһәтә. Бынан тыш, былтыр беҙҙә һыу объекттарында үлгәндәр ҙә кәмегән, ә округта – 10 процент үҫеш. Дөйөм алғанда, Фәрит Риф улы һеҙҙең Марат Латипов, муниципалитеттар менән эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлегегеҙ яҡшы һөҙөмтәләргә килтерҙе, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, былтыр ни бары бер күрһәткес буйынса “еңелгәнбеҙ” – аварияларҙа үлгәндәр һаны.
“Был турала уйларға кәрәк. Юлдарҙағы аварияларҙа һәләк булғандарҙы кәметеү – төп бурыс, башҡаса бының өсөн йөҙөбөҙ ҡыҙармаҫҡа тейеш”, – тине Радий Хәбиров.
Тармаҡта контроль артасаҡ
Кәңәшмәлә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың законлы эшләүен контролдә тотоуҙы көсәйтеү саралары ҡаралды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда республика етәксеһе ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге һәм Башҡортостан биләмәһендә ошо өлкәлә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Уның яҡынса эш йомғаҡтары тураһында төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров һөйләне.
– 2021 йылда ведомство-ара комиссия предприятиеларҙың ҡануниәт талаптарын үтәүен тикшереү өсөн 32 рейд уҙғарҙы, уның барышында Ҡырмыҫҡалы районындағы бөтә карьерҙарҙы тикшерҙе, – тине ул. – Асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар һөҙөмтәһендә өс предприятиеның – “Ибраһимов”, “ПГС” һәм “Башнерудматериалы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең лицензиялары туҡтатылды. Бынан тыш, “ИСК Панорама” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ике лицензияһы туҡтатылды.
Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондарында ла ошондай эш тамамланған. Тикшереүҙәрҙән һуң 16 лицензия ғәмәлдән сығарылды, тағы ла ике ер аҫтын файҙаланыусының лицензияһы ваҡытынан алда ғәмәлдән сығарыла башланы. Өфө һәм Иглин райондарында биш лицензия ғәмәлдән сығарылды.
Шулай уҡ ведомство-ара комиссия белгестәре Учалы, Белорет һәм Әбйәлил райондары биләмәһендә файҙалы ҡаҙылмалар табыуҙың законлы булыу-булмауын тикшерә.
– Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшенең асыҡлығын көсәйтеү өсөн төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу шарттарына үҙгәрештәр индереү тураһында закон сығарыу башланғысын әҙерләне. Яңылыҡтар предприятиеларҙа йөк үлсәү контроле һәм автотранспортты видеотеркәү буйынса техник ҡорамалдың мотлаҡ булыуын, йөк машиналарын GPS-модулдәр менән йыһазландырыуҙы күҙ уңында тота, – тип билдәләне Урал Искәндәров. – Ведомство-ара хеҙмәттәшлек итеү сиктәрендә ошондай уҡ эш алып барабыҙ. Бер нисә предприятие карьерҙарында транспортты үлсәү контроле һәм видеотеркәү пункттарын үҙаллы ҡуйған.
Өҫтәүенә һуңғы өс йылда тармаҡта файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым буйынса түләүҙәрҙең тотороҡло үҫеше күҙәтелә. Был күрелгән сараларҙың һөҙөмтәлелеге хаҡында һөйләй.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ведомство-ара комиссияға һәм республиканың Экология министрлығы коллективына ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге буйынса уңышлы эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Ҡырмыҫҡалы районы – матур тәбиғәтле төбәк. Урындағы халыҡ беҙгә район биләмәһендәге законһыҙ ер аҫтын эшкәртеү йәһәтенән бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итте, – тине Радий Хәбиров. – Был өлкәлә тәртип булдырыу буйынса эште башланыҡ. Оло Толпаҡ күле эргәһендә урындағы әһәмиәттәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен булдырыуҙы тәҡдим иттек. Унда файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу буйынса эшмәкәрлек тыйыласаҡ.
Карьерҙарҙы эшкәртеүгә ғәмәлдәге лицензиялар республиканың төҙөлөш материалдарына, шул иҫәптән юл тармағына ихтыяжын тәьмин итә, тип өҫтәне төбәк етәксеһе. Шуға күрә ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшен күҙәтеү йәһәтенән әүҙемлекте кәметмәү мөһим.
Медицина тармағы һанлаштырыла
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм эксперттар Башҡортостанды һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса лидерҙарҙың береһе тип таныған. Республика был проектҡа бүленгән федераль аҡса күләме буйынса Рәсәй субъекттары араһында алдынғы урынды биләй. Һуңғы өс йылда уны тормошҡа ашырыу барышында бүленгән субсидиялар күләме 2,4 миллиард һум тәшкил иткән. Был хаҡта кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
Республикала һаулыҡ һаҡлауҙы ныҡлап һанлаштырыу процесы 2013 йылда башланды. Ул ваҡытта бөтә медицина ойошмалары өсөн берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы индерелде. Хәҙер уға төрлө милек формаһындағы 205 медицина ойошмаһы һәм 124 дарыухана пункты тоташтырылған.
Берҙәм медицина документтары базаһында ҙур күләмдәге мәғлүмәт һәм 4,5 миллиондан ашыу электрон медицина картаһы бар. Ошондай мәғлүмәттәр күләмен яҙыу һәм эшкәртеү системаның һәм техник инфраструктураның даими үҫешен талап итә, бында 2019–2024 йылдарҙа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һанлы контур” проекты төп ролде башҡара.
Дәүләт мәғлүмәт системаһы 25 ҙур ярҙамсы системанан тора. Иң мөһиме – онкология, кардиология, акушерлыҡ һәм иҫкәртеү йүнәлешендә эшләгән табиптарға аныҡ ваҡыт тәртибендә пациенттарҙың һаулығы торошона һөҙөмтәле мониторинг үткәрергә мөмкинлек бирә. Ташламалы дарыуҙар тәьминәтен комплекслы автоматлаштырыу уҙғарыла.
Максим Забелин белдереүенсә, медицина ойошмалары электрон медицина документтар әйләнешенә күсеүҙә әүҙем ҡатнаша. Электрон ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары, медик-социаль экспертизаға йүнәлтмәләр әҙерләнә, 1 марттан тыуыу һәм үлем тураһында электрон таныҡлыҡтар эшләй башлай.
Әлеге ваҡытта эшкәртеү өсөн бер миллиондан ашыу документ тапшырылған, улар араһында консультациялар протоколдары, лаборатор һәм диагностика тикшереүҙәре протоколдары, эпикриздар, белешмәләр һәм һығымталар бар. Лабораторияларҙың бурыстары автоматлаштырылған, тикшереү һөҙөмтәләре пациенттың шәхси кабинетына килә.
– 2021 йылда башҡарылған лаборатор тикшеренеүҙәрҙең һаны 2014 йыл менән сағыштырғанда 80 тапҡырға артҡан һәм 100 миллиондан ашыу тикшереүҙе тәшкил иткән. Пандемия шарттарында халыҡҡа ПЦР-тикшереү һөҙөмтәләре смс-хәбәрҙә, шулай уҡ төбәк һәм федераль порталдарҙың шәхси кабинетында хәбәр ителә. Бөгөнгә ковидҡа анализ һөҙөмтәләре менән яҡынса ике миллион смс-хәбәр йүнәлтелгән, – тине Максим Забелин.
Министр проблемалар тураһында ла әйтте. Мәҫәлән, әле йөҙҙән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пунктында, файҙаланыуға тапшырылғандан һуң бер йыл үтһә лә, интернет бәйләнеше юҡ.
– Был мине борсой. Ошолай оҙаҡ ваҡыт эсендә улар интернетҡа тоташтырылмаған икән, был – ғәҙәттән тыш хәл. Хәлде тикшерергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. Ул бер айҙан был эш буйынса доклад әҙерләргә ҡушты.
Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак “Демография” милли проектының “Йәмәғәт һаулығын нығытыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.