

Мин ҡанһыҙ бәндә түгел. Эйәһеҙ эт-бесәйҙәр һәр саҡ йөрәгемде әрнетә, уларҙың ашар ризыҡ таба алмай интегеп йөрөүе йәнемде һыҙлата, шуға күрә бар хәлемсә икмәк һалып китергә тырышам. Аҫраған этеңде йә бесәйеңде урамға сығарып ырғытыуҙы кешелекһеҙлек тип иҫәпләйем. Әммә эйәһеҙ эттәр проблемаһы торған һайын хәүефлерәк була барыуын, моғайын, берегеҙ ҙә инҡар итмәҫ. Был беҙҙең ауыл йәки район проблемаһы ғына түгел. Ул – тотош Рәсәйгә хас күренеш.
Элегерәк эйәһеҙ йөрөгән эттәрҙе ата торғайнылар. Бала-сағаның күҙ алдында тере йән эйәһен үлтереү – вәхшилек, килешәм. Шулай, эттәрҙе атып йөрөгән кеше квартал балалары күмәкләп ҡараған көсөклө этте атырға булғас, ул саҡта алты-ете йәшлек ҡыҙым йүгереп барып, дүрт аяҡлы дуҫының муйынынан ҡосаҡлап ала, пуля саҡ-саҡ ҡыҙыма теймәй ҡала, “һунарға” сыҡҡан әҙәм бер тоҫҡаған ҡоралын ташларға уйламай ҙа атып ебәрә. Бала-сағаның күмәкләп илағаны бөгөн булһа күҙ алдымда. Унда ла, бында ла эт мәйеттәре ята, шунда уҡ балалар йүгерешә…
Теүәл егерме йылдан ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙең, дөрөҫөрәге, кистәрҙең береһендә эйәһеҙ эттәр өйөрө ҡыҙыма һөжүм итте. “Уратып алдылар ҙа аяҡтан йығырға тырышалар, саҡ ҡоламай ҡалам, бәхеткә, минең тапҡырҙағы ҡапҡа бикле булмай сыҡты. Бар көсөмә этәреп инеп, ябып өлгөрҙөм, тауышҡа йорт хужаһы килеп сыҡты”, – тип һөйләне һуңынан ул.
Ә 20 октябрҙә шундай уҡ хәлгә үҙем юлыҡтым. Иртәнге сәғәт һигеҙ ине. Район үҙәгендә ваҡытлыса йәшәгән фатирҙан сығып, асфальт юл буйлап Асҡар үҙәгенә ҡарай юл тоттом. Ҡаршы осраған Зәйтүнә исемле танышым: “Гөлшат апай, унда эттәр өйөрө, машиналар үткән арала саҡ ҡасып ҡотолдом”, – тигәс, мин дә ҡаршы килгән бер нисә машинаны күреп ҡалып, үтеп китмәксе булдым. Ҡулымды болғап, машинаның тиҙлеген кәметеүҙәрен үтенеүемде аңлатырға тырыштым, әммә береһе лә хәлемә инергә теләмәне. Ул арала эттәр 1,5-2 метр самаһына яҡынайып өлгөрҙө. Бүтәндәре сабыр ғына теҙелеп көтөп тора, ә тештәрен ҡурҡыныс ыржайтҡан һары эт миңә ҡарап ырғый. Ҡулдағы пакет менән һаҡланып маташам, ипләп өндәшеп тә ҡарайым. Үҙем артҡа сигенә барам – юҡ, ҡотолор әмәл таба алмайым. Бығаса эттән ҡурҡа һалып бармай торғайным, был юлы кисергәндәремде әйтеп аңлатырлыҡ та түгел.
Шул саҡ бер изге йән (яңылышмаһам, машинаһы ҡарағусҡыл төҫтә ине) барған юлынан кире боролоп килеп, мин оло юлға төшкәнсе эт өйөрөн өркөтөп торҙо. Байтаҡ ара үтеп, әйләнеп ҡул болғағас ҡына, үҙ юлын дауам итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ара йыраҡ булыу сәбәпле, машинаның номерын да, рулдә ултырыусыны ла күрмәнем. Йомоштарымды тамамлап ҡайтҡас, әлеге игелекле кешене эҙләп ҡараным (уның ятаҡ ҡапҡаһына боролоуын аңғарып ҡалғайным). Гәзит аша оло рәхмәтемде белдерәм изге күңелле ир-егеткә (бәлки, ҡатын-ҡыҙға?), рәхмәт һеҙгә, ғүмеремде һаҡлап ҡалғанығыҙ өсөн. Аллаһ үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы мең бәләнән ҡотҡарһын, ә иң һәйбәте – бер ҡасан да һеҙгә ауыр хәлдәргә тарырға яҙмаһын.
Бөтә ошо көндәрҙә уҡыуға, эшкә, бүтән йомош менән йәйәү йөрөргә мәжбүр бала-сағаны, ҡатын-ҡыҙҙы, ҡарт-ҡороно уйлайым. Машинанан өркһәләр ҙә, эттәр көсһөҙөрәк йән эйәләрен һағалап ҡына тора. Шулай итеп, эйәһеҙ эттәрҙе юҡ итергә ярамай, тигән мәғәнәһеҙ (башҡаса нисек атайһың?) күрһәтмә кешегә ҡаршы йүнәлтелгән сараға әүерелде. “Был етди мәсьәләне берәй төрлө хәл итеп булмаймы?” тигән һорау менән Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәтенә барҙым, башлыҡ менән осраша алманым, өлкән йәштә булғас, көтөп торорға, ҡат-ҡат йөрөргә әмәл юҡ. Шулай ҙа миңә ошо эт мәсьәләһе менән шөғөлләнгән егеттең телефонын әйттеләр.
Тимур Сөләймәновтың шәхси предприятиеһы, ысынлап та, әлеге проблеманы хәл итергә, эйәһеҙ эттәрҙе питомник һымаҡ урынға тупларға тырыша, әммә йыртҡысҡа әүерелеп бөткән, унда ла, бында ла өйөр-өйөр булып тупланып, ҡорбан эҙләгән эттәрҙе аулауы бик еңел эш түгел. Миңә һөжүм иткән өйөрҙә туғыҙ эт булып сыҡты, тәүге көндә егеттәр шуларҙың икәүһен генә тота алды, ҡалғандары йорттар араһына тырым-тырағай ҡасып бөттө.
Ә кис Төҙөлөш, Рәүеф Дәүләтов исемендәге урам саттарында, “Айсберг” кибете, “Ирәндек” ашханаһы тирәһендә, тағы әллә ҡайҙарҙа өйөр-өйөр булып, “йыртҡыстар” йәнә һунарға сыҡты. Красная Башкирияла, Йәнгелдә, район үҙәгендә эттәр бер-береһенең боғаҙына йәбешә башланы, ә был үтә лә хәүефле күренеш, хәҙер уларға әҙәм балаһына ташланыуы бер ни тормай. Мал-тыуарҙың, ҡош-ҡорттоң эттәрҙән ҡазаланыуын әйтеп торорға ла түгел.
Төндәрен күңелдәргә шом һалып, эттәр олой. Үҙҙәрен ғазаплы йәшәүгә дусар иткән бәндәләргә шулай ҡәһәр яуҙыраларҙыр кеүек тойола миңә.
Бөгөнгө күренештән сығып, яуаплы кешеләрҙән һорағы ла килә: берәй заман ауылдарыбыҙға эттәр хужа булып алмаҫмы? Әле “тажлы” зәхмәт, әле берәҙәк эттәр… Өҫтәүенә әҙәм балалары бер-береһен ашап алып бара. Хәйер, быныһы инде икенсе мәсьәлә.
Ә яуаплы кешеләр, ғөмүмән, халыҡтың нисек йәшәгәнен, ҡайһылай йәшәргә маташҡанын күҙ алдына килтерәме икән? Берәҙәк эттәр проблемаһын урында хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәк.
– Беҙ эттәрҙе йыябыҙ, урынлаштырабыҙ, әммә уларҙы аҫрауы еңелдән түгел. Ә үлтерергә ярамай, штраф бик ҙур, – тип аңлатты миңә был яуыздарҙан ауыр мәсьәләне хәл итергә тырышҡан ойошма етәксеһе Тимур Сөләймәнов.
…Эйәһеҙ эттәр күбәйә, өйөрҙәргә ойоша, кешеләргә ташлана. Кеше ғүмере себен ғүмере хәтлем булмаҫ, тиелә боронғо сығанаҡтарҙа. Шулай уҡ заман ахырына килеп еттекме икән?!
Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.
Р.S. Күптән түгел “Юлдаш” радиоһы ошо мәсьәләне күтәреп сыҡты. Ләкин ҡыҫҡа ғына эфир ваҡытында нимә хәл итергә, ниндәй эшлекле ҡарарға килергә мөмкин? Тапшырыу барышында әңгәмәгә ҡушылыусылар башлыса эттәргә ҡарата мәрхәмәтлелек күрһәтеү хаҡында һөйләне. Ә кешеләр нимә эшләр?!