

Бөгөн Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә арналған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.
“Холокост: яҙмыштар тарихы” тип аталған сарала БР Мәҙәниәт министрлығының гуманитар тикшереүҙәр үҙәге директоры, БР-ҙа Рәсәй тарих йәмғиәте бүлексәһе Советы рәйесе Марат Мәрҙәнов, БДУ-ның Дәүләт етәкселеге һәм тарих институты сит ил тарихы кафедраһы доценты Алексей Целищев, Өфө "Шалом-Алейхем" музыкаль-драматик йәһүд театры директоры Алексей Лаптев, яҙыусы, публицист, журналист Эмма Шкурко, БР Милли музейының Тыуған яҡ тарихы бүлеге мөдире Вера Макарова, Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана хеҙмәткәре Евгения Вишнякова, китапханасылар, уҡыусылар һәм башҡалар ҡатнашты.
“Холокост фажиғәһе башҡа бер ҡасан да ҡабатланырға тейеш түгел. Киләсәк быуын быны белергә, хәтерендә тоторға һәм уның ҡабатланыуына юл ҡуймаҫҡа тейеш”, - тип сығыш яһаны Милли китапхана етәксеһе, “БР Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте” рәйесе Марат Зөлҡәрнәев сараны асып.
Марат Мәрҙәнов мөһим сарала ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ БР-ҙа Рәсәй тарих йәмғиәте бүлексәһе менән уҡыусыларҙың Бөйөк Ватан һуғышы иҫтәлектәрен һаҡлау буйынса башҡарған берҙәм эшмәкәрлеген билдәләп китте, бигерәк тә халыҡ-ара “Еңеү һабағы” методик хеҙмәттәр конкурсының һөҙөмтәлелеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Холокосты, Бөйөк Ватан һуғышын онотмау – беҙҙең элекке һәм киләсәк быуын алдындағы әхлаҡи бурысыбыҙ”, – тине ул сығышында.
“Холокост ҡорбандары: тарихи хәтер проблемалары” тип аталған сығышында Алексей Целищев фашистарҙың пленға эләккәндәр менән ниндәй эксперименттар уҙғарғаны тураһында бәйән итте.
Эмма Шкурко ла сараға онлайн форматта ҡушылып, фашистарҙың йәһүд халҡын нисек ҡырыуҙары тураһында һөйләне.
Башҡа сығыштар ҙа ошо темаға арналды. 200 –ҙән ашыу кеше түңәрәк өҫтәлдә онлайн ҡатнашты. Сараны ошо һылтанма аша инеп ҡарап була: http://bashnl.ru/proekty/translyatsii/?ELEMENT_ID=14051.