Йәмғиәт
25 Ғинуар 2022, 04:48

“Ирең декретта ултыра, тип йонсоталар”

prawwwda.comprawwwda.com
Фото:prawwwda.com

Заман башҡа – заң башҡа, тиһәләр ҙә, һәр үҙгәреш-яңылыҡҡа күнегеп китә алмағандар, башҡалар тормошон үҙҙәренекенә ҡарағанда ла “яҡшыраҡ белгәндәр” табылып тора. Күптән түгел урамда осратҡан таныш ҡатындың түбәндәге хәлдәрҙе һөйләүе быны йәнә раҫланы.

– Бер һүҙем дә юҡ: электән беҙҙә фәҡәт ҡатындың декрет ялына китеүенә өйрәнгәндәр. Хатта бер таныш ир үҙемә лә, көслө зат вәкиленең өйҙә сабый ҡарап ултырыуының эш түгеллеген белдереп, хәбәр һатты, – ти Мәҙинә. – Минең эш хаҡымдың күберәк булыуы, ипотеканы ҡапларға, башҡа сығымдар өсөн аҡса талап ителеүе сәбәпле, балабыҙ менән әлегә атаһының ултырасағы хаҡындағы уртаҡ фекергә килдек. Дөрөҫөн әйткәндә, башта үҙем дә иремдең декрет ялына китеүен хатта туғандарым, яҡындарым аңламаҫ, тип уйлағайным. Ярай әле улар бер нимә өндәшмәне, барыһын да аңлап ҡабул итте. Тик бына ҡайһы берәүҙәр барыбер оҡшатмай был хәлде, төртмә һүҙҙәрен әйтергә онотмайҙар...

Баҡтиһәң, финанс ойошма­һында эшләгән ҡатын, улдарына ярты йәш тулғас, ире менән артабан өйҙә баланы атай кешенең ҡараясағы хаҡында һөйләшкән. Был хәлгә Ильясының хеҙмәт­тәштәре бер аҙ аптырап ҡараһа ла, үҙе әсәй булған, күптән түгел декрет ялынан сыҡҡан етәксеһе һис ҡаршы килмәгән, киреһенсә, уға үҙ эшен хатта параллель рәүештә алып барырға тәҡдим иткән. “Шулай итеп, әлегә Ильяс улыбыҙ менән өйҙә. Бала тәр­биәләү менән генә шөғөлләнмәй, төп эшен дә бына тигән алып ба­ра. Хәҙер ул – дистанцияла эш­ләгән иҡтисадсы...” – ҡатын шу­лай уҡ иренең декреттың ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыуға бу­лыш­лыҡ итеүе, һүҙгә килешеү­ҙең күпкә кәмеүе, сабый тәрбиә­ләүҙең яуаплы һәм ауыр хеҙмәт икәнлеген аңлауы хаҡында белдерҙе.

Артабан Мәҙинә: “Кеше һүҙенә иғтибар итмә, тип өйрәтә әсәйем. Әммә: “Ниңә ирең декрет ялында ултыра?” – тиһәләр, күңелгә ҡы­йын. Бер уйлаһаң, бер кемгә лә этлек  ҡылмайбыҙ. Киреһенсә, үҙе­беҙсә матур, етеш, яҡында­ры­быҙға бәлә һалмайынса, үҙ проблемаларыбыҙҙы үҙебеҙ хәл итеп йәшәргә тырышабыҙ, әммә ана шулай төртмә һүҙҙәре менән рәнйетеүселәр бар...” – тине.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас