

“Былтыр йорт һатып алып, ауылға күсендек. Эргәнән генә Үҙән йылғаһы аға. Ҡаҙ, өйрәк аҫрар өсөн вағыраҡ күләүектәр ҙә етерлек. Күршеләр күпләп ҡаҙ үрсетә. Минең дә быйыл үҫтереп ҡарағым килә, тик ниндәй тоҡомлоға өҫтөнлөк бирергә белмәйем. Хәҙер бит оя баҫҡан ҡаҙҙар һирәк, шуға ла бәпкәләрҙе инкубаторҙан һатып алырға тура киләсәк. “Йорт-ҡура”ла ҡаҙ төрҙәре тураһында яҙһағыҙ ине.
Сәрүәр ХӘСӘНОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы”.
Беҙҙең илдә егерменән ашыу төр ҡаҙ үҫтерәләр. Улар араһында бигерәк тә “холмогор”, “кубань”, “горький”, “ҡытай”, “рейн”, “итальян” тоҡомлолары киң таралған. Халыҡ селекцияһы алымы менән сығарылған был ҡаҙҙар итенең тәме, йомортҡаларының сифаты, уларҙы күп һалыуҙары менән айырылып тора. Шәхси хужалыҡтарҙа теләп тотолған, һәр кем алып үҫтерә алған бер нисә тоҡом тураһында яҙып үтәйек.
“Горький” тоҡомло ҡаҙҙар ярайһы уҡ яңы. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында ғына сығарылған. Улар башҡаларҙан ҡорһаҡ өлөшө сығып тороуы, суҡыш аҫтында “муҡсайы”, маңлайында “ороһо” булыуы менән айырыла. Был төр ҡоштар йомортҡаны күп һала, ләкин бик аҙҙары ғына оя баҫа. Әгәр “холмогор” тоҡомлоларҙың йомортҡаларынан 50 процент бәпкә сыҡһа, быларҙан 75-кә етә. Бәпкәләр тиҙ үҫә, өлгөрә. Ҡаурыйҙары, мамығы — ап-аҡ, һоролары һирәк була.
“Ҡытай” тоҡомло ҡаҙҙар Ҡытай һәм Төньяҡ Маньчжурияла төйәк иткән ҡырағай ҡаҙҙарҙан сыҡҡан. Улар йомортҡаны күп һала, инкубацион сифаты ла яҡшы, тәбиғәт шарттарына, мөхиткә тиҙ яраҡлаша. Кәүҙәһе уртаса оҙонлоҡта, ҡалҡыу. Һоро һәм аҡ төҫтә булалар. Аҡтарының муйынында ап-аҡ һыр үтһә, һороларының елкә, муйын өлөшөндә ҡарағусҡыл-һоро төҫ һуҙыла. Ата ҡаҙҙарҙың маңлайындағы “шеше” инәһенекенә ҡарағанда ҙурыраҡ. Аҡ ҡоштарҙыҡы — ҡыҙғылт-һары, һороларыныҡы ҡара төҫтә була.
Эре һоро тоҡомло ҡаҙҙар шәхси хужалыҡтарҙа киң таралған. Тән төҙөлөшө ныҡлы, уртаса оҙонлоҡта, еңелсә ҡалҡыу. Ҡорһаҡ өлөшөндә май тупланмаһы булған ҡатламдар беленеп тора. Был ҡоштар оя баҫыуға һәләтле, хәрәкәтте ярата.
“Кубань” тоҡомлоноң исеме үк уның ҡайҙа барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләй. Тоҡом сығарғанда “ҡытай” һәм “горький” тоҡомло ҡаҙҙар файҙаланылған. Шуға ла “кубань” икеһенә лә тартым, уртаҡ сифаттарҙы үҙенә алған.
“Оброшен” тоҡомлолар һирәк аҫрала, ләкин ул яйлап тарала бара. Уның тереләй ауырлығы ете килограмға етә. Тән төҙөлөшө эре, ныҡлы. Ә бына башы бәләкәй. Суҡышы киң, ҡыҙғылт-һары төҫтә. Ҡорһаҡ өлөшө — аҡ, башҡа ере — һоро. Муйынында ҡарағусҡыл һоро “галстук” бар.
“Ромен” тоҡомлоларҙы борондан Украинала аҫрайҙар. Ул халыҡ селекцияһы ысулы менән һоро йорт ҡаҙҙарынан сығарылған. Йылына 12–15 йомортҡа һала, оя баҫыусан. “Ромен”дарҙы эре һоро тоҡомло ҡоштар алыу өсөн файҙаланалар.
“Тула һуғыш суҡмарҙары”н (Тульская бойцовая) халыҡ селекция ысулы аша, һуғышсан сифаттарын һайлап сығарған. Башлыса һуғыштырыу өсөн файҙаланһалар ҙа (ҡаҙ һуғыштырыу ярыштары, мәҫәлән, Түбәнге Новгород өлкәһенең Павлово ҡалаһында үтә), был тоҡом ҡоштары оя баҫыу һәләтенә эйә, ата ҡаҙҙар — алмаштырғыһыҙ ғаилә башлығы. Һауа шарттарына тиҙ яраҡлашалар, сыҙамлылар. Шуға ла ҡырыҫ тәбиғәтле төбәктәрҙә уларҙы теләп аҫрайҙар.
Лилиә НУРЕТДИНОВА