Йәмғиәт
25 Ғинуар 2022, 05:30

Коммуналь хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы арта

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында Өфө ҡалаһының торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәренә хеҙмәт хаҡын арттырыу буйынса күрелгән саралар тикшерелде.

Коммуналь хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы артаКоммуналь хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы арта
Коммуналь хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы арта

“Ҡар һәм боҙҙо таҙартыу буйынса ҡатмарлы хәл беҙ эшләп еткермәгән урындарҙы асыҡ күрһәтте, – тине ултырышты алып барған Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров. – Урамдарҙы ваҡытында һәм тулыһынса таҙарта алмау транспорт йөрөшөн, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ташыуҙы тотҡарланы. Радий Фәрит улы Өфө ҡала хакимиәтенә хәлде тиҙ арала төҙәтергә ҡушты”.

Хәлде төҙәтеү буйынса күрелгән саралар тураһында баш ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков ентекле һөйләне. Ул эшсе кадрҙар етешмәүен тағы бер тапҡыр раҫланы. “Хәҙерге ваҡытта эшсе һөнәрҙәр менән тәьмин ителеш 60 процент ҡына тәшкил итә, был хәл көсөргәнешле эш өсөн хеҙмәт хаҡының түбән булыуы менән аңлатыла”, – тине ул.

Хакимиәт башлығы хәлде төҙәтеү өсөн күрелгән саралар тураһында һөйләне. Механизаторҙарға көсөргәнешле миҙгелдә – тарифтың 75 проценты, ә юл эшселәренә 14 процентына саҡлы өҫтәмә түләнәсәк. Хеҙмәт хаҡын арттырыу йыл буйына барасаҡ, ә ҡышҡы осор өсөн түләү йәйге айҙар менән сағыштырғанда 20 процентҡа юғарыраҡ билдәләнәсәк.

Андрей Назаров тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереү эшен дә, яңы техника һатып алыуҙы ла контролдә тоторға ҡушты.

Фото: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас