Йәмғиәт
25 Ғинуар 2022, 15:30

“Мөғжизәгә ышанырға кәрәк!”

Елисейға аэропортты, диспетчер пунктын күрһәттеләр.

“Мөғжизәгә ышанырға кәрәк!”“Мөғжизәгә ышанырға кәрәк!”
“Мөғжизәгә ышанырға кәрәк!”

Мәскәүҙең Финанс департаменты Башҡортостандың Финанс министрлығы һәм Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге аэропорты менән берлектә “Теләктәр шыршыһы” проекты нигеҙендә республикабыҙҙан үҫмер Елисей Наумовтың хыялын тормошҡа ашырҙы. Ул күптән ысын самолеттың ысын приборҙар панелен күрергә теләгән икән.

– Балалар өсөн мөғжизәгә ышаныу мөһим. Бындай хәйриә проекттары ғәҙәти булмаған урындарҙа булыу, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙан тыш, ҡайһы бер һөнәрҙәр менән танышыу мөмкинлеген бирә, – тине Мәскәү ҡалаһының Финанс департаменты вәкиле.

Елисейҙың әсәһе әйтеүенсә, акция тураһында улар туғандарынан осраҡлы ғына белеп ҡалған.

– Тәүәккәлләнек тә, хат яҙҙыҡ. Көтмәгәндә Мәскәүҙең Финанс департаментынан Елисейҙы Өфө ҡалаһы аэропортында көтөүҙәре хаҡында хәбәр иттеләр. Был Елисей өсөн иң ҙур мөғжизә, ғәйәт ҙур байрам булды, һәм беҙ уның өсөн бик шатбыҙ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Гөлнара Наумова.

– Финансист коллегаларыбыҙға һәр саҡ шатланып ярҙам итәбеҙ. Айырыуса, балаларҙың хыялын тормошҡа ашырыу хаҡында һүҙ барғанда. Елисейҙың авиацияға ҡыҙыҡһыныуы тағы ла артыр, тип ышанабыҙ. Бәлки, был хәл техник фәндәрҙе тәрәнерәк өйрәнергә этәрер, – тине Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова.

Елисей һәм уның һеңлеһе Есения аэропортҡа Лира Иғтисамова оҙатыуында килде. Уларҙы “Өфө” халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев ҡаршы алды.

– Бөтмәҫ эш мәшәҡәттәре теҙмәһендә яңы йыл мөғжизәһе өсөн дә урын ҡалырға тейеш, һәм беҙ “Теләктәр шыршыһы” акцияһы барышында балаларҙың хыялын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуыбыҙға бик шатбыҙ. Пассажирҙар судноһы пилотының кабинаһына бөтә кеше лә эләгә алмай, шуға күрә был ваҡиғаны Елисей ғүмерлеккә хәтерендә ҡалдырыр тип ышанабыҙ, – тине “Өфө” халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев.

Елисейға аэропортты, диспетчер пунктын күрһәттеләр һәм пилот ролендә үҙен һынап ҡарарға мөмкинлек бирҙеләр. “Өфө” аэропортының самолеттарҙы техник хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Илдар Шиһапов самолеттың һәм пилот кабинаһының ҡоролошон күрһәтте, шулай уҡ заманса летчиктарҙың экипировкаһы тураһында һөйләне.

– Мөғжизәнең булыуын һәм теләктәрҙең тормошҡа ашыуын асыҡ күрҙем, тик быға ышанырға ғына кәрәк! –  тине Елисей ғорурланып.

Елисей менән Есения был көндә сағыу тәьҫораттарҙан тыш, иҫтәлекле бүләктәр ҙә алды.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президентының башланғысы менән тормошҡа ашырылған Яңы йыл изге теләктәр марафоны 28 февралгә тиклем дауам итә.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас