

Һыйыр малын үҫтергәндә ҡайһы берәүҙәр биостимулятор ҡуллана. Бындай мал алдына ҡуйғанды ашай һәм тиҙ ҙурая. Ите баҙарҙа ла үтемле, ләкин кеше өсөн бик зарарлы икәнен күҙ уңында тоторға кәрәк.
Бындай һөҙөмтәне сәскән үләндәр ҡулланып та өлгәшергә була, бигерәк тә люцернаға иғтибар итергә кәрәк. Уның 2,5 килограмм бесәне бер килограмм бойҙай ашатыуға тигеҙ. Тик бер яғы бар: әгәр малға ҡапыл күпләп бирһәң, ашҡаҙаны уны күтәрә алмай. Люцерна үләнен яйлап ашатып өйрәтергә кәрәк. Бесәнгә әҙ генә витамин өҫтәп торһаң да яҡшы.
Башҡа үләндәр ҙә, мәҫәлән, күстерә менән клевер ҙә бик туҡлыҡлы. Люцерна үләненең тамыры өс йылда 12 метр тәрәнлеккә төшә һәм ҡоролоҡ шарттарында ла ике тапҡыр сабырға була. Уны һәм башҡа үләндәрҙе лә мал йөрөмәгән ергә сәсергә кәрәк, сөнки уны хайуандар әллә ҡайҙан эҙләп таба.
Люцерна бесәнен кибеп еткәс тә сабып алалар. Әгәр ныҡ киптерһәң, япраҡтары ҡойола. Биш йылдан баҫыуҙа үлән насарайһа, уны биш сантиметрлы диск менән эшкәртһәң, яңынан сәскән кеүек үҫеп китәсәк. Икенсе тотҡарлыҡ: үләндең орлоғон табыуы ҡыйын. Комбайн люцерна үләненең тәүҙә башағын һуға, уны киптереп һуғып алалар.
Атайым Зәкир Әҙәмов тарих фәненән уҡытты. Ул ял ваҡытында союздаш республикаларға йөрөп, ҡарттарҙан һорап, революциянан башлап ысын тарихты яҙҙы. Шулай сәйәхәт ҡылғанда уға белемле агроном бер тарихты һөйләгән. Революцияға тиклем бик тәмле икмәк бешергәндәр. Уны алыпһатарҙар күпләп алған һәм “Благородный” тигән исем дә ҡушҡандар, тик икмәк бешереүселәрҙән серен астыра алмағандар. Баҡһаң, сере бик ябай булған. Сит илдә игенде көлтәгә ҡуйғас та һуға башлағандар, ә беҙ, белеүебеҙсә, бойҙайҙы башаҡта тотҡанбыҙ. Көлтәләге игендең икмәге лә тәмле, орлоҡ та һәйбәт була.
Шул тарихты иҫемдә тотоп, иҫке технологияларға таянып, тик яңы ҡорамалдар ҡулланып, конструкциялар уйлап таба башланым. Игенде тиҙ арала эҫкерттәргә һалып, кимереүселәр ҡурҡыта торған ҡулайламалар урынлаштырып, ваҡыты еткәс кенә һуғырға. Игенде эҫкерткә һалыу өсөн бесән сапҡыстар бара.
Ваҡыты еткәс, биш комбайн урынына бер автоматлаштырылған иген һуҡҡыс ҡулландыҡ. Был иген һуҡҡысты эшләтеү арзан – электр энергияһы аҙ ҡулланыла.
Мин ул ваҡытта студент булғанлыҡтан, был ҡулайламаны Башҡортостан ауыл хужалығы институтының кафедра мөдире Башкатов исеменән Мәскәүҙә патентлаштырҙым, ләкин үҙгәртеп ҡороу заманы башланып китеү сәбәпле, был эш туҡтап ҡалды.
Күгәрсен районында “Искра” совхозында үлән орлоҡтарын етештереү цехын төҙөгәндә, Мәскәүҙән ғалимдар – фән докторы менән йәш кандидат килде лә, мин уйлап тапҡан ҡоролманы эшләй башланылар. “Башҡортостан ауыл хужалығы институтының кафедра мөдире уйлап сығарған”, – тинеләр, улар уны ике тапҡыр бәләкәсәйтеп заводта эшләткән. “Уны мин уйлап сығарҙым” тигәнгә, “ябай инженер уйлап сығара алмай” тип яуапланылар. Иртәгәһенә минән имтихан алғас ҡына ышандылар. Улар вакуумлы киптергес эшләүемә лә шикләнде. Ҡағыҙҙарымды күрһәткәс кенә ышандылар.
Үлән орлоғон алыу өсөн дозаторҙы улар урынлаштырҙы. Ә ҡалғанын, йәғни 10 ҡоролманы, совхоз эшселәре менән үҙебеҙ эшләнек. Был цехҡа Флер Ғафаров ярҙамында Германиянан биш елгәреү машинаһы килтерелде.
Беҙ бик һәйбәт орлоҡтар алыуға өлгәштек. Ләкин беҙҙең беренсе сортлы орлоҡ береһенә лә кәрәкмәне, ә ике-өсөнсө сортын арзан хаҡҡа алдылар. Шунан Флер Сәмиғулла улы бер тоғон Өфөгә белгестәргә күрһәтергә алып китте. Улар орлоҡтоң сифатын юғары баһалаған. Ошо тикшереүҙән һуң немецтар беҙҙең менән 50 тоннаға килешеү төҙөнө. Германия ерендә ундай орлоҡ үҫмәй икән.
Люцернаға кире әйләнеп ҡайтҡанда, уның орлоғон бер гектарға өс килограмм нисбәтендә алып, 70 сантиметр ара ҡалдырып, ике сантиметр тәрәнлектә сәсергә кәрәк. Сәскән йылда ямғыр булмаһа, орлоҡ киләһе йылда сығасаҡ. Орлоҡ хаҡы бойҙайҙан 20 тапҡыр ҡиммәтерәк.
Әгәр ҡош-ҡортҡа люцерна бесәнен, топинамбур һабағын, бүлбеһен, кесерткәнде һулытып бирһәң, ҡош-ҡорт әҙерәк ауырый, тиҙ ҙурая, емде ике тапҡырға әҙерәк тотонорға була.
Насир ӘҘӘМОВ.
Күгәрсен районы.