Йәмғиәт
25 Ғинуар 2022, 04:52

Йәшлек хатаһы

мояоколица.рфмояоколица.рф
Фото:мояоколица.рф

Әлфиә исемле ҡатындың үҙенең тормошо хаҡында һөйләүе ҡайһы берәүҙәрҙе, бигерәк тә йәштәрҙе, уйландырыр, моғайын. Яҙмышым йәш ҡыҙҙарға һабаҡ булһын, ти ул.

“Тәүге танышҡан көндә үк ирем, ул ваҡыттағы 18 йәшлек егет, киләсәктә ғаиләһенең ҙур буласағы хаҡында белдерҙе. Мин дә, институтҡа уҡырға ингән ҡыҙ, уның менән һис һүҙһеҙ килештем һәм “эйе” тип башымды һелктем, сөнки үҙем дә балаларҙы яратам, өй эсендәге мәшәҡәттәр ҙә минең өсөн бер ҡасан да ҡыйынлыҡ  тыуҙырманы, ҡунаҡтарҙы ла һәр саҡ ихлас ҡабул иттем. Шулай итеп, беҙ, ике йәш йөрәк, танышҡан йылда уҡ ғаилә ҡорорға, балаларыбыҙ мотлаҡ күп буласаҡ, тигән ҡарарға килдек.

Беренсе улыбыҙ тыуғас, институтты ташларға йөрьәт иттем. Был аҙымымдың ҙур хата буласағын ул ваҡытта күҙ алдына ла килтермәй инем. Бер йыл үткәс, икенсе улыбыҙҙы ҡулыбыҙға алып һөйөндөк. Тормошобоҙ етеш тә түгел ине, әммә быға иғтибар итмәнек: мин ғаилә усағын һаҡланым, ирем үҙебеҙҙең эште асып, берсә уңышлы, берсә һынауҙар менән алға ынтылды. Атай-әсәйебеҙ ҙә ҡулынан килгәнсә ярҙам итте, бигерәк тә икенсе балабыҙҙы тәрбиәләшергә булыштылар. Йәнә ике йылдан һуң, ғаиләбеҙгә йәм өҫтәп, өсөнсө улыбыҙ тыуҙы. Уны ҡулына беренсе тапҡыр алғанда иремдең шул тиклем ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Был саҡта бәхеттең сиге юҡ, ҡыуаныстар ҙа мәңгелек кеүек тойола ине. “Шөкөр, йәшбеҙ, мотлаҡ тағы балаларыбыҙ булырға тейеш. Улар – тормошобоҙ йәме”, – тип әйткәнен әле һаман бик яҡшы хәтерләйем. Башын күтәреберәк йөрөй башлағанын да тойғайным.

Ғаилә карабыбыҙ шулай алға елде. Мин, барлыҡ йорт мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөмә алып, тормошома, яҙмышыма ҡәнәғәт булып йәшәй бирҙем. Шулай ҙа дүртенсе улыбыҙ яҡты донъяға килгәс, үҙемде бер аҙ арыңҡырағандай, һаулығым ҡаҡшағандай хис иттем. Ләкин бишенсегә ҡыҙыбыҙ тыуғас, барыһы ла онотолдо, тағы ҡыуаныслы тормош мәшәҡәттәренә сумдым. Үҙемде бәхет күгендә йөҙгәндәй тойҙом. Тик бына бәләкәсебеҙгә бер йәш тулып та өлгөрмәне, ирем: “Ҙур ғаиләң булыуы, әлбиттә, яҡшы, әммә үҙем хаҡында ҡасан уйлармын? Әлегә ваҡыт бар, йәшмен, артабан үҙем өсөн йәшәйәсәкмен”, – тип белдерҙе.

...Күпмелер ваҡыт үткәс, ирем был уйҙарынан кире ҡайтыр, тормошобоҙ йәнә көйләнер, рәтләнер, тигән өмөт менән йәшәй бирҙем. Тик йәмәғәтем, барлыҡ мөлкәтебеҙҙе бүлеп, айырылырға ҡарар итте. Әле ҡулымда – дүрт улым һәм бәләкәй ҡыҙым. Әсәйем менән атайым был хәлгә тамам аптыраны. Хәҙер ирем минең менән хатта һөйләшмәй, телефонды ла алмай... Нимә эшләргә? Артабан нисек йәшәргә? Хатта эшем дә юҡ бит...”

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас