Йәмғиәт
27 Января 2022, 17:30

Башҡортостандың эш тәжрибәһен өйрәнәләр

Республикаға идара итеү үҙәгендә - Новгород өлкәһенән ҡунаҡтар.

Башҡортостандың эш тәжрибәһен өйрәнәләрБашҡортостандың эш тәжрибәһен өйрәнәләр
Башҡортостандың эш тәжрибәһен өйрәнәләр

Республикаға идара итеү үҙәгенә ҡунаҡҡа Новгород өлкәһенең һаулыҡ һаҡлау министры Резеда Ломовцева менән уның урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Любовь Захарова килде.

"Бындағы эшмәкәрлек тураһында һөйләнек, поликлиникаларҙа ни өсөн сираттар хасил булғанын аңлаттыҡ, – тинеләр үҙәктә. – Бынан тыш, электрон больничный ҡағыҙҙарының өҫтөнлөктәре хаҡында ла һөйләшеү булды".

Резеда Ломовцева Түбәнге Новгород ҡалаһында халыҡтың ниндәй проблема менән күберәк мөрәжәғәт итеүе тураһында бәйән итте. Ай һайын өлкә губернаторын халыҡтан килгән үтенестәр менән таныштыралар икән.

Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең бай эш тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан, нигеҙҙә, өс йүнәлеш – иҡтисади аналитика, социаль коммуникациялар һәм мәғлүмәт блогы - тураһында ентекләп һөйләгән.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас