Йәмғиәт
27 Ғинуар 2022, 13:30

Был көн бер ҡасан онотолмаҫ!

Владимир Волков балаларға Ленинградта йәшәгәндәрҙең батырлығы, Ладога күле аша үткән “йәшәү юлы” һәм башҡалар тураһында һөйләне.

Был көн бер ҡасан онотолмаҫ!Был көн бер ҡасан онотолмаҫ!
Был көн бер ҡасан онотолмаҫ!

Республика Хәрби музейында “Рәсәйҙең эҙләү хәрәкәте”нең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Владимир Волков Өфөләге 83-сө лицей уҡыусылары өсөн “Ленинград блокадаһы” темаһына ҡаһарманлыҡ дәресе үткәрҙе.

Сара 27 ғинуарҙа билдәләнгән Ленинградты фашист блокадаһынан азат итеү көнөнә арналды. 1944 йылдың тап ошо көнөндә Нева буйындағы ҡаланың 872 көн тәшкил иткән оборонаһы тамамланған.

Владимир Волков балаларға Ленинградта йәшәгәндәрҙең батырлығы, Ладога күле аша үткән “йәшәү юлы” һәм, ғөмүмән, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында һөйләне.

Яу осорондағы был блокада немец ғәскәрҙәре тарафынан 1941 йылдың 8 сентябренән 1944 йылдың 27 ғинуарына тиклем ҡаланы һаҡлаусыларҙың рухын һындырыу, яулап алыу һәм аҙаҡ юҡ итеү өсөн үткәрелгән.

Совет хәрбиҙәре, дошманды Ленинград эргәһендә туҡтатып, төньяҡ-көнбайыштағы совет-герман фронтының көслө бастионына әйләндергән.

Ҡала менән бәйләнеш 900 көн тиерлек Ладога күле һәм һауа аша алып барылған. Дошман Ленинградты һауанан бомбардировкалаған: блокада ваҡытында ҡалаға 150 мең тирәһе снаряд һәм 107 авиабомба ташланған. Ҡалала йәшәүселәр аҙыҡ-түлек етешмәүҙән аслыҡтан интеккән, ҡырылған.

Блокада осоронда Ленинградта 641 меңдән ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән. Уларҙың өс проценты бомбаларҙан һәләк булһа, ҡалғандары аслыҡтан үлгән. Блокада шарттарында ҡалала йәшәүселәр оборона предприятиеларында эшләгән. Ленинградтың героик оборонаһы совет халҡы ҡаһарманлығы символына әүерелгән.

Фото: республика Хәрби музейы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас