

Бөрө ҡалаһындағы «Манго» кафеһында һатыусыны туҡмап, аҡса урлап ҡасҡан ирҙе эҙләйҙәр. Был хаҡта «КП- Өфө» хәбәр иткән.
Бөтә был күңелһеҙ хәлде кафеға ҡуйылған видеокамера теркәгән. Ундағы кадрҙарҙан күренеүенсә, камуфляж форма кейгән ир кафеға килеп ингән, ул һыуытҡыс эргәһендә торған саҡта, һатыусы, нимә алырға теләүе менә ҡыҙыҡһыныптыр инде, уның янына бара. Тап шул ваҡытта яуыз ир киҙәнеп ҡатынға йоҙроҡ менән һуғып ебәрә, иҙәнгә йығылған ҡатынды ҡаты туҡмай башлай, битенә аяҡ менән тибә.
Аҙаҡ кассала булған алты мең һум аҡсаны урлап сығып ҡаса. Әле ҡатын дауаханала, уның хәле уртаса ауырлыҡта, тип белдергәндәр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Әле был инцидент менән полиция шөғөлләнә, енәйәтсенең шәхесен асыҡлайҙар.
Фото видеонан алынған.