

Бындай хәлдәр ҙә һирәк булһа ла ишетелә: айырылышҡандан һуң балалар атай менән ҡала, ә әсәй тейешле әҙәмгә улар өсөн алимент түләүе һалына. Сабыйҙарҙың иң яҡын, иң кәрәкле булырға тейешле кешегә... Ә уныһы инде балаларын бар тип тә белмәһә - хәл бик аяныслы...
Башҡортостанда шундай әсәйҙәрҙең береһен эҙләй башлағандар. Республика буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 27 йәшлек Динә Зөлҡәрнәева ике ҡыҙы һәм улына тәғәйен аҡсаны түләмәй. Ведомствола асыҡлыҡ индереүҙәренсә, балаларҙы әле атайҙары тәрбиәләй. Алимент буйынса эш приставтарға бирелгән, улар үҙ сиратында бурыслының бөтә иҫәбен япҡан, илдән сығып китеүен тыйған.
Бынан тыш, ҡатын оҙаҡ ваҡыт йәшеренеп йөрөгәнгә күрә (ул Мәскәүҙә икенсе бер ир менән йәшәй тигән фараз бар), эҙләүгә бирелгән.
Ҡасҡалаҡ әсә тураһында ниндәй булһа ла мәғлүмәт белеүсе булһа, телефондан 8(961)3574656, 8(347)2735640 һандарына хәбәр итеүегеҙҙе һорайҙар.
Фото: Башҡортостан Федераль суд приставтары хеҙмәте.