Йәмғиәт
28 Ғинуар 2022, 10:00

“Баламдың үлерен төшөмдә күрҙем...”

Ҡапыл ауырып китеп, “Ашығыс ярҙам” менән дауаханаға эләктем, күп ҡан юғалттым. Иҫемә килгәндә...

“Баламдың үлерен төшөмдә күрҙем...”“Баламдың үлерен төшөмдә күрҙем...”
“Баламдың үлерен төшөмдә күрҙем...”

Төштәр... Ғәжәп, аңлап бөтөп булмаҫлыҡ, хатта ҡайһы берҙә мөғжизә кеүек күренеш инде улар. Эйе, үткән ваҡиғалар шауҡымында, күңел кисерештәре һөҙөмтәһендә күргән төштәрҙе аңлатып була. Ә бына алда буласаҡ ваҡиғаны, киләсәкте шул тиклем теүәл итеп иҫкәрткән төштәрҙе нисек аңлатырға? Кеше аңының төпкө бер үҙенсәлеге һөҙөмтәһендә күрәбеҙме ундай төштәрҙе? Әллә Юғары көс – Аллаһ эшкәртеүеме? Һәр хәлдә, былар тураһында күпме генә уйланһаҡ та, аныҡ яуапты белмәйбеҙ әлегә.

Миләүшә исемле танышым һөйләгән хәл дә – шуға миҫал.

“Дуҫлашып йөрөгән егетем менән өйләнешкәс, тәүге айҙа уҡ йөккә уҙыуымды аңланым. Табипҡа күренеп, был шатлыҡлы яңылыҡ раҫланғас, иремә һөйөнсөләнем. Икәүләп матур хыялдар ҡороп, ҡыҙмы, малаймы тип күрәҙәләп, исемдәр уйлап, мәж килдек. Әлбиттә, быларҙың артыҡ мөһим түгеллеген аңлай инек: миңә – 29 йәш, ул 30-ҙы үткән, шуға күрә беҙҙең өсөн баланың имен-һау тыуыуы беренсе урында торҙо.

Табиптарҙың бөтә күрһәтмәләрен теүәл үтәнем, йөклөлөк бер ниндәй ауырлыҡһыҙ дауам итте. Тыуасаҡ сабыйыбыҙға өс-дүрт ай тирәһендә таңға ҡарай шул тиклем ҡурҡыныс төш күреп уяндым. Имеш, ирем, атайым, ике ағайым ауыл зыяратында ҡәбер ҡаҙа. Мин оҙон күлдәк кейеп, ҡулыма аҡ йүргәккә уралған сабый тотоп, улар янына барҙым да зыярат кәртәһенең тышында баланы иремә тотторҙом. Ул сабыйҙы күтәреп эскә инеп китте... Күңелгә шик төшөп, ҡурҡһам да, был төштө оноторға тырыштым. Насар төштө елгә осорорға кәрәк тигән ырымды ишеткәнем бар ине – шулай иттем. Мәсеткә барып, хәйер-саҙаҡа биреп, доға уҡыттым. Һәм тынысланғандай булдым. Тиҙҙән, ысынлап та, насар төштө оноттом.

...Әммә барыһы ла төштәгесә килеп сыҡты. Һуңғы айҙың үтеүен көтөп йөрөгәндә, ҡапыл ауырып китеп, “Ашығыс ярҙам” менән дауаханаға эләктем. Күп ҡан юғалттым. Иҫемә килгәндә, миңә операция яһағандар, ә бала үлгән ине... Табиптар был хәлдең нилектән килеп сығыуын аңлата ла алманы. Теге төштәгесә, ирем, атайым һәм ике ағайым сабыйыбыҙҙы ауыл зыяратына ерләгәндәр.

Балабыҙҙы юғалтҡас, шул төшөм “келт” итеп иҫкә төштө. Йөклөлөктөң һуңғы айҙарында зәңгәрһыу ерлеккә ваҡ ҡына сәскәләр төшкән, киң итеп тегелгән күлдәк һатып алғайным. Нимәһе ғәжәп: бынан ярты йыл самаһы элек күргән төшөмдә лә мин бит тап шул күлдәктә инем! Тимәк, һатып аласаҡ күлдәгемә тиклем алдан төшөмә ингән...

Бик ауыр кисерҙек был хәлде. Шулай ҙа Хоҙайға мең рәхмәтлемен, ул мине әсәлек бәхетенән, бала һөйөү шатлығынан мәхрүм итмәне – бына тигән ике ул бүләк итте”, - тип тамамланы һүҙен Миләүшә.

Ә һеҙ, хөрмәтле уҡыусылар, алдан иҫкәрткән төштәр күрәһегеҙме? Төштәргә ышанаһығыҙмы?  

Фото: www.behance.net

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас