

1942 – 1944 йылдарҙа Ленинградтан һигеҙ меңдән ашыу кешене Башҡорт АССР-ына эвакуациялағандар. Был барлыҡ мәғлүмәттәр ҙә түгел. Архив тулыһынса һаҡланмаған.
Эвакуацияланғандар өсөн тәьмин итеүҙең юғары нормаһын – көнөнә 500 грамм икмәк биргәндәр. Блокадалағы 125 грамдан һуң был ризыҡтың сикһеҙ ҙур байлыҡ икәнен аңлағандар. Башҡортостандағы “Блокадалы Ленинградта йәшәүселәр иҫтәлегенә” йәмғиәте рәйесе Людмила Солдатованың белдереүенсә, шул ваҡыттан икмәкте үбеү йолаһы ҡалған.
78 йыл элек, 1944 йылдың 27 ғинуарында, Ленинград блокадаһы тамамланған. Ул 872 көн дауам итеп, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 500 меңдән 1,5 миллионға тиклем кеше ғүмерен алып киткән. Рәсәй Президенты Владимир Путин ағаһы ерләнгән Туғандар ҡәберлегенә сәскәләр һалды. Дәүләт башлығы Ленинградта тыуған, ул блокадаға бәйле иҫтәлекле сараларҙа даими ҡатнаша.
Башҡортостанда 103 кеше “Блокадалы Ленинградта йәшәүсегә” билдәһе менән бүләкләнгән. Ике ветеран “Ленинградты обороналаған өсөн” миҙалына лайыҡ булған.
Фотолар: Ленинградты обороналау һәм блокада дәүләт мемориаль музейы.