

Риэлтор һөнәре йәмғиәтебеҙҙә ныҡлы урын ала бара. Әйтергә кәрәк, элек был профессия эйәләренә халыҡ бик шикләнеп ҡараны. Әлбиттә, сәбәптәре лә етерлек булды, әммә һуңғы йылдарҙа был өлкәлә хәлдәр яйға һалына бара, күсемһеҙ милек баҙарында намыҫлы эшләгән компаниялар барлыҡҡа килде. Өфө ҡалаһындағы “Ғаилә” күсемһеҙ милек һәм ипотека үҙәген дә улар иҫәбенә индерергә була.
Уның етәксеһе Сәжиҙә Игебаева Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында тыуған. Ҡыҙ Өфө районының Авдон ҡасабаһында урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында белем ала. 2004 – 2011 йылдарҙа эске эштәр органдарында иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш бүлегендә төрлө вазифала эшләй. Йырларға, бейергә яратҡан Сәжиҙә Нияз ҡыҙы төрлө банкет сараларын алып барыусы ла була, шулай уҡ сауҙа менән дә шөғөлләнә.
Республикала күсемһеҙ баҙар әле ниндәй хәлдә? Риэлтор булыу отошломо? Ошо хаҡта Сәжиҙә Игебаева менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Сәжиҙә Нияз ҡыҙы, ниндәй сәбәптәр риэлтор эшенә тотонорға мәжбүр итте?
– Тормош мәжбүр итте, сөнки мин Аҡъярҙа йәшәй инем, унда эш булманы. Әлбиттә, эҙләгән кешегә бөтә ерҙә лә эш табыла ул. Әммә Өфөлә үҫкәнгә күрә, миңә Аҡъярҙа тар һымаҡ ине, шуға ла баш ҡалаға күсергә ҡарар иттем. Атай-әсәйемә лә: “Өфөлә йәшәге килә, Аҡъярҙа ҡалғым килмәй”, – тип әйттем.
2015 йылда баш ҡалаға килеп, эш эҙләнем. Мин яңғыҙ әсә, шуға ла ике кешене ҡарарлыҡ хеҙмәт хаҡы кәрәк. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тигәндәй, тулы һәм татыу ғаилә булһа, малды ир ҙә, ҡатын да алып ҡайта. Ә минең таяныр кешем юҡ, шуға ла яҡшы түләнгән эш урыны кәрәк.
Йөрөмәгән урын ҡалманы – бер аҙна буйы эш эҙләнем, хатта заводтарҙы ла ҡалдырманым. Кемдер миңә: “Ошо сайтҡа резюмыңды урынлаштыр”, – тип кәңәш бирҙе. Үҙем тураһында мәғлүмәттәр ҡалдырҙым, “риэлтор эше эҙләйем” тип түгел, ә берәй һатыусы кеүек эш булыр, тип уйланым. Шунда уҡ риэлторҙар шылтырата башланы. Мин ул эшкә шикләнеп ҡарай инем. Риэлторҙар – мутлашыусылар, алдаҡсылар, тип уйлай инем.
Тағы ла бер ханым шылтыратты, матур итеп һөйләне лә: “Килеп-ҡарап, танышып китеүҙән бер нәмә лә булмаҫ, ҡапыл ғына кире ҡаҡмағыҙ”, – тип кәңәш итте. Шәмбе кис бер агентлыҡҡа барҙым. Унда миңә шундай оҡшаны. Хәҙерге үҙебеҙҙең офистай матур, яҡты бүлмәләр, бөтә нәмә ап-аҡ төҫтә. Эшләп ҡарау теләге тыуҙы. Унда миңә аҡса эшләү мөмкинлеге барлығын аңлаттылар. Уйлап ҡараным да атай-әсәйгә өндәшмәй генә тәүәккәлләнем. Уларға әйтһәм, был аҙымымды хупламаҫтар ине. Бер аҙ ваҡыт үткәс кенә, әсәйемә әйттем, ә атайыма иһә уңыштарға өлгәшә башлағас ҡына хәбәр иттем. Унда ла атайым: “Өфө һынлы Өфөлә башҡаса эш булманымы ни, шул риэлторҙан башҡа...” – тине.
Беҙҙең йәмғиәттә риэлторға ҡарата “алдаҡсы, яман кеше, һауанан аҡса һуға” тигән ялған ҡараш һаҡланып килә, ә беҙгә эшкә урынлашырға килгән йәштәрҙең ҡарашы бөтөнләй икенсе. Йәш быуын риэлторҙы киләсәкле һөнәр тип ҡарай. Шулай булһын инде, тип теләйем.
– Ни өсөн үҙегеҙ эш башлаған компаниянан киттегеҙ, нимә мәжбүр итте?
– Ҙур коллективта төрлө хәл-ваҡиғалар була. 300 риэлтор араһында ике йыл рәттән иң яҡшы ун риэлтор иҫәбендә инем. Аҙаҡ ниндәйҙер үҫеш талап ителде. Мин шундай кеше – бер урында оҙаҡ тороуы ҡыйын, һәр ваҡыт үҫергә ынтылам, миңә ҡайҙалыр үрләргә кәрәк. Мәҫәлән, заводта 30, 40, 50-шәр йыл эшләйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин ундай кеше түгелмен – һәр саҡ хәрәкәттәмен.
Үҫеш кәрәк булғас, үҙ эшемде асырға ҡарар иттем. Тәүҙә ябай шәхси эшҡыуар булараҡ өйҙә ултырып эшләп ҡараным, әммә өйҙә күңелһеҙ, ҡатын-ҡыҙға биҙәнеп-төҙәнеп, ҡайҙалыр сығып йөрөргә кәрәк. Шуға бер бәләкәй генә офисты ҡуртымға алып, шунда эшләй башланым. Аҙаҡ инде башҡа риэлторҙар: “Әйҙә, һиңең офисыңа килеп эшләйем, ҡуртым хаҡын түләргә ярҙам итермен”, – тип үҙҙәре миңә килә башланы. Шулай тупландыҡ, аҙаҡ: “Улай булмай, әйҙәгеҙ, эште тәртипкә килтерәйек”, – тип риэлтор компанияһын асырға тигән ҡарарға килдек. Социаль селтәрҙә компанияның исеменә конкурс иғлан иттек һәм күптәрҙән уны “Ғаилә” тип атарға тәҡдим килде. Тағы ла балалар өсөн һүрәттәр конкурсы ойошторҙоҡ һәм унда ҡатнашҡан бер баланың рәсемен һайлап алдыҡ, хәҙер ул беҙҙең логотип булып тора. Хәҙер “Ғаилә”лә ун ике кеше эшләй.
– Риэлтор заказдарҙы үҙе табамы, әллә клиенттар мөрәжәғәт итәме? Ғөмүмән, был һөнәрҙең үҙенсәлеге, сере нимәлә?
– Әле беҙ риэлторҙарҙы эшкә саҡырабыҙ. Персоналды һайлау буйынса айырым бүлек булдырҙыҡ. “Ауыр эш, оклад юҡ, ышаныс юҡ” тип кеше бик үк килергә ынтылып тормай. Әлбиттә, беҙ оклад булдыра алмайбыҙ, сөнки тауар юҡ. Беҙҙең тауар – хеҙмәт күрһәтеү, әгәр ул хеҙмәт күрһәтмәһә, уға түләй алмайбыҙ.
Эштең сере нимәлә? Кеше агентлыҡҡа килә лә, уға күп итеп клиенттар бирәләр һәм улар шулар менән эшләй, тип уйлай. Беренсенән, күсемһеҙ милек өлкәһендә клиенттар менән эшләү – ҙур яуаплылыҡ ул. Бында икмәк, галуш, итек, хатта машина ла һатмайбыҙ, ә бер нисә миллион һум торған күсемһеҙ милеккә бәйле эш алып барабыҙ, ундай аҡса менән уйнап йөрөп булмай. Шуға ла клиентты әле генә эшкә килгән риэлторға тапшыра алмайым. Ул үҙе клиент эҙләргә тейеш.
Беҙ теләгән кешеләрҙе компанияға алабыҙ, уҡытабыҙ, килемгә сығарабыҙ. Тырышһаң, аҡса эшләргә була. Иң мөһиме – регламентты күҙәтергә кәрәк. Беҙҙең һөнәрҙән ҡурҡырға ярамай. Үҙҙәренең тормошон ыңғай яҡҡа үҙгәртергә, шәхси яҡтан да үҫергә, хыялдарын ғәмәлгә ашырырға теләгән йәш ҡыҙҙар һәм егеттәр, минең шикелле Өфөгә килеп, юғалып йөрөгән әсәләр бар икән, килһендәр, барыһына ла эш нескәлектәренә өйрәтербеҙ. Бәйләнеш өсөн телефон номерын ҡалдырам: 89373410477.
– Күсемһеҙ милек баҙарында көнәркәшлек көслөмө?
– Хәҙер риэлторҙар араһында конкурентлыҡ бик көслө, сөнки ҙур агентлыҡтар барлыҡҡа килде. Эш башлаған саҡта, ундай эре компаниялар юҡ ине, риэлторҙар ҙа әллә ни күп булманы. Шул саҡта Рәсәй кимәлендә эшләгән компаниялар беҙҙең баҙарға инә башланы, хәҙер үҙебеҙҙә лә ҙур компаниялар барлыҡҡа килде һәм улар риэлторҙарҙы күпләп уҡыта. Күптәр минең кеүек барып эшләп ҡарай ҙа: “Минең компания менән уртаҡлашҡым килмәй, үҙемә эшләйем”, – тип айырым агентлыҡ аса, шуға күрә лә көслө көнәркәшлек барлыҡҡа килде.
Әммә намыҫлы эшләгән кешегә клиенттар һәр саҡ етә. Халыҡты алдамаһаң, улар менән матур итеп эшләһәң, ипле, итәғәтле булһаң, тәжрибәңә таянып, эшеңде еренә еткереп башҡарһаң, кешеләр барыбер килә. “Сарафан” радиоһы ла эшләй: кешеләр тәҡдим итә һәм клиенттар үҙҙәре эҙләп таба. Конкурентлыҡ көслө, әммә һәйбәт эшләгән риэлторҙар ниңәлер бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
– Күсемһеҙ милек әйләнешенә бәйле ҡануниәт яйлап камиллаша бара. Был үҙгәрештәр, риэлторҙарға тулыһынса ышанырға мөмкин, тип әйтергә нигеҙ була аламы?
– Закон буйынса риэлторҙар үҙ өҫтөнә бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ алмай, ул бары аралашсы, килешеү буйынса эшләй. Халыҡ килешеү төҙөүҙән баш тарта. Кеше яуаплылыҡтан ҡурҡа, “мин аҡса түләргә тейеш булам” тип уйлай, ниңәлер бер яҡлап ҡына ҡарай, ә бит килешеүҙә ике яҡтың да яуаплылығы тәфсирләп яҙылған. Әгәр фатир менән берәй хәл булып ҡуйһа, килешеү булмағас, риэлтор ниндәй яуаплылыҡ тойһон инде.
Беҙҙең эштә тәжрибә – баһалап бөткөһөҙ сифат. Тәжрибәле, белемле белгес булырға кәрәк. Ике төрлө риэлтор була: беренсеһе – намыҫ менән матур итеп эшләгән, закондарҙы өйрәнеп, нөктәһенә тиклем төшөнгән яҡшы белгес; икенсеһе – уңыш джентльмендары, уларҙы аҡса ғына ҡыҙыҡһындыра, клиенттан нисек тә булһа күберәк аҡса алып эшләһә булған. Законды беләме-юҡмы, ундай уй кешенең башына инеп тә сыҡмай.
Күсемһеҙ милектең яҙмышы хәл ителгәндә, күп ғәмәлдәр риэлторға ла бәйле. Әлбиттә, фатирҙы йәки йортто үҙеңә барып һатып алырға була. Кешенең быға хоҡуғы бар. Һәр кем үҙе хәл итә. Әгәр ҙә риэлтор хеҙмәттәренән файҙаланырға ҡарар итәләр икән, шундай теләгем бар – тәжрибәле, ғәҙел белгестәргә мөрәжәғәт итһендәр, ә кем етте, шуға түгел. Ҡасандан бирле ҡайҙа эшләгәнен һорап, ҡарап һайлай белергә кәрәк. Хәҙерге заманда бер нәмәне лә йәшерен-батырын тотоу мөмкин түгел. Мәҫәлән, минең “Бәйләнештә”ге, “Инстаграм”дағы диуарымды ҡараһаң, унда нимә эшләп йөрөгәнем тулыһынса күренеп тора.
Хәҙер бына шундай күренеш бит инде – йырсылар ҙа, водителдәр ҙә, блогерҙар ҙа һәм башҡалар риэлтор булып бөттө. Был эшкә ынтылыусылар “еңел генә аҡса эшләп була” тип уйлай. Ҡайһы берәүҙәр, үҙҙәренең социаль селтәрҙәге билдәлелегенән файҙаланып, матур, яҡшы реклама ярҙамында уңышҡа өлгәшергә ҡарар итә. Хәҙер бит социаль селтәр тормошобоҙға көслө йоғонто яһай.
– Ниндәй йорттарҙан фатир һатып алыу отошлораҡ?
– Кемдер яңы төҙөлә башлаған йорттан фатир алырға уйлай икән, уны ҡарауға ярайһы ғына ваҡыт талап ителә. Ә урындарҙа ултырған менеджерҙарҙы нәҡ ошо комплекстағы фатирҙарҙы һатырға уҡыталар. Улар нисек тә булһа уны һатырға тейеш, бының өсөн пландары ла бар. Шуға ла менеджерҙар алдында үҙҙәренең комплексындағы фатирҙарҙы маҡтап-маҡтап һатыу бурысы тора. Беҙҙең алға иһә “төҙөлгән йорттан бер нисә фатир һатырға тейешбеҙ” тигән план ҡуйылмай.
Төп маҡсатым – ярҙам һорап килгән клиенттың талаптарына, аҡсаһына тап килгән фатир табып биреү. Бөгөн Өфөлә 38 төҙөлөш майҙаны бар, шуларҙың 34-е менән эш алып барабыҙ.
Беҙ килгән кешене компьютер аша һатыуҙағы бөтә фатирҙар менән таныштырабыҙ. Стенаһы, түшәме, тәҙрәһе, радиаторҙары, йылытыу системаһы ниндәй материалдан булыуы тураһында ентекләп һөйләйбеҙ. Барлыҡ төҙөлөш объекттары тураһында ултырып һөйләшәбеҙ, аҙаҡ инде клиент үҙенә оҡшағандарҙы күрһәтә һәм уны барып ҡарап алабыҙ. Яңы йорттарҙан фатир һатып алғанда, беҙ бушлай хеҙмәт күрһәтәбеҙ, сөнки төҙөлөш компаниялары менән килешеү нигеҙендә эшләйбеҙ һәм һатыу мәсьәләһе фатир хаҡына бер нисек тә йоғонто яһамай.
Кешеләр “риэлтор фатирҙың хаҡын күтәреп һата” тип уйлай. Беҙ уны бер нисек тә арттыра алмайбыҙ, сөнки һатып алыусы менән төҙөлөш компанияһы араһында килешеү туранан-тура төҙөлә. Беҙ күрһәткән хеҙмәткә төҙөлөш компанияһының реклама фондында ҡаралған аҡсанан процент түләнә.
Илебеҙҙә бөтә өлкәләрҙә лә мөнәсәбәттәр яйлап хоҡуҡи яҡтан тәртипкә һалына бара. Риэлторлыҡ эшен алып барыу өсөн дә лицензия бирһәләр, бик шәп булыр ине, тигән фекерҙәмен. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең эштә осраҡлы кешеләр күп, шуға күрә лә йәмғиәттә риэлтор һөнәренә ҡарата кире ҡараш бар. Был мине ныҡ борсой. Дәүләт үҙенең хужаларса ҡулы менән ошо хәлде тәртипкә һалһа ине, тип теләйем. Мәҫәлән, дауахананың лицензияһы булмаһа, уның хатта укол ҡаҙарға ла хоҡуғы юҡ. Беҙҙең эштә лә ошондай тәртип урынлаштырыу талап ителә. Лицензиялы риэлторҙар ғына эшләү хоҡуғына эйә булһа, ул саҡта күсемһеҙ милек баҙарында ла тәртип урынлашыр, һалымдар түләү ҙә яйға һалыныр ине.
– 2021 йылды нисек үткәрҙегеҙ? Ғөмүмән, Башҡортостандағы, Өфөләге күсемһеҙ милек баҙары ниндәй хәлдә?
– Беҙ Өфө ҡалаһында һәм уның эргәһендәге райондарҙа эшләйбеҙ. Шулай уҡ Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларының күсемһеҙ милек баҙарына ла сыҡтыҡ. Унда икенсе шарттар, тип әйтергә лә була. Өфөлә өйҙәрҙе төҙөүҙә экологик яҡтан таҙа, сифатлы төҙөлөш материалдарын файҙаланалар. Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта күмәк төҙөлөш алып барыла, 36, 46 ҡатлы йорттарҙы һалалар һәм унда ниндәй генә материал ҡулланылмай, шуға ла сифат тураһында әйтеп булмай.
Быйыл ипотека ставкалары артасаҡ. Рәсәй Үҙәк банкының декабрҙә уҙған ултырышында ставканы 8,5 процентҡа күтәреүе тураһында хәбәр ителде. Әлбиттә, был ипотека ставкаһына ла ҡағыласаҡ, һәм ул ун проценттан артыр тип көтөлә, шуға күрә фатир алыусылар ҙа кәмер, тип уйлайым. Күсемһеҙ милеккә ихтыяж кәмеһә, уға хаҡ та төшәсәк. Быға артҡан ипотека ставкалары ла ныҡ йоғонто яһай.
Шул уҡ ваҡытта былтыр фатирҙарға хаҡ ныҡ артты – 30-35 процентҡа тиклем. Бында инде хаҡтар һауа шары кеүек, сөнки халыҡ фатирҙарҙы яңы төҙөлгән йорттарҙыҡы менән сағыштыра. Элекке Хрущев заманында төҙөлгән: биш ҡатлы йорттар менән яңы торлаҡ комплексындағы фатир хаҡтары бер сама. Әммә улар араһында ҙур айырма бар: хәҙерге заман торлаҡ комплекстары фатир ғына тәҡдим итмәй, ә тулыһынса йәшәү стилен булдыра, унда бөтә уңайлыҡтар ҙа ҡаралған.
Әлбиттә, һәр кеше фатирҙың үҙе өсөн уңайлы булғанын һайлай, әммә сифатҡа ла иғтибар итергә кәрәк. Тағы ла аҡса мәсьәләһен хәл иткәндә, калькулятор алып, бар яҡлап та иҫәпләп ҡарарға кәрәк.
Декабрь аҙағында күсемһеҙ милек баҙары әүҙемләшә, һәм был – ғәҙәти күренеш. Был инде тарихтан алған тәжрибәнән килә. 90-сы йылдарҙа күпме кешенең аҡсаһы янды?! Шуға ла хәҙер халыҡ ҡурҡа һәм Яңы йыл алдынан нимәлер алып ҡалырға тырыша. Инфляция ла туҡтамай, шуға күрә әлегә фатирҙар һатыла, күсемһеҙ милек баҙарының туҡтап тороуы тойолмай. Быйыл хәлдең нисек булыры яҡындағы айҙарҙа күренә инде. Уйлауымса, иҫке фатирҙарға хаҡ төшөргә тейеш.
Күсемһеҙ милек баҙары ла тулҡын кеүек ул. Мәҫәлән, 2018 йылда февраль-март айҙарында бер фатирҙы ла һатып булманы.
Ғөмүмән, күсемһеҙ милек баҙарында әле йәнлелек күҙәтелә, артабан нисек булырын ваҡыт күрһәтер.
– Фатир һатып алғанда нимәгә иғтибар итергә?
– Мәҫәлән, кеше “Авито”ға ҡуйылған хаҡты күрә лә, фатир шул хаҡҡа һатыла, тип уйлай, әммә был “хужаһы күрһәтелгән хаҡҡа һатырға теләй” тигәнде аңлатмай. Уның фатирын күпмегә һатырға мөмкин булыуын риэлторҙар ғына әйтә ала, сөнки улар был эш менән даими шөғөлләнә. Кеше биш-алты йылға бер тапҡыр фатир һатһа, ә һәйбәт риэлтор айына ете-һигеҙ фатир буйынса килешеүҙәр төҙөй һәм ул ошо кварталда фатирҙың күпмегә һатылғанын да белә. Мәҫәлән, хужа фатирын 4 миллион 200 мең һумға һатырға теләй икән, әммә мин ул кварталда килешеүҙәрҙең 3 миллион 950 мең һумға төҙөлгәнен беләм. Ғөмүмән, сайттарҙағы хаҡ – милек хужаларының тәҡдиме, ә ҡалғаны килешеү барышында көйләнә, хаҡтың тәүге күрһәтелгәненән байтаҡҡа кәмеүе лә ихтимал.
Мәҫәлән, кешенең кеҫәһендә 2 миллион 800 мең һум аҡсаһы бар, әммә ул алырға теләгән фатирға етмәй. Күптәр был осраҡта етмәгән өлөшөн өҫтәргә аҡса эҙләргә тотона. Ә мин тотам да шылтырата башлайым: “Шунса аҡсабыҙ бар, киләйекме фатирыңды ҡарарға?” – тип. Һатҡан кешеләр араһында ла: “Эйе, килегеҙ, беҙ ташлама яһарға әҙер”, – тип әйткәндәр була. Беҙҙең халыҡ тартына, һатыулашыуҙан ояла. Был осраҡта уңайһыҙланмаҫҡа кәрәк, халҡыбыҙҙа “Иламаған балаға имсәк ҡаптырмайҙар” тигән әйтем дә бар бит.
Ғөмүмән, фатир алырға теләгәндәр тәүҙә белгес менән кәңәшләшһен ине, аҙаҡ хәл итерҙәр. Беҙ консультация өсөн аҡса һорамайбыҙ. Тәжрибәле белгес менән эшләүе яҡшыраҡ та, еңелерәк тә, күңелгә лә тыныс. Яҡшы белгес ташлама яһау тураһында һөйләшеп килешә ала, документтарҙың юридик яҡтан таҙалығын да ҡарай. Хәҙер бит халыҡ төшөнөп бөтмәгән документтар ҙа күп, шул иҫәптән әсәлек капиталына бәйлеләре лә бар.
Кеше, ғәҙәттә, тәүҙә фатир эҙләй, аҙаҡ аҡса яғын уйлай. Был яҡшы күренеш түгел. Ундайҙар тәүҙә фатир ҡарай һәм, ул оҡшаһа, фәҡәт шул фатирҙы алыр өсөн бурысҡа батып бөтә. Ундай фатир бер ниндәй ҙә ҡыуаныс килтермәй. Боронғолар әйткән бит “Юрғаныңа ҡарап, аяғыңды һуҙ” тип. Иң тәүҙә аҡса яғын хәл итергә кәрәк, күпме ипотека бирәләр, айына күпме түләүе уңайлы, аҙаҡ ҡына фатир эҙләргә тотоноғоҙ. Фатир бәләкәйерәк булһын, әҙерәк алыҫтараҡ та булһын, әммә йәшәргә, ҡыуанырға, тормоштоң йәмен күрергә лә мөмкинлек ҡалһын.
Шул уҡ ваҡытта телефон кеүек бәләкәй әйберҙе кредитҡа алып, бер нисә һумын түләмәй ҡалдырһа ла, ул кеше үҙенең кредит тарихын боҙа һәм фатир алыуға ҡамасаулай.
Хәҙер ипотека брокерҙары бик күп. Улар кешенең рәсми эш урыны булмаһа ла, кредит тарихы насар булһа ла, ипотекаға рөхсәт алырға ярҙам итә. Ундайҙар күптәрҙе алдай, тип әйтергә була. Хәҙер банктан ипотека алыу өсөн тәүге иғәнәгә фатир хаҡының 10 процентын түләрлек аҡса булғанда, уның өсөн бер ниндәй ҙә белешмә кәрәкмәй. Халыҡ ошондай шарттар тураһында белмәй, төрлө аҡыл өйрәтеүселәрҙән барып һораша ла, үҙҙәренсә эшләп ҡуя. Ундай кешеләргә аптырайбыҙ, был эштәрҙе түләмәйенсә лә башҡарырға була, ә улар шуның өсөн 35–60 мең һум аҡса түләй.
Фатир һайлаған саҡта бөтә яҡлап та һинең теләгеңә яуап биргәнен табыуы ауыр. Был осраҡта ремонты насар булһа ла, йорто яңыраҡ булһын. Мәҫәлән, панель йортта яҡшы ремонтланған фатир һатыла, ә кирбес йорттағы торлаҡ насарыраҡ хәлдә, ти. Мин үҙем, белгес булараҡ, кирбес йортто тәҡдим итер инем, сөнки ремонтты үҙең теләгәнсә эшләп була, әммә панель йорт бер нисек тә кирбескә әйләнмәй, шулай уҡ иҫке йорт яңыраҡ булмай.
Халыҡ әйберҙең тышына ҡыҙыға, кәнфитте лә матур итеп төрһәләр, тәмле тип уйлайһың. Йорттоң сифатына, урынлашҡан урынының уңайлылығына, инфраструктураһына иғтибар итергә кәрәк. Ғөмүмән, яңы йорттар барыбер яҡшыраҡ.
Фатир һатҡанда риэлтор асыҡтан-асыҡ эшләргә тейеш, ә ҡасып-боҫоп түгел. Беҙ күрһәткән хеҙмәт өсөн хаҡтың күләмен алдан уҡ әйтеп, килешеү төҙөйбөҙ. Клиент оҡшаған фатирҙы һайлағас, задатка аҡсаһы биреп ҡайтып китә. Беҙ документтарҙы тулыһынса әҙерләп бөткәс, һатыу-һатып алыу (ДКП) тураһында килешеүгә ҡул ҡуйырға ғына саҡырабыҙ. Килмәйенсә, ситтән тороп фатир алғандар ҙа бар. Мәҫәлән, Себерҙәге клиенттарым Өфөгә килмәйенсә генә фатир һатып ала.
Ауылдан килгәндәр өсөн фатир һайлауы ауыр, сөнки улар ҙур йорттарҙа йәшәп өйрәнгән, ә ҡалала бер нисә метрлыҡ фатирға бер нисә миллион һумын һалғыһы килмәй.
– Киләсәккә ниндәй уй-ниәттәр ҡораһығыҙ?
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, эшебеҙ алға бара, минең ҡыҙҙарым һәм егеттәрем матур ғына эшләп йөрөй. Ә үҙемдең инде ижади яҡтан артабан үҫергә ине тигән теләгем бар. Яңы йылға ниндәйҙер үҫеш, яңы үрҙәр яуларға тигән маҡсат менән баҫтыҡ.
Тәүҙәрәк был һөнәр бик үк оҡшап етмәй ине, ә хәҙер клиенттарымдың фатир алып ҡыуанғанын, матур йәшәгәндәрен күреү, рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү, эшеңдең емешен татыуҙың ҙур бәхет икәнен аңланым.
– Фәһемле яуаптарығыҙ, кәңәштәрегеҙ өсөн рәхмәт. Күсемһеҙ милек алыусылар уларға ҡолаҡ һалыр һәм үҙҙәренең күңеленә ятҡан фатирҙы һатып алыр, тип ышанабыҙ.
Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.

