

Башҡортостанда яңы коронавирус таралыуы менән бәйле “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” иремәндәр үҙәге эшен көсәйтә. Әүҙемселәр республиканың төрлө райондарынан килгән мөрәжәғәттәрҙе өйрәнә, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек илтә, медицина ойошмаларында табиптарға ярҙам күрһәтә.
Ошо көндәрҙә Өфө районының Михайловка ауылында Гөлшат Ҡәйүмова шәхси транспортында табипты өйҙәрендә ауырығандарға илтте. Табиплыҡ амбулаторияһының участка терапевы Мөхәмәт Мәмәдәлиев әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта саҡырыуҙар һаны артҡан. “Михайловкала бөтәһе дүрт терапия участкаһы эшләй. Һәр белгескә көнөнә 20-50 саҡырыу тура килә. Бүлексәлә автомобилдәр етешмәй, партия ирекмәндәренә ярҙамдары өсөн рәхмәт”, – ти ул. Гөлшат Ҡәйүмова әйтеүенсә, бындай ирекмәнлек ярҙамы халыҡҡа ҙур файҙа килтерәсәк. Ҡатмарлы осорҙа ошондай берҙәмлек күрһәтеү, ысынлап та, мөһим. Бынан тыш, ирекмәндәр “Беҙҙең хәстәрлек” колл-үҙәгенә ярҙамға килә. Мәҫәлән, башҡорт-татар эстрадаһының танылған йырсыһы Рәдиф Зарипов оператор сифатында эшләп, Өфөләге күп балалы ғаиләгә ҡайнар аш илткән.
“Минеңсә, бөтә һөнәр кешеләре, шулай уҡ артистар ҙа республика халҡына ҡатмарлы шарттарҙа ярҙам ҡулы һуҙырға тейеш. Үҙемдең өлгөмдә битараф булмағандарҙы ошо изге акцияға ҡушылырға саҡырам”, – тип фекере менән бүлеште Рәдиф Зарипов. Ул ирекмәндәр үҙәге кураторы Раил Әҙиәтуллин менән берлектә изоляциялағы күп балалы Эльвира Кнор ғаиләһенә ҡайнар аш менән ярҙам иткән. Ғаилә Иҫке Сипайлово биҫтәһендә йәшәй.
“Температурам юғары, бына өсөнсө көн инде төшмәй. Ә балаларым бәләкәй. Тиҙ арала ярҙам күрһәткәндәре өсөн “Берҙәм Рәсәй” партияһына рәхмәт. Яратҡан йырсымдың бөгөн беҙгә ирекмән сифатында килеүе ныҡ ғәжәпләндерҙе”, – тине әсә.
Колл-үҙәккә 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем бушлай 8-800-201-89-03 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.