

“Үҙеңдең һәм яныңдағы кешеләрҙең тормошон яҡшыртам тиһәң, ҡул ҡаушырып ултырма!” – республикала киң танылыу яулаған “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы тап ошо принцип буйынса эшләй.
Учалыла һуңғы йылдарҙа программа нигеҙендә барлыҡҡа килгән спорт, балалар майҙансыҡтары, яңыртылған социаль учреждениелар, заманса яҡтыртҡыстар – барыһы ла берҙәм тырышлыҡ һөҙөмтәһе.
Бар проекттар республика, урындағы бюджет һәм халыҡтың үҙе йыйған аҡсаһына тормошҡа ашырыла. Район биләмәһендә урынлашҡан предприятиелар ҙа, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеп, ҙур өлөш индерә. Бигерәк тә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының, Башҡорт алтын сығарыу компанияһының, Учалы тегеү фабрикаһының өлөшө тос.
Наурыҙ ауылы биләмәһе, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, бихисап проектты тормошҡа ашырҙы. 2014 йылда Наурыҙ ауылының зыяраты кәртәләнгән, 2015 йылда балалар майҙансығы төҙөлгән, 2017 йылда биләмәгә ҡараған Мәҫкәү ауылы мәктәбенә капиталь ремонт яһала, 2018–2020 йылдарҙа Йәһүҙә, Ташҡыя, Ғәҙелша ауылдары урамдарына энергия һаҡлағыс яҡтыртҡыстар ҡуйыла. Был эштәр фәҡәт биләмә халҡының үҙенең тырышлығы арҡаһында ғына тормошҡа ашырыла.
Ғәҙелша урамдарына, мәҫәлән, яҡтыртҡыстар ҡуйыу көн талабы була, сөнки ауыл һуңғы йылдарҙа үҫеш кисерә. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашырға ҡарар иткәс, ауылдаштары районда ғына түгел, республикала ла сабыш аттарын өйрәтеүсе булараҡ дан яулаған Рәүеф Фәтҡуллинды инициатив төркөмдөң етәксеһе итеп һайлап ҡуя.
– Ситтә эш, хатта йәшәргә йорт тәҡдим итһәләр ҙә, тыуған ауылымдан китмәнем. Шөкөр, һуңғы йылдарҙа “ҡараңғы” тип иҫәпләнгән ауылыбыҙ үҫә, күркәмләнә. Халыҡ, ығы-зығылы ҡала мөхитендә йәшәүгә ҡарағанда, экологик яҡтан таҙа, һоҡланғыс тәбиғәтле урында ғүмер кисереүҙең бөтә яҡтан да өҫтөнөрәк икәнлеген саҡ аңлай башланы, күрәһең.
Бөтә нәмә лә үҙеңдән тора, тырышһаң, ауыл ерендә лә уңайлы шарттар тыуҙырып, рәхәтләнеп йәшәп була. Өҫтәүенә, халыҡтың йәшәйешен, көнкүрешен еңеләйтеүгә йүнәлтелгән ошондай программаларҙың булыуы иртәгәһе көнгә өмөт менән ҡарарға мөмкинлек бирә. Элек ауылда ике генә яҡтыртҡыс бар ине, ҡыштың оҙон төндәрендә бигерәк тә ҡыйынға тура килде. Хәҙер хәл тамырынан үҙгәрҙе, төндә лә ауылыбыҙ балҡып ултыра, – ти Рәүеф Зәки улы.
Мәҫкәү урта мәктәбенең спорт залы авария хәлендә була, түбәһе ишелеп төшөү хәүефе янағас, ябып та ҡуялар. Физкультура дәрестәре тышта үткәрелә. Косметик ремонт уҙғарып торһалар ҙа, мәктәптең төп бинаһы ла иҫкерә. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы уҙғарылған капиталь ремонттан һуң учреждение бөтөнләй икенсе төҫ ала: стеналар һыланып аҡлана, түшәмдәр ремонтлана, спорт залын төҙөкләндереү менән бер рәттән, мәктәптең 14 тәҙрәһе лә замансаға алмаштырыла.
– Күп биләмәләрҙә халыҡтан аҡса йыйыу мәсьәләһе ауырлыҡтар тыуҙыра, ә беҙҙә, киреһенсә, халыҡ үҙе йүгереп йөрөй. Ауылдағылар ҙа, ситтә йәшәүселәр ҙә ҙур әүҙемлек күрһәтә, – тип маҡтау һүҙҙәрен яуҙырҙы хакимиәт башлығы Гөлсинә Фәттәхова.
Әйткәндәй, Наурыҙ ауыл советы быйыл да “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашырға иҫәп тота. Ошо маҡсатта, бөтә санитария талаптары күҙәтелеп, йыйылыштар уҙғарылған, борсоған проблемалар, хәл итәһе мәсьәләләр асыҡланған. Быйыл наурыҙҙар мәктәп ҡыйығын капиталь ремонтларға йыйына.
– Ауылыбыҙҙа мәктәп 1925 йылда асыла. Ошо осорҙан уны мең ярым тирәһе уҡыусы тамамлай. Мәктәбебеҙ Тыуған илгә әллә күпме билдәле шәхестәр тәрбиәләгән. Мәшһүр композитор Абрар Ғабдрахманов, халыҡ йырсыһы Нажиә Аллаярова, йәмәғәт эшмәкәре Рәшиҙә Солтанова, бейеү оҫтаһы Рәйес Низаметдинов, яҙыусы-журналист Рәүеф Насиров һәм башҡа данлыҡлы шәхестәр Наурыҙ мәктәбендә белем алған. Бәләкәй генә ауылдан өс тиҫтәнән ашыу атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәрҙең сығыуы ла мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эшенең юғары кимәлдә ойошторолоуын дәлилләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1985 йылда файҙаланыуға тапшырылған мәктәп бинаһының ҡыйығы бик иҫкерҙе. Яҙын-көҙөн түшәмдән һыу тамсылап ыҙалата. Косметик ремонт менән генә проблеманы хәл итеп булмаясаҡ. Мәктәп ҡыйығын тулыһынса алмаштырырға кәрәк, – тип борсолоуын белдерҙе мәктәп директоры Фирүзә Ҡаһарманова.
“Мәктәп – һәр ауылдың йөрәге” тигән бик тапҡыр фекер бар. Эйе, мәктәптә балаларҙың шат тауышы яңғыраған саҡта ғына, ауылдарҙың киләсәге лә өмөтлө була.
Римма СОЛТАНОВА.