

Яңы йыл алдынан матур биҙәлгән, төрлө уттар йымылдаған йорттарға күҙ һалды ла Мәрйәм кире үҙ өйөнә ҡарай атланы. Ҡасандыр ире менән, ҡала ситенән булһа ла, йорт һатып алғайнылар, уны сынъяһау иткәйнеләр, тик хәләле үҙ өйөндә оҙаҡ йәшәй алманы шул, ҡаты сир уны яҡты донъянан бик иртә алып китте. “Ярай, ҡатын, торлаҡ һатып алып өлгөрҙөк: берҙән-бер ҡыҙыбыҙ, беҙҙең кеүек йәш саҡтан мөйөштән-мөйөшкә йөрөп, ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәп миктәмәҫ”, – тип әйткәйне ире Мәрйәмдең.
“Их, Марат, тағы аҙ булһа ла йәшәмәнең бит. Бынау байрамды ла бергә ҡаршылар инек. Ней ҡыҙым да күренмәй, хәлде лә килеп белмәй. Яңы йыл алдынан килеп күренһә була бит инде...” Тик ҡатын тимер ҡапҡаһының ишеген дә асып өлгөрмәне: “Туҡтағыҙ әле, көтөп тороғоҙ...” – тигән тауышты ишетте. Машинанан сыҡҡан иргә күҙ һалғас: “Һеҙгә кем кәрәк? Берәй адресты эҙләйһегеҙме әллә?” – тип һораны ҡатын. “Миңә Мәрйәм Ҡасим ҡыҙы кәрәк ине”, – ти таныш булмаған әҙәм. “Мин булам. Ә һеҙ кем һуң?” – тип аптырап ҡараны ла Мәрйәм, был ирҙе хәтеренә төшөрөргә тырышты. Тик хатта элекке таныштары араһынан да был кешене төҫмөрләй алманы. Ошо ваҡытта ир үҙе телгә килде: “Исемем – Динислам. Һеҙгә тип килгәйнем”. “Ни өсөн? Газ, ут, һыу, һалым... Барыһы ла ваҡытында түләнгән...” – тип туҡтауһыҙ һөйләнде ҡатын. “Юҡ, коммуналь түләүҙәр буйынса килмәнем мин. Шәхси һорау буйынса”, – тигәс ир, Мәрйәм тамам аптыраны. “Ҡыҙығыҙ Альбина менән танышмын”, – тип дауам итте ир. “Ҡыҙымды беләһеңме ни?!” – тине лә ҡатын, эргә-тирәгә күҙ һалғас, иргә өйгә инергә өндәне.
Ыҡсым ғына итеп һалынған йортҡа үткәс, Мәрйәм күптән түгел генә ҡайнап һүнгән электр самауырын шыжлатып ебәрҙе. Икеһенә лә сәй яһағас: “Әйҙә, һөйлә. Байрам ваҡытында нимә өсөн килдең? Ҡыҙым ниңә үҙе күренмәй?..” – тип һорауҙарын теҙеп алып китте. “Мәрйәм Ҡасимовна, ҡыҙығыҙҙы ныҡ яратам. Уның менән яҙылышмаһаҡ та, күптән бергә йәшәйбеҙ. Ысын ҡатыным ул. Бәпес көтәбеҙ инде. Бөгөн һеҙҙең менән никах тураһында һөйләшергә килдем”, – тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡатын тамам аптырауға ҡала, “Барыбер үҙенекен тапҡан икән”, – тип уйлап ала. “Альбина үҙе ризамы һуң?” тигән һорауҙы ишеткәс, ир: “Әлбиттә, риза. Тик үҙе бына был хаҡта һеҙгә әйтергә ҡыймай, шуға мине ебәрҙе...” – тип һүҙҙе дауам итә.
“Эш үткәс, нимә тураһында белешкеһе килә хәҙер?” – тип аптырап уйланды ҡатын. “Альбинаның һеҙҙә, тыуған йортонда, йәшәгеһе килә. Үҙ мөйөшө булғанда, ҡуртымға алынған йортта көн күрмәҫ бит инде?!” – ти ир. “Бында йәшәгегеҙ киләме? Йөклө, тиһеңме? Үҙеңдең быға тиклем ҡатының булдымы?” – тип һорауҙарға күмгәс, ир: “Бар, бер улым бар. Тик ул әсәһе менән бөтөнләй икенсе ҡалала йәшәй”, – тип яуаплай ир. “Уларға аҡса ебәрәһеңме? Ярҙам итәһеңме?” – тигән һорауҙарға Динислам: “Юҡ”, – тип яуап бирә. “Ул балаңды ҡарамайһың, ә беҙҙекен ашатырға-кейендерергә уйлайһың, тимәк? Әллә барығыҙҙы ла мин туйындырырға тейешменме?” – тип ҡыҙыҡһына ҡатын. “Юҡ, үҙем барыһын да ашатасаҡмын. Альбинаны ла үҙем кейендерәсәкмен, өрмәгән ергә ултыртмам...”
Мәрйәм өҫтәлдәге сынаяҡтарҙы йыйып ала ла: “Һин, улым, бар. Иртәгә Альбина үҙе артабан ҡайҙа һәм нисек йәшәйәсәгегеҙ хаҡында әйтер”, – ти.
Динислам ишеккә ҡарай йүнәлә. “Рәхмәт, өләсәй”, – ти ул. “Мин һиңә ниндәй өләсәй булайым. 60 йәш тә тулмаған әле миңә, – тип яуаплай ҡатын. – Ярай, бар, юллан. Әй, көтөп тор әле! Паспортыңды күрһәт...” Ҡапҡа тәңгәленә барып еткән ҡунаҡ документын юғалтыуы, әле тергеҙеп өлгөрмәгәнлеге хаҡында белдерә.
...Мәрйәм өйгә ингәс, иҫе китеп, уйҙарға бирелә. “Тапҡан бит үҙенә берәүҙе! Бына тигән кейәүгә биргәйнем, туй матур үтһен тип кредит алғайным. Ә ул уның менән өс йыл да йәшәмәне, үҙе теләп кейәүгә сыҡты бит әле! Мөхәббәт кәрәк, имеш! Хәҙер тапҡан бер берәҙәкте! Кем ашатыр хәҙер үҙҙәрен? Был Альбинаға ҡасан аҡыл ултырыр икән?! Яҡшы ир табаһы, әсәһенә ярҙам итәһе, матур йәшәйһе урынға, тағы бер әтрәгәләмде иш иткән! Ә уныһы үҙенә кәрәклене генә эҙләй! Бына йорт-өйҙәрен төҙөп бөткәс, тағы икенсе урынға китәсәк һәм ҡыҙым “һөйөү, мөхәббәт” эҙләп йөрөгән икенсе бер иҫәрҙе табасаҡ! Ҡыҙым ҡайтһын ғына әле!”
...Ҡайтты Мәрйәмдең ҡыҙы. Төнгө сәғәт 12 тирәһе ине. Шым ғына үҙ бүлмәһенә юлланды, тик уны әсәһе күптән көтә ине инде. Альбина тауыш-тынһыҙ ғына үтеп китә алманы, әсәһенең уға һорауҙары үтә күп ине шул...
Айһылыу НИЗАМОВА