Йәмғиәт
28 Ғинуар 2022, 06:53

Маҡсаттары – спорт майҙансығын булдырыу

“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы Башҡортостан Республикаһында 2014 йылда башланды һәм 2030 йылға тиклем республиканы үҫтереү стратегияһының төп бурыстары иҫәбенә инә.

Төп маҡсат – республика бюджеты субсидиялары иҫәбенә төҙөкләндереү һәм йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү. Программаны бойомға ашырыу бер нисә этаптан: халыҡ йыйылышынан, заявка төҙөүҙән, уны тикшереү һәм конкурслы һайлап алыуҙан тора, унан һуң, конкурсты үткән осраҡта, урындағы етәкселек вәкилдәре инициатива төркөмө менән берлектә подрядсы ойошмаларҙы һайлай һәм проектҡа ярашлы ҡуйылған бурыстарҙы хәл итә. Унда ҡатнашырға теләгәндәр һаны йылдан-йыл арта, сөнки прог­рамма – йылдар буйы ҡул етмәгән проблемаларҙы хәл итеүҙең ышаныслы юлы. Проекттың үҙенсәлеге лә шунда: ниндәйҙер проблеманы хәл итеүҙә кешеләр үҙҙәре башлап инициатива күрһәтә һәм урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.

Ошо мөһим программаға (ППМИ-2022) Өфө ҡалаһы Н. Ковшова урамының 7-се йортонда йәшәгәндәр ҙур теләк менән ҡушылды. Инициатив төркөмдөң идеяһы – М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы территорияһында спорт майҙансығын төҙөкләндереү. Урындағы инициатив төркөмдөң планы буйынса волейбол, баскетбол, мини-футбол уйнар өсөн резина япмалы күп функциялы спорт майҙансығын булдырыу. Заманға ярашлы төҙөкләндерелгән майҙан­сыҡ, беренсенән, балаларға спорт менән шөғөлләнергә уңайлы урын буласаҡ. Икенсенән, ата-әсәләр уларҙың һаулығы, хәүефһеҙлеге өсөн борсолмаясаҡ.

Н. Ковшова урамының 7-се йортонда йәшәүселәр йыйылыш үткәрҙе һәм киләһе этаптарға әҙерлек алып бара.

 

Гөлсәсәк ҒӘЗИЗУЛЛИНА.

 

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас