Йәмғиәт
28 Ғинуар 2022, 07:36

“Һорайым әле...

“Юҡ” тимәҫтәр”

setaat.comsetaat.com
Фото:setaat.com

Ләйсәнде әсәһе генә тәрбиәләп үҫтергән. Ете йәше тулғанда атайһыҙ ҡалған ҡыҙ. Уның күңел янсығында ҡәҙерле атаһы менән нисек беренсе тапҡыр мәктәпкә барыуы ғына асыҡ уйылып ҡалған. Ә ҡалған ваҡытта атаһы бәләкәсе менән бергә үткәреү өсөн ваҡытын бик аҙ бүлә алған шул. Ул, үҙенең атаһы кеүек үк, янғын һүндереүсе булып эшләп, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу өсөн үҙен аямаған. Ә Ләйсән мәктәпкә барған көндө йыш ҡына хәтергә төшөрөүсән, ошо мәлде кире ҡайтарғыһы килә, яҡын кешеһенең үҙенең терәк-таянысына әйләнеүен теләй.

Ләйсәндең әсәһе лә иренең бик иртә яҡты донъянан китеүенә ныҡ ҡайғыра, йыш ҡына илап алыр бу­ла. Тик Зифа икенсе тапҡыр ке­йәү­гә сыҡмай, ире кеүек хәстәр­лек­ле, яҡшы кешене таба алма­ҫы­на инана. Был хәлгә хатта үкен­мәй ҙә, тик бына икенсе балалары­ның тыуып өлгөрмәүенә йөрәге өҙгөләнә: үҙенән дә бигерәк ҡыҙы Ләйсәнгә иш-иптәш булып үҫеү өсөн кәрәк, тип йыш уйлана әсә. Зи­фаның берҙән-бер һеңлеһе Зә­ли­фә иһә туғандарына бик һирәк килә. Унда ла апалы-һеңленең осрашыуы ығы-зығы менән тамамла­ныр ине: Зәлифә Зифаны ҡыҙын артыҡ иркәләп үҫтереүҙә ғәйеп­ләр­гә, үҙ кәңәштәрен бирергә маташа.

Мәктәпте уңышлы ғына тамам­лаған Ләйсәндең педагогия институтына уҡырға инергә теләүен әсәй кеше башта һис өнәмәй. “Үҙем уҡы­тыусы булып эшләгән еткән. Төнгә тиклем дәфтәр тикшереү, мәк­тәптәге тауыҡ сүпләһә лә бөт­мәҫ мәшәҡәттәр – быларҙың бары­һы ла ҡыҙым өсөн түгел. Баламдың шәхси тормошона ваҡыты ла ҡал­маясаҡ бит”, – тип борсола ине Зифа. Аҙаҡ ҡыҙының инглиз теле белгесе булырға теләүе хаҡында белгәс, бер аҙ тыныслана ҡатын. “Сит тел белгестәре ҡайҙа булһа ла кәрәк, эшһеҙ ҡалмаҫ, – тип уйлай. – Һис юғында күрше ҡыҙы кеүек турист фирмаһында булһа ла эш табыр әле”.

Түләүле түгел, бюджет төркө­мөнә уҡырға инә ҡыҙ. Лекциялар, семинарҙар, тыуған көндәр, кафе... Бишенсе курсҡа барып еткәндә ҡыҙ­ҙың төркөмдәштәренең күбе­һенең бармағында никах балдағы күренһә, Ләйсән яңғыҙ ине, ише табылмағайны. Артабан ҡулына диплом алып, тәржемәсе булып эш­кә төшкәс, хеҙмәт мәшәҡәт­тә­ренә башкөллө сума. Бер аҙ ваҡыт үткәс, Ләйсән, бәлки, әсәһенең шәхси тормошо көйләнер тип, айырым йәшәр өсөн бер фатирҙы ҡуртымға ала. Тик бына эше командировкалар менән бәйле булғас, торлағында ул бик һирәк ҡуна. Үҙенә ошондай тормош, сәйәхәттәр оҡшай ине. Шулай итеп, йылдар үтә, командировкалар ҙа тамам ялҡыта. Ярай әле ошо ваҡыт эсендә ҡала уртаһындағы иҫке булһа ла йорттан бер бүлмәле фатир һатып алып өлгөрә. Шуға был хәҙер инде ялҡытып өлгөргән эшенән китергә тигән ҡарарҙы тиҙ ҡабул итә Ләйсән.

...Ике-өс ай үткәс, интернетта соҡ­соноп ултыра торғас, бер нәшриәттә эш барлығы хаҡындағы иғланды күреп ҡала Ләйсән. “Ба­рыр­ғамы, юҡмы? Кем менән кәңәш­ләшергә? Әсәйемә әйтһәң, оҡшат­маясаҡ...” Ошо уйҙарҙан һуң үҙ яҙ­мышын үҙе хәл итергә була Ләй­сән. “Нәшриәткә эшкә төшәм. Унда хеҙмәткәрҙәр кәрәк, тип яҙғандар”, – тип ойошмаға юллана ул.

Бер нисә ай эсендә ҡыҙ яңы эшенә өйрәнә, хеҙмәттәштәре лә уны бик ихлас ҡабул итә, уларҙың берәүһе хатта яҡын әхирәтенә әйләнә. Шулай эше көйлө генә бара Ләйсәндең. Бер көндө хеҙмәттәше – Зәйнәп исемле ҡатын – Ләйсәндән ҡыҙын балалар баҡсаһынан барып алыуҙа ярҙам һорай. Юҡ, тимәй Ләйсән. Тик бына эшенә әүрәп, онотолоп китеп, һуң ғына сығып йүгерә. Автобусҡа ингәс кенә, көшөлөгөн эш өҫтәле тартма­һында онотоуын аңлай. “Нимә эш­ләргә? Автобустан сығыр инең, тегендә бала көтә. Юл хаҡын түлә­мәй ҙә булмай. Бергә китеп барған анау ҡыҙҙарҙан һәм егет­тәрҙән билетлыҡ аҡса һорайым әле. Мо­ғайын, юҡ тимәҫтәр”, – тип уйлап ала ла һорағанын һиҙмәй ҙә ҡала. Был ҡылығынан үҙе хатта оялып ҡуя. “Ярай, түләрмен, – ти бер шуҡ егет. – Исемеңде генә әйт­һәң?” “Исемем – Ләйсән. Бурысымды түләрмен, онотмам”, – тип ҡыҙ үҙ туҡталҡаһында төшөп ҡала...

Был ваҡиға күптән онотолғайны инде. Бер көн эшендәге әхирәте Ләйсәнде туйына саҡыра. Бик ихлас ризалаша ҡыҙ. Тәғәйен бүләген тотоп, тәғәйен кафеға килә. Мәжлес бик шәп кенә бара. Бер мәл кейәү кеше: “Булат, ҡара әле? Теге ваҡыт һин билет алып биргән ҡыҙ бит был”, – тип йылмая. Тегенеһе: “Бурысыңды түләйһеңме, Ләйсән?” – тип шаяртып көлөп ебәрә. Ҡыҙ ҡып-ҡыҙыл булып ояла. Тик шау-шыулы туй, ҡунаҡтар барыһы ла был хәлде тиҙ генә оноттора...

Бер йыл үткәс, Ләйсән үҙе әхирәте менән уның ирен туйына саҡыра. Ә кейәүе теге ҡасандыр билет һатып алып биргән Булат ине. “Хәтәр бит! Ләйсән, егет бит һиңә бәхет билетын һатып алып биргән”, – тип көлөшә йәштәр. Шулай, осраҡлы ғына, уйламағанда булған хәлдең оло бәхеткә асҡысҡа әйләнеүе ихтимал...

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас