Йәмғиәт
28 Ғинуар 2022, 06:42

Сүп-сар мәсьәләһе сүп түгел

fosbo.rufosbo.ru
Фото:fosbo.ru

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыуҙы ойоштороу буйынса эш дауам итә, 2024 йылға тиклем сүп-сарҙы сортҡа айырған 10 комплекс барлыҡҡа киләсәк.

Республикаға идара итеү үҙәгенең матбуғат системаһына 2020 йылда сүп-сар сығарыу буйынса 1297 мөрәжәғәт килһә, был һан былтыр 2519-ға етте. Ҡәтғи һандар һәр саҡ дөрөҫлөктө сағылдыра.

Сүп-сар темаһы айырыуса Өфө халҡын борсой (740 мөрә­жәғәт алынған), Өфө районы буйынса – 119, Стәрлетамаҡ  һәм Нефтекама ҡалалары буйынса –116-шар, Иглин районынан 101 хәбәр килгән.

Төп проблемалар түбән­дәгесә: сүп-сарҙы йыйыу һәм сығарыу, контейнерҙар булмауы; ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн түләүҙәр һәм законһыҙ рәүештә барлыҡҡа килгән сүп өйөмдәре; сүп-сар өсөн контейнер майҙандарын төҙөү.

Быйыл ғинуар айының өс аҙнаһында Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары 82 мөрәжәғәтте теркәне. “Ҡыҙыл зона”ларҙы республи­каның йылылыҡ картаһында анализларға “ТКО-Башҡорт­остан” ҡушымтаһы ярҙам итә. Был ҡушымта – район баш­лыҡтары, төбәк операторҙары һәм Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы ҡулында “көслө ҡорал”.

Ошо мәсьәләләр хаҡында республика Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән кәңәшмәлә һүҙ барҙы. Статис­тика күрһәтеүенсә, яңы йыл каникулында  төбәк операторҙары тарафынан 51 тонна сүп сығарылған – көн һайын бишәр тонна тигән һүҙ.

Бөрөлә, Дүртөйлө районының Эңгәсәк, Уяҙы, Исҡуш ауылдарында, Кушнаренко районының Илек ауылында сүп-сар сығарыу графигы боҙолған. Әле ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыуҙы ойоштороу буйынса эш дауам итә, 2024 йылға тиклем  сүп-сарҙы сортҡа айырған 10 комплекс төҙөләсәк. 2022 йылдан ҡалдыҡтарҙы утилләш­тереү буйынса объекттар төҙөлөшөнә һәм үҙгәртеп ҡороуҙарға федераль үҙәктән аҡса бүленеүе көтөлә.

Тағы бер яңылыҡ: төбәк операторы  контейнер майҙанына элекке 24 сәғәт урынына хәҙер ике сәғәт эсендә килергә һәм сүпте сығарырға тейеш.  

 

Динә Арыҫланова.

Читайте нас