Йәмғиәт
28 Ғинуар 2022, 06:47

Солтанбәктәр сәләмәт, иманлы тормош яҡлы

Улар беренселәрҙән булып “Айыҡлыҡ аллеяһы”н асты.

Берҙәмлектәре, оҫталыҡтары менән һоҡландырған, изге башланғыстарҙы районыбыҙҙа һәм республикабыҙҙа беренселәрҙән булып башҡарырға күнеккән, айыҡ, сәләмәт тормош алып барған Солтанбәк ауылында, “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы, “Тыуғанай FEST” ҡышҡы фестивале ҙур ойошҡанлыҡ менән уҙҙы.

Фестивалдең исеме лә урындағы ер-һыу атамаһына, йәғни тау исеменә бәйле. Элек-электән ошо Тыуғанай тауы буйында һабантуй­ҙар, йыйындар үткәргәндәр. Байрамда район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, уның урынбаҫарҙары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева, Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы Ғәйзуллина, район хакимиәтенең мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре начальниктары Зөлфирә Рәдис ҡыҙы Селянина, Риваль Ринат улы Сәлимов, ситтән ҡайтыусылар һәм урындағы халыҡ ҡатнашты. Мәртә­бәле ҡунаҡтарҙы Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов, урындағы мәҙәниәт йортоноң “Умырзая” фольклор ансамбле йыр-моң менән ҡаршы алды.

Фестиваль сиктәрендә солтанбәк­тәр беренселәрҙән булып “Айыҡлыҡ аллеяһы”н асты. Был урын, ауыл халҡын берләштереп, айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыу кәрәклеген йәштәргә лә күрһәтеп, өндәп торасаҡ.

Артабан ошо “Айыҡлыҡ аллея­һы”нда үҫкән ағастарға ауылда күп бала тәрбиәләгән Суфияновтар, Садиҡовтар, Фазләхмәтовтар, Фәррәховтар, Лотфуллиндарҙың ғаиләләре балалары менән бергәләп береһенән-береһе матурыраҡ итеп эшләп алып килгән тағараҡтарына ем һалып элде. “Беҙ, кешеләр, үҙебеҙ тураһында ғына түгел, ҡанатлы дуҫтарыбыҙ хаҡында ла һәр саҡ, бигерәк тә ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә хәстәрлек күрергә бурыслы”, – тип йәш быуынға матур өлгө күрһәтте солтанбәктәр. Әйткәндәй, Динис Рәдис улы ла ғаиләһе менән ошо “Тағараҡ” акцияһында ҡатна­шып, ҡоштарға матур ғына “яңы йорт” элде.

– Афарин, солтанбәктәр! Ауылға килгән һайын берҙәмлегегеҙ, ты­рыш­лығығыҙ, яңынан-яңы матур башланғыстарығыҙ менән һоҡлан­дырып тораһығыҙ. Бына бөгөн дә районыбыҙҙа беренсе­ләрҙән булып “Айыҡлыҡ аллеяһы”н астығыҙ! Афариндар! Был урын айыҡ тормошто пропагандалап, һеҙҙе тағы ла изге эштәргә дәртләндереп торһон! – тип Фәнил Фәнғәт улына һәм ауыл халҡына ҙур рәхмәт белдерҙе Динис Рәдис улы.

Береһенән-береһе сағыуыраҡ итеп биҙәлгән саналар парады фестивалдең иң матур өлөшө булғандыр, моғайын. Саналарҙың нисек итеп кенә биҙәлгәндәре юҡ ине: аттар, боландар, Ҡарһылыу са­наһы, сәскә гөлләмәһе, ҡар бөртөктәре, хатта Батшабикә каретаһы ла бар ине! Ә уларҙа ҡояш һымаҡ балҡып ултырған бәләкәс­тәрҙең шатлығын күрһәгеҙ икән?!

Артабан саңғысыларҙан, сана һәм тюбинг шыуыусыларҙан, скандинавса атлап йөрөүселәрҙән һәм спорт менән шөғөлләнгән ауыл­даштарҙан торған парад, иң алдан “Буран” ҡаргиҙгесендә барған Данис Суфияновҡа эйәреп, урам тултырып фестиваль үтәсәк майҙанға атланы. Бындай парад – һабантуйҙарҙа ла һирәк күренеш. Халыҡ, шул тиклем ихлас, айыҡ, сәләмәт тормош алып барыуҙарына ҡыуанып, ғорурланып үтте парадта.

Күп кеше ҡатнашҡан ярыштар­ҙың береһе саңғы бәйгеһе булды. Унда балалар баҡсаһы тәрбиә­ләнеүселәре, тәрбиәселәр, мәктәп уҡыусылары, студенттар, уҡытыу­сылар, ауыл йәштәре һәм ололар етеҙлектә һынау тотто. Иң йәш саңғысыға – өс, ә иң оло спортсыға 76 йәш ине! Ошо ауылда тыуып, бар ғүмерен фиҙакәр хеҙмәттә үткәреп, күптән инде хаҡлы ялда булған Әмирйән ағай Вәлиев бөгөн дә спорт менән дуҫ. Ҡыштарын ул – саңғыла, ә йәйҙәрен велосипедта йөрөргә ярата. Был юлы ла оло йәштәгеләр араһында уға етеүсе булманы.

Рәзғәт Вәлимйән улы Садиҡов етәкселегендә Сураш мәктәбе уҡыусылары ла саңғы ярышында етеҙлектәрен һынаны. Еңеүселәр, йәш төркөмдәренә бүленеп, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында айырым билдәләнде.

Ярышты юғары кимәлдә ойоштороп үткәрергә Асҡын Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Илшат Фәһәмов, уның тормош иптәше Луиза ярҙам итте.

Артабан фестивалдә ҡатна­шыусылар барыһы ла бергәләп, майҙан тултырып, мәктәп уҡыу­сылары күрһәткән дәртле хәрә­кәттәрҙе ҡабатлап, дәррәү флешмобта бейене. Бында ла берҙәмлек, бейеүселәрҙең йөҙҙәрендә байрам кәйефе сағылды.

“Тыуғанай FEST” фестивале сиктәрендә ағалы-ҡустылы Данис менән Назим Суфияновтар етәкселегендә “Бәйге” чемпионаты ла бик ҡыҙыу барҙы. Әйткәндәй, был юҫыҡта бай тәжрибә туплап өлгөргән спорт һөйөүсе егеттәр ауылда башҡорт милли уйындарын  тергеҙеү буйынса бик матур эш алып бара. Байрамда йәше лә, олоһо ла, хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сират тороп, сәмләнеп һәм дәрт­ләнеп көс-ҡеүәтен һынап ҡараны: арҡан тартты, таяҡ этте, суҡмар ырғытты.

Уҡытыусылар балалар һәм ололар өсөн төрлө эстафеталар, халыҡ уйындары ла бик күңелле итеп ойошторҙо. Фестиваль майҙаны гөрләп торҙо!

Эргәлә генә аҡҡан саф һыулы Сарс йылғаһында боҙ өҫтөндә балыҡ тотоу буйынса ла ярыш барҙы. Балыҡсы ырыуы ир-егеттәре Рәйес һәм Илнур Хикмәтовтар, Илдар Сәйфуллин, Илшат Ибраһимов, Ринат Шәрәфетдинов, Рафиҡ менән Радик Рәхмәтуллиндар бында ла һынатманы: ҡармаҡҡа балыҡты эләктереп кенә торҙо! Әйткәндәй, Солтанбәк балыҡсылары районда  ойошторолған ярыштарҙа ла һәр саҡ призлы урындарҙы яулап ҡайта.

“Тыуғанай FEST” ҡышҡы фестивалендә ҡатнашыусылар өсөн аш-һыуға оҫта солтанбәктәр байрам табынын да мул әҙерләгәйне. Рәшиҙә Хафизйәнова менән Зинфира Атаниязова усаҡ яғып, ҙур ҡаҙанда тәмле былау бешерҙе. Тәмлекәстәр бешереү оҫтаһы Ләйсән Суфиянова, фестивалдең логотибын төшөрөп, телеңде йоторлоҡ торт әҙерләне. Асҡында үҙ эшен асҡан Мөршиҙә Хәсәнова ауылдаштарына тәмле пиццалар килтергән. Ауыл ағинәйҙәре бары­һын да үҙҙәре бешереп алып килгән тәм-том, шыжлап ултырған самауыр сәйе, былау менән һыйланы.

Саф һауала гөрләп уҙған сараны музыкаль яҡтан Асҡын районы мәҙәниәт йорто артистары һәм урындағы һәүәҫкәрҙәр биҙәне. Жәлил Ғәйбәҙуллин, Рәзинә Фәйзул­лина, Зәнилә Рыбина башҡарған дәртле йырҙарға солтанбәктәр көноҙоно ихлас күңелдән ҡушылып йырланы, бейене. “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса алынған автоклуб, һәр ваҡыттағыса, сараны үткәрергә ярҙам итте.

Ғөмүмән, “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсының муниципаль этабында бик әүҙем ҡатнашҡан Солтанбәк ауылының исеме районға ғына түгел, республикабыҙға ла яҡшы таныш. Башҡорт тарихы йылында солтанбәктәр беренсе булып күренекле ауылдаштары, тыуған яҡ тарихын өйрәнгән, шәжәрәләр төҙөүгә нигеҙ һалған Шаһийән Миңлеғәлиев иҫтәлегенә таҡтаташ асты. Нәҡ Шаһийән ағайҙың архив материалдары ярҙамында Солтан­бәктәге һәр ғаилә нәҫел ағасын төҙөгән һәм бәләкәй генә балалар ҙа шәжәрәһен матур итеп һөйләп бирә ала.

Солтанбәктәрҙең йәшәү рәүешен, эшен күптәргә өлгө итеп ҡуйырға мөмкин, сөнки улар, ауырлыҡтарға ҡарамайынса, гөрләтеп йәшәй. “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатна­шырға ҡарар иткәс, бигерәк дәртләнеп, сәмләнеп эшкә тотоналар. Йыл әйләнәһенә төҙөкләндереү, тирә-яҡты таҙартыу, ҡышын йорт ихаталарын, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу өмәләре, дини, спорт, мәҙәни байрамдар, эскелеккә ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән изге эштәр башҡарҙы. “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаһы ағзалары “Кис ултырыу”, “Бәпес туйы”, “Һалдатты ҡаршы алыу” һымаҡ йолаларҙы тергеҙә. Сәләмәт тормошто пропагандалаған кисәләр, концерттар, осрашыуҙар, дарыу үләндәрен әҙерләү һәм файҙаланыу, милли аш-һыуҙар бешереү, милли кейемдәрҙе тергеҙеү, ҡул эштәренә өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә даими ойошторола. Был эштәрҙә ауыл Советы, мәктәп, мәҙәниәт йорто, ауыл китапханаһы, балалар баҡсаһы, мәсет, “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаһы һәр саҡ берҙәмлек күрһәтә.

Профилактик рейдтар ҙа үткәрәләр: эскелек менән мауыҡҡан ғаиләләр контролдә тотолоп, улар менән аңлатыу, тәрбиә эштәре алып барыла. Ауыр тормош шарттарында ҡалған күп балалы ғаиләләрҙең дә хәлдәрен белеп торалар. Әйткәндәй, ауылдың кураторы, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы Ғәйзуллина был фестивалгә килгәнендә күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән Искәндәр Ғәббәсов менән Рәсүл Хикмәтовҡа тюбинг бүләк итте. Яңы йыл бүләгенә малайҙар бик ҡыуанды. Ауылды уратып алған тауҙарҙан хәҙер улар ҙа тиҫтерҙәре менән ҡыуанып шыуасаҡ.

Бына шулай, мәрхәмәтле, сауап­лы эштәр башҡарыла ауылда. Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы” хәйриә акцияһына ла урындағы етәкселәр ихлас ҡушылды.

Солтанбәктәр “Урындағы баш­лан­ғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ла әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, былтыр улар ауылға “МТЗ-82” тракторын алыуға өлгәшкән. Был иһә ауыл ерендә бик тә кәрәкле техника: ҡыш юлдарҙы ҡарҙан таҙарталар, яҙын-көҙөн өмәләргә алып сығалар. Быйыл иһә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спорт майҙасығы алыу теләге менән янып йәшәйҙәр, бының өсөн кәрәк булғандың барыһын да эшләйҙәр.

Бына шулай айыҡ, сәләмәт тормошто пропагандалап, гөрләтеп йәшәй Асҡын районының Солтанбәк ауылы халҡы.

 

Наилә ИМАЕВА.

Читайте нас