

Ҡасандыр йәш саҡта “их, өйөм булһын ине” тип теләгәнем хәтергә уйылып ҡалған. Ысынлап та, әҙәм балаһының ҙур уй-хыялдарының береһе – үҙ ҡыуышын ҡороуҙыр ул. Һүҙ ҙә юҡ, йортоңдон ишеген тәү асып ингән мәл – тормоштағы иң шатлыҡлы ваҡиғаларҙың береһе.
Хаҡтар арта, бурыс күбәйә
Бөгөн торлаҡлы булыу еңелдән түгел. Элек, совет заманында, рәхәт ине: йәш белгес уҡып бөтөп эшкә урынлашыуына дөйөм ятаҡтан урын бирәләр, бер аҙ хеҙмәт юлын үтеүгә, ғаилә лә ҡороп ебәрһә, айырым бүлмә йә фатир асҡысы тотторалар. Ҡыуанып, балалар үҫтереп йәшә генә. Хәҙер инде ауылда өйлөк ағас ала алмай йонсойҙар, ә ҡалала хаҡтар ҡот осмалы ҡиммәт. Заманы ла үҙгәрҙе: йәштәр боронғоса ата-әсәһе менән бергә көн итергә атлығып тормай, шуға күрә йышыраҡ торлаҡты ҡуртымға алырға мәжбүрҙәр.
Ҙур ҡалаларҙа тормош ҡыйбат. Торлаҡҡа ҡуртым хаҡтары әленән-әле артып тора. Үҙ мөйөшөн булдырам тигәндәргә лә был анһатҡа төшмәй. Мәҫәлән, күптәр ай һайын 20-25 мең һумлыҡ ипотека кредиты түләй. Тимәк, хаҡлы ялға киткәнсе тиерлек банктың “ҡоло” булырға тура килә. Ә бит йәшәйештә бынан башҡа ла сығымдар тыуып тора.
Шулай ҙа Хоҙай күтәрә алмаҫлыҡ ҡыйынлыҡтар ебәрмәй. Бары кешенең үҙенә тырышырға, мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәк. “Алма беш, ауыҙыма төш” тигән мәҡәл иҫкерҙе хәҙер. Йәштән үк, хеҙмәт юлыңды башлағас та, үҙ мөйөшөңдө хәстәрләүҙе уйлау зарур. Ҡыбырламаһаң, хәҙерге заманда берәү ҙә әҙерҙе килтереп тоттормаясағын аңларға ваҡыт.
Мәсьәләне үҙаллы хәл итәм тиһәң, тәүҙә бүлмә һатып алыу отошло. Ә торлаҡ хаҡының әленән-әле артҡанын иҫәпкә алһаң, бер нисә йылдан бүлмәңде һатып, айырым фатир алырһың, тағы бер аҙ ваҡыттан – иркенерәген. Шул арала етерлек өҫтәмә аҡса ла йыйып өлгөрөрһөң. Әлбиттә, беҙҙең халыҡҡа тиҙ, хәҙер үк булһын. Банктар “кредит ал” тип тора, тирә-йүндә кеҫәңде йоҡартырға әҙер ымһындырғыс нәмәләр күп – ниңә ыҙаларға? Шуға күрә лә ҡайһы берәүҙәр “инфляция туплағаныңды ашап бөтөрә бит ул”, “йыйып барырға ихтыяр көсөм етмәй”, “үҙ-үҙемде сикләргә яратмайым, ә кредитты түләргә мәжбүр булаһың” тигән һылтау менән тапҡан-таянғанын туҙҙырырға өйрәнеп алған.
Кредит тигәндән, былтыр ғына илдә 14 триллион һум кредит килешеүе төҙөлгән, был күләм 2017-2018 йылдарҙағы дөйөм сумманы тәшкил итә. Иҡтисади әүҙем граждандарҙың 57 проценты банктарҙан бурысҡа алған. Ә Рәсәй халҡының финанс учреждениеларына кире ҡайтара алмаған бурысы иһә 24 триллион һумға еткән. Ошондай хәүеф арҡаһында бер ышанысһыҙ клиент өсөн икенсеһе түләй.
“Фатирыңды күпмегә теләйһең, шунсаға һат!”
Ҡыйбатсылыҡ заманында башҡаса булмай тиергә ашыҡмағыҙ. Өфө һынлы Өфөлә кредитһыҙ-ниһеҙ торлаҡ алған кешеләр аҙ булһа ла бар. Үҙебеҙҙең ғаилә миҫалын килтерәм. Улыбыҙ тыуғас, декрет ялы аҡсаһына баш ҡалала ер биләмәһе һатып алдыҡ. Атай-әсәй ағас алып биреште, бура бурашты. Уны килтереп, өй күтәрҙек, ҡыйығын яптыҡ. Өс йылдан түбәһен һалдырып бөтөрөп, ишек-тәҙрә ҡуйҙыртып, соланын эшләтеп, йортто һатып ебәрҙек. 240 мең һумға төшкән төҙөлөш 750 меңлек килешеүгә әйләнде. Килемде ике-өс өлөшкә бүлеп, ҙур процент вәғәҙә иткән, һаҡламдары страховкаланған төрлө коммерция банктарына илтеп һалдыҡ, сөнки аҡсаң янған осраҡта дәүләт ул саҡта 400 меңде кире ҡайтара ине. Ике йыл эсендә дөйөм сумма сүпрә кеүек ҡабарып үҫте, уға ваҡыт-ваҡыт ғаилә килеменән артҡан аҡса ла өҫтәлеп барҙы. Ләкин һаман да айырым фатир алырға етмәне.
Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына тигәндәй, башта – донъяла, 2008 йыл аҙағында Рәсәйҙә лә көрсөк башланды. Күптәр ҡыҫҡартыуға эләгеп, эшһеҙ ҡалды, табыш, килем кәмене. Фатирҙарға хаҡ та төштө. Шул саҡта банктағы һаҡламыбыҙ бер бүлмәле бәләкәй генә фатир алырға етте. Ҡыҫҡаһы, торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә тотоноуға алты йыл тигәндә мөйөшлө булдыҡ. Банктан бер тин дә бурысҡа алмайынса.
Дүрт йыл шунда йәшәгән арала торлаҡ баҙарында йәнә хаҡ артты. Бер бүлмәле фатирҙы 600 меңгә ҡыйбатыраҡҡа һатып, йыйған аҡсаны өҫтәп, иркенерәк ике бүлмәле фатирға күстек. Был юлы ла кредит юлламайынса. Әммә торлаҡ алыу ғына түгел, һатыуҙа ла нескәлектәр була икән, шундай серҙәрҙе асмаҡсымын.
Тәүҙә баҙар хаҡтарын өйрәнеп, минеке кеүек торлаҡты Өфөлә 1 миллион 800 мең – 2 миллион 100 мең һум тирәһенә тәҡдим итеп булғанын белдем. Ҡомһоҙ күренмәйем, теләгемә еңел генә ирешәйем тип, белдереүҙә хаҡты 1 миллион 750 мең һум тип ҡуйҙым. Етмәһә, тәүге ҡыҙыҡһынған уҡ һатып алыусы йәш башҡорт ғаиләһе булып сыҡты. Ура, фатирымды үҙебеҙҙең милләттәштәргә һатам! Әммә улар сауҙа килешеүен бер аҙ кисектереп тороуымды үтенде. Ризалаштым. Сираттағы тапҡыр һөйләшкәндә, кәрәкле сумманы еткерә алмауҙары сәбәпле, хаҡты 60 мең һумға кәметеүҙе үтенделәр, ләкин улай эшләһәм, артабан торлаҡты ҙурайтырға финанс хәлем етмәйәсәк. Фатирҙы һатыу ғәмәле шулай һауала аҫылынып ҡалды. Кәңәшләшкән риэлторым яңынан иғлан бирергә, хаҡын да арттырыбыраҡ ҡуйырға тәҡдим итте. “Һеҙ нимә! Мин бит кешегә вәғәҙә иткәнмен. Уңайһыҙ булыр”, – тинем. Ул миңә: “Был – бизнес, сауҙалашыу! Фатирыңды ҡасан кемгә күпмегә теләйһең, шулай һата алаһың”, – тип яуапланы. Ахырҙа шулай эшләнем дә. Яңы иғланда хаҡты 1 миллион 800 мең һум тип билдәләнем. Йәнә һатып алыусылар килде. Торлаҡты оҡшаттылар, килештек. Ғаилә башлығы, өмөтләнеп ҡарап: “Ә ташлама яһамаҫһығыҙмы икән?” – тине. “Әлбиттә! Алһағыҙ, хаҡын 30 меңгә төшөрәм”, – тигәйнем, ҡыуанып китте. Һөҙөмтәлә фатирҙы 1 миллион 770 мең һумға һаттым. Күренеүенсә, тәүге варианттағынан 20 меңгә ҡыйбатыраҡҡа... Тимәк, хаҡты күберәк итеп ҡуйып, аҙаҡтан ташлама яһау отошлораҡ.
Бөгөн торлаҡ өлкәһендә төрлө дәүләт программалары бар. Йәш, аҙ килемле, күп балалы ғаиләләр, ауылда йәшәгәндәр өсөн... Әлбиттә, уларҙың береһенә эләгер өсөн байтаҡ йүгерергә, кәрәкле документтар тупларға кәрәк.
Мәҫәлән, 2014 йылдан республикабыҙҙа банктарҙың Хөкүмәт менән берлектәге торлаҡ программаһы эшләне. “Башҡортостан Республикаһында төҙөлөш һаҡлыҡ кассаһы” тип аталды ул. Мәғәнәһе шунан ғибәрәт ине: кеше Һаҡлыҡ банкына йә “УралСиб”ҡа барып, программаға алыуҙы һорап ғариза яҙа. Ыңғай яуап бирелһә, унда “Торлаҡ” һаҡламы асып, дүрт-алты йыл буйына ай һайын өс-ун мең һум аҡса һалып бара. Шул суммаға Хөкүмәт 30 процент субсидия өҫтәй. Артабан республиканың теләһә ниндәй төбәгендә һатып алырға теләгән ер участкаһы, шәхси йорт, фатир табаһың да, иҫәптәге аҡсаңа ҡушып, ипотека кредиты юллайһың. Уны был программа буйынса алты-ете процент иҫәбенән алып була. Алты йыл буйы айына ун мең һумыңды һалып барһаң, 720 мең туплана. Дәүләт быға 216 меңде ҡуша, банк та аҡсаның үҙ иҫәбендә ятҡаны өсөн бер аҙ процент өҫтәй. Йәмғеһе миллион һумға яҡын сумма йыйыла. Әгәр ҙә, бер-бер хәл булып, аҡса кәрәкһә, һаҡламыңды теләһә ниндәй мәлдә кире алырға мөмкин, был осраҡта субсидияны ғына юғалтаһың.
Мин, үҙ фатирым булһа ла, ошо программаға индем һәм былтыр фатир һатып алыуға килешеү төҙөнөм. Ете йылға ипотека кредиты алдым, әммә субсидия күләме кредит проценттарын тулыһынса тиерлек ҡаплай.
Түләгәс, уңайлы шарттарҙа йәшәге килә
Әлбиттә, өйлө булыу торлаҡ өлкәһендәге проблемаларҙан азат булыуҙы аңлатмай. Күптәр коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн айлыҡ квитанция килгән мәлде ҡурҡып көтә. Йыл да, хатта йылына ике тапҡыр һыуға, газға, электр энергияһына хаҡты күтәрәләр, капиталь ремонт өсөн дә түләм артып тора, ҡыш көнө йылылыҡ өсөн ҙур суммалар килә. Һөҙөмтәлә 45-65 квадрат метр майҙанлы торлаҡҡа – ете-һигеҙ мең, 90-100 метрлығына 10-11 мең һум да түләйҙәр. Ауылда ла түләм күтәргеһеҙ. Ай һайын байтаҡ сумма газ менән электр уты өсөн китә.
Ә бит мөлкәткә һалым күләме лә үҙгәрҙе, үҫте. Бындай һалымды иҫәпләү өсөн торлаҡтың кадастр хаҡы алына башланы. Йыл да һалым базаһы арта бара. Фатир майҙанының – 20, бүлмәнең – 10, шәхси йорттоң 50 квадрат метры һалым түләүҙән азат ителә лә ул, әммә, белеүебеҙсә, гел тәүҙә ташламалар вәғәҙә ителә, аҙаҡтан хаҡ барыбер арта. Мәҫәлән, бер нисә йыл элек, иҫәпләү приборҙары ҡуйҙырһағыҙ, түләм байтаҡҡа аҙыраҡ булыр, тип өгөтләнеләр. Ысынлап та, норматив буйынса һанаһалар, һыуға ҙур сумма килеп сыға ине. Күптәр махсус ҡорамал ҡуйҙырып бөтөүгә, түләм дә үҙгәрҙе: хәҙер квитанцияла һыуға ғына һигеҙ-туғыҙ позиция яҙыла, сумма барыбер шаҡтай йыйыла. Был аппараттарҙы ла бер нисә йыл һайын алмаштырып торорға кәрәк. Тимәк, хужаға йәнә сығым өҫтәлә. Йылылыҡ өсөн дә һәр йорттоң подвалында тиерлек иҫәпләү ҡорамалдары тора. Ә ҡайҙа юҡ, унда йәшәгән халыҡ ҙур норматив тариф буйынса түләй.
Коммуналь хеҙмәткә түләүҙе кәметеү юлдары ла бар. Әгәр ул айлыҡ килемегеҙҙең 20 процентынан күберәкте тәшкил итһә, субсидия юлларға мөмкин. Бынан тыш, адреслы социаль түләм дә ҡаралған. Ул хужа кешенең бер генә фатирына, унда теркәлһә һәм, бурысы булһа, уны түләү тураһындағы килешеү төҙөлһә генә бирелә.
Әлбиттә, рәсәйҙәр Европа халҡына ҡарағанда сығанаҡтарҙы ике-өс тапҡырға күберәк тотона, әрәм-шәрәм итә, тиҙәр. Көндәр буйы ут янып, тамсылап һыу ағып торған хәлдәр ҙә осрай. Шулай ҙа кешеләр ресурстарға көндән-көн һаҡсылыраҡ ҡарай башланы. Тик барыбер коммуналь хеҙмәткә түләү төпһөҙ упҡынға киткән кеүек тойола. Өйҙәр ҙә нисәмә йылдар буйы ремонт күрмәй, подъездар бысраҡ, йорт милке ватыҡ.
Һуңғы йылдарҙа төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирелә, әммә күп ерҙә ремонт исем өсөн, арлы-бирле эшләнә. Әле былтыр 30 мартта Хөкүмәттәге кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров шундай эшмәкәрлекте ҡаты тәнҡитләгәйне. Унда “Строй-ресурс” компанияһының Стәрлетамаҡта намыҫһыҙ эш башҡарыуы телгә алынғайны. Баҡһаң, шул ойошма тендер конкурсында еңеп сыҡҡан да, үҙенең ни техника ресурсы, ни эшсе көсө етмәү сәбәпле, бурысты сифатлы итеп атҡара алмаған. Шул уҡ ваҡытта “Строй-ресурс” әле лә Өфөлә подъездарҙы төҙөкләндереү менән шөғөлләнә. Ситкә китеп миҫал эҙләйһе түгел, мин йәшәгән йортта былтыр 10 февралдә башланған эш йәй аҙағынаса һуҙылды, сөнки ике бөртөк кешенән торған “бригада” көнө буйы, уртаға ярылырҙай булып, ихаталағы бер нисә өйҙәге эш нөктәләренә йүгерә, һөҙөмтәлә бурыстарын ни унда еренә еткереп башҡармай, ни бында... Өҫтәүенә йыш ҡына төҙөлөш материалдары етешмәй, ваҡытында килтерелмәй. Ярай ҙа аҙағынан матур подъезға күҙ ҡыуанһа һуң... Беҙҙекенең иҙәнендә, мәҫәлән, эшсе мигранттарҙан иҫтәлеккә, яңы түшәлһә лә, юйылмай торған бысраҡ таплы ямаҡай плитәләр генә ятып ҡалды.
Өйө барҙың көйө бар, өйлө көлөр – өйһөҙ бөлөр, өйө булғас, сөйө лә булыр, тигән халыҡ. Ләкин баш өҫтөндә ҡыйыҡ булыу менән генә торлаҡҡа бәйле проблемалар юҡҡа сыҡмай. Өйгә өйәһең дә өйәһең, тигәндәй, артабан да уны тәртиптә тотоу, хеҙмәтләндереү күмәк кешенең – милексенең дә, хеҙмәтләндергән компанияларҙың да уртаҡ бурысы ул. Ә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы ябай кеше инеп аҙашырҙай осһоҙ-ҡырыйһыҙ лабиринт рәүешенән заманса сервисҡа әйләнһен ине, тип теләге килә.
Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.