Йәмғиәт
29 Ғинуар 2022, 12:45

Мутлашыуҙа ғәйепләнә

«Ъ-Уфа» хәбәр итеүенсә, Антон Орлов эҙәрлекләүҙәрҙе үҙенең йәмәғәт һәм профсоюз эшмәкәрлеге менән бәйле тип иҫәпләй.

Мутлашыуҙа ғәйепләнәМутлашыуҙа ғәйепләнә
Мутлашыуҙа ғәйепләнә

Башҡортостан прокуратураһы 25 миллион һумлыҡ ҙур күләмдәге мутлашыу буйынса енәйәт эшенең (РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы, 4-се бүлек) ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнөң өс гражданы ғәйепләнә.

«Ъ-Уфа» мәғлүмәттәре буйынса, уларҙың береһе КПРФ-тан Дәүләт Думаһы депутаты Александр Ющенконың элекке ярҙамсыһы, “Хәрәкәт” медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзының төбәк координаторы Антон Орлов. Ҡалған икәүһе - Константин Соколов менән Вячеслав Ғизәтуллин. Әле уларға йәшәгән урындарынан ситкә сығыу тыйылған.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәренән күренеүенсә, «Нефте-сервис» йәмғиәте директорының урынбаҫары Антон Орлов, Үзбәкстандың YUSUF BOBO FAYZ фирмаһына 260 тонна дизель яғыулығы һатыу һылтауы менән, 11 миллион һум аҡса урлай. Бынан тыш, 2020 йылдың июлендә Антон Орлов, Константин Соколов и Вячеслав Ғизәтуллин “Гермес” йәмғиәте исеменән "Гайрат-82" йәмғиәте вәкилдәренә шыйыҡландырылған углеводород газдарының ҙур партияһын һатыу мөмкинлеге тураһында ялған мәғлүмәт еткерә. Фирмалар араһында килешеү төҙөлә, әммә, Эске эштәр министрлығы фекеренсә, ғәйепләнеүселәр булмаған яғыулыҡты “һатып” аҡса урлай, ошо рәүешле “Гайрат-82” компанияһына 14,8 миллион һумлыҡ зыян килтерә.

Полицияға ғариза менән «Нефте-сервис» һәм «Гайрат-82» йәмғиәттәре мөрәжәғәт иткән. «Ъ-Уфа» хәбәр итеүенсә, Антон Орлов эҙәрлекләүҙәрҙе үҙенең йәмәғәт һәм профсоюз эшмәкәрлеге менән бәйле, тип иҫәпләй.

 “2020 йылдың декабрендә нефть продукттарын һатыу буйынса килешеү төҙөүҙә мутлашыусы әҙәмдәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылғайны, мин улар менән бер ниндәй ҙә эш алып бармаһам да, минән шаһит булараҡ һорау алдылар. Тик 2021 йылдың ноябрендә минең статус ғәйепләнеүсегә алмаштырылды. Әлеге мәлдә мин адвокат эҙләйем, ғәйебемде таныманым һәм танымаясаҡмын. Үҙемдең ғәйепһеҙ икәнлегемде судта яҡлаясаҡмын”, - тип белдерҙе ул.

“Хәрәкәт” медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзының төбәк бүлексәһе - Башҡортостанда билдәле ойошмаларҙың береһе. Антон Орлов уның эшен бер нисә йыл етәкләй. Ойошма медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу, законға ярашлы компенсацияларҙы түләү, хеҙмәт  шарттарын яҡшыртыу кеүек мәсьәләләрҙе күтәрә.

Фото: «Ъ-Уфа».

Автор:Римма Султанова
Читайте нас