Йәмғиәт
29 Ғинуар 2022, 07:30

Йәштәр йорто йәштәрҙе берләштерә

Был йәмәғәт урынында эшмәкәрлек өс йүнәлештә алып барыла.

Йәштәр йорто йәштәрҙе берләштерәЙәштәр йорто йәштәрҙе берләштерә
Йәштәр йорто йәштәрҙе берләштерә

Өфөләге Черников һәм Костерин йорто һәр кемгә таныштыр. Матур итеп биҙәлгән, парад балкондары булған күркәм йорт. Эксперттар уны архитектура иҫтәлеге һәм “һынлы модерн” өлгөһө тип таныны. 2021 йылда, ремонттан һуң, бина республика йәштәре ҡарамағына тапшырылды. Бында “Йәшлек хаус” - Йәштәр йорто урынлашты.

БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук “Башинформ” агентлығы хәбәрселәрен яңыртылған бина һәм уның яңы хужалары менән таныштырҙы: “Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, бер бөтөн булып эш итһендәр өсөн, бөтә йәштәр ойошмаларын бер ҡыйыҡ аҫтында туплап, йәштәр командаһы төҙөү теләген белдерҙе. Һуңынан йәштәр менән күп тапҡыр осрашып, фекер алыштыҡ, бында бер нәмә лә булмаған ваҡытта уларҙың теләктәрен, пландарын барланыҡ. Һөҙөмтәлә беҙгә кәрәкле бурыстарҙы хәл итерлек концепция булдырҙыҡ: бында теләгән һәр йәш кешегә ишектәр асыҡ. Уның аҡсаһы булмаһа ла, бында шөғөлләнә ала, компьютеры юҡ икән, уны кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин итәсәктәр”.

Йәштәр йортоноң эш графигы 09.00 сәғәттән 22.00 сәғәткә тиклем. Кәрәк икән, ҡарауылсылар төнгө 12-нән һуң да ишекте асасаҡ. “Йәштәр йортоноң тәүлек әйләнәһенә эшләү мөмкинлеген ҡарайбыҙ, был тәңгәлдә әле хәл итәһе мәсьәләләр бар”, – тип аңлатма бирҙе Яна Гайдук.

Йәштәр йорто өс йүнәлештә эшмәкәрлек алып бара. Тәүгеһе - эшлекле зона. Бында йәштәр ойошмаларының штабтары урынлашҡан. 60 кешегә иҫәпләнгән конференц-залда плазмалы экран ҡуйылған, йәштәр теләге буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Шулай уҡ 12 урынлыҡ, эш өсөн бөтә шарттары булған коворкинг үҙәге эшләй.

Бинаның аҫҡы өлөшө ижад өсөн бүленгән. Унда ла ремонт уҙғарылып, ижади йәштәр өсөн бүлмәләр булдырылған. Бында театр студиялары өсөн репетиция базалары, “Катушки-вертушки» музей-оҫтаханаһы, артистар өсөн гримеркалар, музыка ҡоралдары менән музыка кафеһы һәм тауыш яҙҙырыу студияһы урынлашҡан. Күрше бүлмәлә кинозал бар. Унда төрлө фильмдар күрһәтелә.

Концепцияның өсөнсө өлөшө – ихата. Яҙ етеү менән уны төҙөкләндереүгә тотонмаҡсылар.

“Бында заманса ҡала йәмәғәт киңлеге – мини-Арт-Квадрат булдырырға планлаштырабыҙ. Бынан тыш, баш ҡала юбилейы алдынан күрше йорттоң тышын биҙәргә күҙаллайбыҙ”, - тип аңлатма бирҙе Гайдук.

Бөгөнгә бинала республика йәштәр ойошмаларының 18 штабы урынлашҡан.

Валерий Шахов фотоһы.

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас