Йәмғиәт
30 Января 2022, 11:00

Леонид Куравлев вафат булды

Һуңғы йылдарҙа ул ҡарттар йортонда йәшәгән... 

Леонид Куравлев вафат булдыЛеонид Куравлев вафат булды
Леонид Куравлев вафат булды

Бөгөн күңелһеҙ яңылыҡ билдәле булды, актер Леонид Куравлев вафат булған. Уға 85 йәш ине. Быйыл 5 ғинуарҙа ул пневмония менән Коммунаркалағы йоғошло сирҙәр госпиталенең реанимацияһына эләгә. Яҡындары белдереүенсә, уның коронавирусҡа яһатҡан тесттары кире һөҙөмтә күрһәткән. Бер-нисә көн уның хәле ауыр тип баһаланды, әммә табиптар ул һауығасаҡ тигәйне.

Билдәле булыуынса, Куравлев һуңғы йылдарҙа Мәскәүҙәге ҡарттар пансионатында йәшәгән һәм гипертония менән яфаланған. Ғинуар башында уның ҡапыл температураһы күтәрелгән һәм ул табиптарға мөрәжәғәт иткән.

2012 йылда яратҡан актерыбыҙҙың һөйөклө ҡатыны Нина Васильевна вафат булғайны. Улар бергә 52 йыл йәшәгән. Ҡатынын юғалтҡас, ул башҡа кешеләрҙән ябыла. Кинола төшмәй башлай, кешеләр араһында күренмәҫкә тырыша, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре менән бәйләнештәрен өҙә. Һуңғы тапҡыр 2015 йылда “Весь этот джем” киноһында төшкән.

Совет һәм Рәсәй актеры Леонид Куравлев 1936 йылдың 8 октябрендә тыуған. Уны беҙ “Живет такой парень”, “Самая обаятельная и привлекательная”, “Золотой теленок”, “Иван Васильевич меняет профессию”, “Афоня”, “Место встречи изменить нельзя” һәм башҡа кинолар аша беләбеҙ. Ул бөтәһе 210 ролдә уйнаған. 1977 йылда халыҡ артисы исемен алған.

Фото: muzhyazheny.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас