

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә юлдарҙағы хәлдәргә, транспорт системаһына ҙур иғтибар бүленде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҡын арала башланасаҡ ҙур ремонт эштәре тураһында хәбәр итте. Етәксе улар тураһында халыҡҡа алдан уҡ мәғлүмәт бирергә кәрәклегенә баҫым яһаны.
Шулай, мәҫәлән, 1 марттан аркалы күпер ябыласаҡ.
– Беҙ күперҙәр араһында өҫтәмә күпер төҙөп бөттөк һәм ауыр хәлдәге 1956 йылда төҙөлгән иҫке күперҙе тулыһынса реконструкциялау эшенә тотонорға әҙербеҙ. Бөтә хеҙмәттәрҙән дә был турала йәмәғәтселеккә ваҡытында хәбәр итеүегеҙҙе һорайым. 1 мартта аркалы күпер 30 айҙан ашыуға ябыла, беҙ 2024 йылдың уртаһына тиклем бөтә эште тамамларға тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ике күпер араһында өҫтәмәһен эшләгәс, халыҡ хәрәкәт менән проблемаларҙы һиҙмәҫкә тейеш. Ни бары бер генә һыҙат кәмейәсәк. Кешеләргә ваҡытында хәлде аңлатмау сәбәпле, проблемалар килеп тыуыуы бар. Шуға барыһы ла ваҡытында белеп торһон: 1 марттан аркалы күпер ябыласаҡ.
Шулай уҡ Радий Хәбиров тағы бер ҙур ремонт тураһында хәбәр итте. Яҙ көнө Өфөлә Пугачев урамында төҙөкләндереү башланасаҡ.
“Яҙын “Өфөнөң көньяҡ ҡапҡалары” тип аталған ҙур проектты тормошҡа ашыра башлаясаҡбыҙ. Бында Пугачев, Рыленко һәм башҡа урамдар инә. Бик етди проект. Шуға күрә хәҙерҙән кешегә аңлатыр кәрәк: был урам оҙаҡ ваҡыт ябыҡ буласаҡ. Транспорт министрлығына урау юлдар табырға кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.
Башлыҡ әйтеүенсә, кешеләргә бер ни тиклем уңайһыҙлыҡтар булдырмай тороп, нормаль транспорт инфраструктураһын булдырыу мөмкин түгел. Шуға күрә, әҙерәк түҙергә тура киләсәк. Ә властар даими рәүештә мәғлүмәт бирергә, аңлатырға тейеш.
Фото: agitmedia02.ru