Йәмғиәт
31 Ғинуар 2022, 17:30

Хәйерле сәғәттә, "Көнбайыш экспресс"!

Кем ул Алена Миронова? 

Хәйерле сәғәттә, "Көнбайыш экспресс"!Хәйерле сәғәттә, "Көнбайыш экспресс"!
Хәйерле сәғәттә, "Көнбайыш экспресс"!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҡшы яңылыҡ менән уртаҡлашты.

“Минең янымда Алена Миронова – Рәсәйҙәге беренсе ҡатын-ҡыҙ пассажир поезы машинисы. Бөгөнгө беҙҙең осрашыу республика өсөн бик яҡшы сәбәп буйынса – Рәсәй тимер юлдары менән “Көнбайыш экспресс”ты асабыҙ. Ул Өфөнән Приютҡа һәм кире йүнәлештә йөрөйәсәк.

Былтыр Өфө – Ырымбур маршруты буйынса “Көньяҡ экспресс”ҡа старт бирҙек. “Көнсығыш экспресс”ты көтәбеҙ, маршрутты быйыл йыл аҙағында – киләһе йыл башында Белорет яғына асырға ниәтләйбеҙ.

Беҙҙең бурыс – халыҡ тиҙ, уңайлы, хәүефһеҙ һәм осһоҙораҡҡа хәрәкәт итә алһын өсөн мөмкин тиклем күберәк шарттар булдырыу”, – тип яҙҙы ул.

Фото: "Бәйләнештә". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас