Йәмғиәт
31 Ғинуар 2022, 08:15

Марат Вәхитовҡа - юғары награда

Башҡортостанда яҡшы һөҙөмтә күрһәткән чиновник федераль Хөкүмәткә эшкә күсте. 

Марат Вәхитовҡа - юғары наградаМарат Вәхитовҡа - юғары награда
Марат Вәхитовҡа - юғары награда

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һәйбәт яңылыҡ еткерҙе. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының элекке начальнигы Марат Вәхитов Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде.

Алдараҡ хәбәр итеүебеҙ буйынса, уҙған аҙнала ул Мәскәүҙәге федераль һалым хеҙмәте органдарына эшкә күскәйне.

– Бында уңышҡа өлгәшкән кешеләребеҙҙә федераль Хөкүмәттә ла ихтыяж булыуына ҡыуанабыҙ. Марат Вәхитов 12 йыл беҙҙең һалым инспекцияһы етәксеһе булды. Ул ошо ваҡытта һөҙөмтәле электрон платформа булдырҙы, матди базаны яңыртты, электрон документ әйләнеше индерҙе. Ул етәкселек иткән осорҙа идаралыҡта бик ҙур эштәр башҡарылды. Бының өсөн уға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Бик көслө, һәйбәт етәксе ине, – тине Радий Хәбиров.

Фото: ufa.mk.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас