

Бер айҙан, 1 мартта, Өфө ҡалаһының Ағиҙел йылғаһындағы аркалы күперҙе реконструкцияға ябалар.
Ул 1956 йылда төҙөлгән, хәҙер инде рөхсәт ителгән файҙаланыу ваҡытына 16 йыл үткән. Тимер-бетон плитәләрҙең һыуыҡта емерелеүе, тимер урҙаларҙың тутығыуы һәм ҡоймаларҙың ҡыйшайыуы – уны йәйәүлеләргә лә, автомобилселәргә лә, үткән суднолар өсөн дә хәүефле итә.
"Бөгөн күперҙең туҙғанлығы – 57 процент, уны артабан файҙаланыу хәүефле була бара. Тимер-бетондан йыйылған ҡоролмалар ваҡыты менән таушалған, тотоп тороу сифатын юғалтҡан. Реконструкция ваҡытында аэропорт яғынан 1-се һәм 11-се таяуҙар тулыһынса һүтеп алынып, алыштырыласаҡ. Ҡалғандарын өлөшләтә һүтәсәктәр һәм ремонтлаясаҡтар, өлөшләтә яңыларын төҙөйәсәктәр. Күперҙең ер өҫтөндәге өлөшө айырыуса ҡурҡыныс тыуҙыра, ул тулыһынса тиерлек тутыҡҡан, йәйәүлеләр ҡоймаһы саҡ тора, урыны менән сигәләре ысҡына. Таяуҙарҙы махсус иретмә ярҙамында эшкәртәсәктәр һәм гранит йөҙлөк менән ҡаплаясаҡтар", – ти Өфө ҡалаһы хакимиәтенең юлдар төҙөлөшө һәм яһалма ҡоролмалар буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Евгений Кулешов.
Уның билдәләүенсә, күпер аркаһы – ҡала символдарының береһе – иң тәүге рәүешендә һаҡланасаҡ. Ғөмүмән, күпер яңырғандан һуң да элекке күсермәһендә ҡаласаҡ.
Реконструкцияны 2024 йылға – Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына тамамлау ҡаралған. Был эштәрҙе атҡарыуға дүрт миллиард һум самаһы аҡса талап ителә. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, яңыртылған күпер тағы ла 50 йыл хеҙмәт итәсәк.
Фото: “Башинформ”.