Йәмғиәт
1 Февраль 2022, 14:30

Бөтә остаздар өсөн үҙ кеше булды

И.Ә. Шараповтың шәхси архивынан.И.Ә. Шараповтың шәхси архивынан.
Фото:И.Ә. Шараповтың шәхси архивынан.

Замандашым Ишмөхәмәт Шарапов менән бер мәктәптә уҡып, бер үк университетта — ул бер йыл иртәрәк — тамамлап, уның һуңғы көндәренә тиклем, йыш булмаһа ла, аралашып йәшәгәс, ағайҙың яҡты донъянан китеүенә – биш йыл, тыуыуына 80 йыл тулған көндәрҙә хәтирәләр яҙыуға бар күңелем менән ынтылдым.

Бөгөн ғалим-педагогтың дүрт тиҫтәнән ашыу ғилми-методик, художестволы китаптары, проза, поэзия һәм публицистика жанрҙары буйынса йыйынтыҡтары нәшер ителгән. Шуларҙың бер нисәһенә ҡыҫҡа ғына аңлатма биреү кәрәктер.

Башҡортостандың Халыҡ мәғари­фы министрлығы тәҡдим иткән “Ауылым, ауылдаштарым” (Өфө, 2002) хеҙмәтендә автор үҙенең Науырҙа ауылы тарихын архив материалдарын файҙаланып яҙған. Автор Науырҙа көнкүрешен генә тасуир итһә лә, бер ауыл тарихы аша Рәсәй, Башҡортостан ауылдары, ундағы кешеләр яҙмышы күҙ алдына килеп баҫа. Әлбиттә, был мәғлүмәтле сә­йәхәтнамә ауылдаштарына, бигерәк тә йәш быуынға рухи бүләк, урын­дағы халыҡтың хәтеренә, күңеленә инеп ҡалыр һары алтын кеүек.

Ишмөхәмәт Шараповтың респуб­ликаның Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән “Ж. Ғ. Кейекбаев әҫәрҙәрен өйрәнеү һүҙлеге” (Өфө, 2003) — методик китабы ысын мәғәнәһендә тел байлығын йыйыу, туплау һәм артабан йәш быуындың белем ҡумтаһын байытыу сараһы ул. Бөтә тел ғилеме донъяһында киң билдәле арҙаҡлы ғалим, талантлы яҙыусы Жәлил Ғиниәт улының әҙәби ижадындағы тел байлығын тәүгеләрҙән булып өйрәнеү, уҡыу­сылар хөкөмөнә тәҡдим итеү, ай-һай, еңелдән булмағандыр тикше­реүсегә, тип әйтер инем. Бының өсөн иң тәүҙә юғары кимәлдәге тел белгесе, ғалим һәм эрудициялы педагог-методист булыу кәрәктер, тип уйлайым. Ә бындай сифаттар Ишмө­хәмәт Әхмәҙулла улында бар ине.

Студент йылдарында уҡ универ­ситеттың Радищев стипендиаты булыу уның белем кимәленең юғарылығын дәлилләй. Әлбиттә, тиҫтәләрсә йыл аша уҡытыусылыҡ, етәкселек, ойоштороу­санлыҡ һәм тырышлыҡ һөҙөмтәһендә тәжрибә туплана. Оло яуаплылыҡ тәрбиә һәм туған теленә һөйөү сифаттары аша килгән, быға иманым камил.

И. Ә. Шараповтың күңел күҙе күрерлек, йөрәккә йылы бирерлек “Баш­ҡортостандағы Учалы районы Науырҙа һәм Ғәҙелша ауылдары халҡының ғаилә шәжәрәләре“ (Өфө, 2005) хеҙмәте ҙур баһаға лайыҡ ине, нисектер уға иғтибар етмәне шикелле. Был ғаиләләр шәжәрәһе китабы башҡа ауылдар, ырыуҙар тарихын өйрә­неүгә лә өлгө-күрһәтмә булырлыҡ.

Уның сираттағы китабы “Күңелем нурҙары” (Өфө, 2008) исемен алған. Автор был шиғри китабында студент йылдарынан, үҙе әйткәнсә, “ваҡыт булған һайын” шиғриәт утында яныуын белдерә. 192 һаны менән нөктә ҡуйылған шиғырҙар нисбәтен уҡып, уйланып, күңелем хистәрен байытып, берсә һөйөнөп, берсә болоҡһоп ултырҙым да: “Ағайыбыҙ ғилем менән бер сафта күңел талпыныу­ҙарын, тормош сәхифәләрен шиғриәт баҡсаһына ла йышыраҡ бағышлаған булһа икән дә, бәлки, бына тигән шағир ҙа булып, Ҡарас сәсән янында иш янына ҡуш булыр ине ләһә” тип әйтке килеп тора.

Студент йылдарында уға “Шоң­ҡар” түңәрәгенә етәкселек итеүҙе ышанып тапшырыуҙары шуға дәлил. Был йыйынтығында автор һәләтле тәржемәсе икәнен дә иҫбат итә. “Кү­ңелем нурҙары”ның инеш һүҙендә ул: “... йәш саҡта һәр кем шиғыр яҙып ҡарай. Дөрөҫөрәге, шиғыр яҙып маташа. Улай түгел икән, ул барыбер күңеле менән шағир була. Йәшлек – үҙе шиғыр, шиғриәт бит ул. Мин дә йәш саҡта шиғыр менән мауыҡ­тым. Дөрөҫ, улар гәзит-журналдарҙа ла баҫылғаны булды. Тик уҡытыусылыҡ эше бар булмышымды йотто. Күңел биреп уҡытмаһаң, ярым-ярты ғына уҡытып булмай шул. Бына хәҙер олоғайған көндә, бөтә яҙғандарҙы бергә тупламаҡсы булдым. Балаларыма, уҡыусыларыма, коллегаларыма бер иҫтәлек булыр, тип уйлайым. Әммә шуны үтенәм: был яҙмаларымды тәнҡитләп маташмағыҙ. Нисек яҙылған, шулай ҡабул итегеҙ. Оҡшамай икән, уҡымағыҙ ҙа ҡуйығыҙ. Шулай итеп, минең “Күңелем нурҙары”на рәхим итегеҙ. Изге теләктәр менән автор”.

Ишмөхәмәт-шағирҙың ошо китабына ингән шиғри шәлкеменән өҙөк:

“... Күҙ һалдым да бөтә үткәнемә

Устарыма уны йыйнаным.

Бик аҙ икән йыйған ынйыларым,

Ҡарарға ла хатта ҡыйманым.

Ялан аяҡ малай шикеллеме,

Йүгереп үтеп китте балалыҡ.

Балҡып ҡына ҡалды мәктәп йылы,

Балалыҡтан татлы бал алып.

Устарымды астым. Ҡапыл шул саҡ

Барыр юлым китте яҡтырып.

Устарыма яҙған йәйғорҙарым

Йондоҙ кеүек булып балҡыны.

Ошо йондоҙ нуры яҡтыһында

Юлдар мине алға саҡыра.

Мин тирермен тормош

ынйыларын

Донъя булһын өсөн яҡтыраҡ!”

 

Ишмөхәмәт Шарапов 1941 йыл­дың 8 ғинуарында Учалы районының Науырҙа ауылында тыуған. Шунда урта мәктәпте тамамлағас, “Ленинсы” гәзитендә баҫылған Ҡырмыҫҡалы районы уҡыусылары мөрәжәғәте буйынса бер йыл колхозда эшләп ала. Белорет педагогия училищеһын тамамлағас, бер йыл башта – Баттал башланғыс мәктәбендә, унан Ҡаҙаҡҡол һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә директор Ғәзиз Әйүп улы саҡырыуы буйынса математиканан һәм башҡорт теленән белем бирә.

1963 йылда бер юлы Стәрле­тамаҡ дәүләт педагогия институ­тының физика-математика бүлегенә һәм Башҡорт дәүләт универси­тетының филология факультетына (башҡорт-урыҫ телдәре бүлеге) уҡырға инә. Үкенескә ҡаршы, ул дәүерҙә бер юлы ике юғары уҡыу йортонда уҡырға ризалыҡ бирмәү, шулай уҡ финанс яғы наҡыҫ булыу сәбәпле, Өфөлә уҡыуҙы һайлай. 1968 йылда юғары белемле белгес булып, тыуған районына эшкә ҡайта. Учалы районының Илсе урта мәктәбендә уҡытыусы, директор урынбаҫары, директор булып, Науырҙа урта мәктәбендә директор урынбаҫары, район хакимиәтенең мәғариф бүлегендә инспектор вази­фаһында эшләй. 1981 йылда Ишмө­хәмәт Әхмәҙулла улын РСФСР Мәғариф министрлығының Милли мәктәптәрҙә белем биреү ғилми-тикшеренеү институтының Башҡорт­остан филиалына эшкә саҡыралар. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ул шунда ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Үрҙә әйткәнсә, дәреслектәр, методик әсбәптар, “Йомаҡлы әлифба” һәм башҡа китаптар авторы уҡытыу, ғилми хеҙмәт менән бер рәттән, әҙә­би ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә. Тағы ла һүҙебеҙҙе ҡеүәтләү өсөн педагог-ғалим-ижадсының “Тиләү ырыуы тарихы” публицистик йыйынтығын һәм “Көн һуҙымындай ғүмер” исемле хикәйәләр китабын да өҫтәргә кәрәктер.

И. Ә. Шарапов республика мәктәп­тәре уҡытыусылары араһында үҙ ке­ше ине. Үҙенең үтә лә ябайлығы, асыҡлығы, ярҙамсыллығы һәм ғәҙел­леге менән мәғариф өлкәһендә абруйлы, тәрән белемле һәм мәғлү­мәтле педагог, ғалим-методист булды. Ул замандаштары, коллегалары һәм дә яҡташтары, ғаиләһе өсөн уҡытыусы-шәхес, республи­кабыҙҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, ғөмүмән, уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы булды. Киләсәк быуын да уның хеҙмәтен ихтирам итер.

 

Рәүеф ШАҺИЕВ, филология фәндәре кандидаты.

 

Учалы ҡалаһы.

Читайте нас