Йәмғиәт
1 Февраль 2022, 13:50

“Беҙ бергә” ирекмәндәре ярҙамға ашыға

Сибайҙар бәлә килгәндә яңғыҙ ҡалмаҫ.

Сибай ҡалаһы хакимиәте сайтынан.Сибай ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Фото:Сибай ҡалаһы хакимиәте сайтынан.

Коронавирустың таралыуының яңы тулҡынына бәйле йәнә ирекмәндәр ярҙамы талап ителә. Улар пандемияның тәүге айҙарында ҡурсаланыуҙа булғандарға һәм “ҡыҙыл зона”ла эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә булышлыҡ ҡылһа, хәҙер хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән ҡала халҡына вакцинация үтеү мөмкинлеген еңеләйтеү өсөн автоирекмәндәргә ихтыяж артҡан. Транспортты урындағы хакимиәт бүлә.

Сибай ҡалаһындағы “Беҙ бергә” ирекмәндәр штабы көн һайын тиҫтә­ләгән шылтыратыу ала һәм ярҙам һо­рап мөрәжәғәт иткәндәр янына ашыға. Улар хроник сирҙәрҙән интеккән 65 йәштән өлкән пенсионерҙарға дарыу­ҙар алып килә, сөнки ололарға хәҙер да­рыу яҙҙыртыу өсөн дауаха­наларға үҙ­ҙәренә барырға рөхсәт ителмәй. Ирек­мәндәр был эште лә үҙ өҫтөнә алған.

Быйылдан штаб эшенә ҡала Советы депутаттары ла ҡушылған. Унда көн һайын береһе дежур итә, көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итешә һәм үҙе лә ирекмәндәр менән бергә эшләй. Мәҫә­лән, Роман Зәйҙуллин, кешеләр һәм ирекмәндәр менән аралашып, бер ыңғайҙан документтарға ҡағылған эш­тәрҙе тәртипкә килтергән, телефондан мөрәжәғәттәргә яуап биргән. Депутаттар дежурлыҡ ваҡытында үҙ авто­мобилдәрен файҙалана. Кәрәккәндә, тейешле урынға алып барып та ҡуя. Ҡала Советы депутаты Роман Зәйҙул­лин дежур иткәндә ирекмәндәргә ике йәшлек ейәнен тәрбиәләгән өләсәй мөрәжәғәт иткән. Улар янына барырға тура килгән. Сабыйҙың әсәһе үткән йәй үк өйҙән сығып киткән, балаһын бер тапҡыр ҙа килеп күрмәгән. Өләсәй вайымһыҙ ҡатынды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итергә һәм пособие юлларға теләй икән. Уның мөрәжәғәте контролгә алынған.

Шулай уҡ штабта ҡала халҡынан кил­гән башҡа ғаризаларҙы ла ҡарай­ҙар, һөҙөмтәлә кемгәлер аҙыҡ-түлек килтереүҙә ярҙам күрһәтәләр, икенсе­ләргә дарыу алып баралар, ҡар та­ҙар­тышалар. Шул уҡ ваҡытта төп йүнәлеш үҙгәрешһеҙ ҡала: ирекмәндәр оло йәштәгеләргә, яңғыҙ ҡалғандарға, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә һәм күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтә.

Ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урын­баҫары Гүзәл Ишемғолова белде­реүенсә, “Беҙ бергә!” штабы изгелекле, битараф булмаған кешеләрҙе бергә туплай. Әле Сибай ирекмәндәре араһында студенттар, хужабикәләр, таксистар, эшҡыуарҙар, депутаттар, чиновниктар бар. Был сафҡа теләге булған һәр кем баҫа ала.

 

Кәримә УСМАНОВА.

Читайте нас