Йәмғиәт
1 Февраль 2022, 14:18

Ер кешеһе яҡлауға мохтаж

Беҙгә бер ниндәй санкция ла ҡурҡыныс түгел, ауырлыҡтарҙы күмәкләп еңә алабыҙ.

Кешелек донъяһы алға ҡарап йәшәүен дауам итә. Бәғзе илдәрҙе сәйәси ыҙғыштар, ҡан ҡойоштар ҙа урап үтмәй. Был тәңгәлдә, шөкөр, Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостаныбыҙ, “тажлы“ зәхмәт алып килгән ауырлыҡтарҙы лайыҡлы үткәреп, тотороҡлолоҡто һаҡлап килә. Эйе, һумдың кинәт кенә арзанайыуы, аҙыҡ-түлеккә, яғыулыҡҡа, коммуналь түләүҙәргә генә түгел, барлыҡ көнкүреш тауарҙарына хаҡтарҙың юғары һикереүе кәйефте ҡыра инде ҡырыуға, әммә сабыр халҡыбыҙ был хикмәтле күренеште лә түҙем ҡабул итә. Ни тиһәң дә, ил иҡтисадындағы бер туҡтауһыҙ дауам иткән реформа, инфляция, көрсөк һымаҡ ғәләмәт хәлдәр беҙҙе тамам сыныҡтырҙы шикелле.

 

Юрғаныңды яурыныңа тартһаң...

 

Уртаса йәшәгән ауыл кешеһенә һирәк-һаяҡ була торған байрам табыны яҡынса күпмегә төшә һуң? Ғәҙәттә, өҫтәлде “Оливье”, “Тунлы сельдь”, “Мимоза” кеүек турамаларҙан, билмән һәм тултырылған ҡаҙ йә тауыҡтан башҡа күҙ алдына килтереүе ауыр. Бөтә был ризыҡтар әллә ни ҡыйбатҡа төшмәй (алдан тоғо менән алып ҡуйылған ондо иҫәпкә алмағанда). Кеше майонез, сельдь һәм консерваланған балыҡ өсөн генә аҡса түләне, тип ҡарайыҡ, башҡа ингредиенттар – үҙ хужалығынан. Сыр, мандарин, лимон, йөҙөм, күрәгә, кәнфит һәм торт, йәнә лә ванилин, ҡәнәфер кеүек тәмләткестәр өсөн мең һум самаһы түләнде, тип фараз ҡылайыҡ. Хәйер, өлгөр хужабикә тортты ла бешерә, сырын да, майонезды ла үҙе яһай. Байрам өҫтәленә әҙерләнгән башҡа ризыҡ та (тултырма, ҡаҙы, бәлештәр) сығым талап итмәй. Кәбеҫтә, ҡыяр, помидор, патиссон, ҡабаҡ, һуған, һарымһаҡ һәм башҡаһы – үҙ баҡсаһынан. Ҡайнатмалар ҙа үҙенеке. Дөйөм алғанда, “Шампан” шарабын да ҡушып, сығымдар ике-өс мең һумдан артмай. Ҡайһылай анһат икән дә ауылда йәшәүе, аҡса ла кәрәкмәй! Бәғзе бер хеҙмәттәштәрем әйтмешләй, ауыл халҡына хаҡтар күтәрелде ни ҙә, төштө ни.

Әммә юғарылағы иҫәп-хисап мәсьәләнең тышҡы, күҙгә күренгән генә яғы. Асылда бөгөн ауылда мал аҫрауы, ҡош-ҡорт тотоуы үтә лә ауыр, шуға күрә юғарыла телгә алынған осһоҙ күренгән байрам өҫтәле бигүк арзандан түгел.

Һүҙҙе өйҙө йылытыуҙан башлайыҡ. Ҡасандыр мәҙхиә йырланған “осһоҙ зәңгәр яғыулыҡ”ты һағынып һөйләргә генә ҡалды. Газ өсөн түләү, әкиәт батырылай, йыллап түгел, көнләп үҫә. Беҙ бөгөн был яғыулыҡ өсөн кеҫәнән айына 2000–4500 һум сығарабыҙ. Кем – йорт ҙурлығына, кем счетчик төрөнә, күрһәткесенә ҡарап. Уға электр уты өсөн хаҡты ла ҡуш. Утындың бер йөгө 6–10 мең һум тора (мунсаһыҙ йәшәп булмай). Бер йылда ике йөк утын кәрәк.

10 бөртөк тауыҡ аҫраһаң, бойҙайы ғына 10-12 тоҡ кәрәк, был инде кәмендә алты мең һум самаһы тәшкил итә. Ауыр эштән көмөрөң сыҡмаһын өсөн аҡтыҡ тинеңде лә сығарып һалырһың. Әммә ереңде һөрҙөрөүгә, орлоҡ алыуға киткән сығым яҡынса ике мең һумға барып баҫа.

Шулай итеп, үҙ өҫтәлеңде генә күҙ уңында тотоп, шәхси хужалығыңдан ниндәй ҙә булһа өҫтәмә килем алыуға өмөтләнмәй йәшәгән ауыл кешеһе йылына 100 мең һумдан ашыу аҡса сығарып һалырға тейеш. Ә инде йылдың-йылы әле ҡыйығыңды, әле тупһаңды, кәртә-ҡураңды, өй тирәһен йүнәтеүгә, он, сәй, шәкәр, ярма, тоҙ, макарон, балыҡ һәм башҡа төр аҙыҡ-түлекте һатып алыуға киткән сығымды иҫәпләһәң, ғаилә килеме 150 меңдән дә кәм булмаҫҡа тейеш.

Ауыл халҡы иһә – эшһеҙ. Шәхси хужалыҡтан аҙ ғына булһа ла төшөм алыу өсөн кәмендә өс-дүрт баш һыйыр тоторға, бесәнде үҙ тракторыңда эшләргә, картуф-маҙарыңды, һөт-ҡаймағыңды үҙ машинаңда һатыуға сығарырға кәрәк. Күпселектең хатта мотоблогы ла юҡ.

“Иң бай кеше — пенсионер” тигән лаҡап та үҙен аҡламай: уртаса пенсия 10 мең һум самаһы тәшкил итә. Юрғаныңды яурыныңа тартһаң — аяғың күренә, аяҡты япһаң — арҡаң өшөй. Аптыранған халыҡ үҙе лә һиҙмәҫтән кредит тотҡонона эләгә, күҙгә күренмәгән проценттары менән йылдар буйы шуны түләп йонсой. Банктарҙың кешене нисек алдауы инде берәүгә лә сер түгел.

 

Яҙылмаған әҫәрҙәрем йоҡо бирмәй

 

Яңғыҙаҡтарға, сирлеләргә, оло йәштәгеләргә йәшәүе нисегерәк икәнлеге хаҡында әйтеп тә тормайым. Уныһы — икенсе тема.

Ярай ҙа, ыҙалап тәрбиәләгән мал-тыуарың теүәл йөрөһә. Һуңғы йылдарҙа ауылда һарыҡ-кәзә лә, һыйыр малы ла күпләп юғала. Шулай инде, кемдер интегеп донъя көтөргә тырыша, ә икенсе берәү әҙергә бәҙер бүтәндәр иҫәбенә быйый. Гонаһтан да, рәнйештән дә ҡурҡмайҙар. Хәҙер ситтән килгән бурҙар ҙа күбәйҙе. Ҡураһындағы мал иҫәбен урлашып ишәйткәндәр ҙә юҡ түгел. Полицияға мөрәжәғәт итеүселәр юҡ тиерлек, сөнки бының файҙаһыҙ икәнлеген белеп бөткәндәр.

Бынан өс йыл ярым элек, ҡапҡа эсенән дүрт баш һыйыр малын, һарыҡтарыбыҙҙы ҡыуып алып сығып киткәстәре, ғариза яҙып ҡараным. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ғаризамды туп кеүек бер-береһенә ырғыта торғас, тамам ялҡтым да ҡул һелтәнем. Шәп адвокат ялларға хәлем дә булманы. Ә енәйәтсе билдәле ине. Тик нәҫел-нәсәбе полиция тирәһенә ныҡлы оялаған. Һуңғараҡ шул уҡ әҙәм йәнә берәүҙең һарыҡтарын үҙләштерҙе, икенсе берәүҙең бесәнен ташып алды. Шулай, закон кем өсөндөр эшләй, кем өсөндөр — бөтөнләй юҡ...

Һыйырһыҙ ҡалғас, һауын кәзәләре үрсетеп ҡараным. Апрелдән октябргә ҡәҙәр уларҙы үҙемә көтөргә тура килде, был малды ауыл көтөүе менән алыҫҡа ҡыуып булмай — һөтө кәмей. Әйткәндәй, кәзә — бик аҡыллы мал, ҡайҙан уға “тиҫкәре” тигән исем тағылғандыр — белмәйем. Тупаҫ өндәшеүҙе, сыбыҡ-сыбыртҡыны яратмай, иркәләп кенә торһаң, үҙе артыңдан ҡалмай.

Ике-өс кәзәне йыл әйләнәһенә кәртәлә тотоп була, тик бер һыйырға етерлек мал аҙығы кәрәк. Кәзәләр ишәйгәс, ҡырҙа көтмәй сараң юҡ. Ике йәй кәзә көтөүҙән әллә ни йонсолманы, әммә баҡсаны тотош ҡый үләне баҫты. Колорадо ҡуңыҙын да ағыулы химикат менән эшкәртергә тура килде, бүтән ваҡытта сүпләп кәметергә тырыша инем. Өҫтәүенә, быйылғы ҡоролоҡ баҡсалағы уңышҡа кире тәьҫир яһаны. Хатта картуф та тауыҡ йомортҡаһынан ҙур булманы. Һөҙөмтәлә ашарға ике тоҡ һәм сәсеү өсөн туғыҙ биҙрә уңышымды һаҡлап ҡала алдым. Былтыр иһә әлеге туғыҙ биҙрәнән 66 биҙрә уңыш йыйғайным.

Быларҙы ни өсөн яҙам? Крәҫтиәндең тормошо уның бөксәңләп бил бөгөүенә, тырышлығына ғына түгел, ә тәбиғәт шарттарына, рәсми ҡанундарға, ауылдаштарына, кеҫә ҡалынлығына, зат-зәүеренең ишле йә ишһеҙ булыуына бәйләнгән. Үҙ миҫалымда быны аңлауы һәм аңлатыуы еңелерәк.

Баҡса күп ваҡыт талап итә, ләкин унһыҙ йәшәп булмай. Мин дә, яңғыҙ мал-тыуар аҫрауҙан ваз кисеп, тулыһынса баҡсасылыҡҡа күстем. Кәртәлә тауыҡтан башҡа йән эйәһе юҡ. Йорт ҡуяны тотоп ҡарарға ине — рәт-сиратын белмәйем. Тыуған ауылым Юлдашҡа барып өйрәнеп тә ҡайттым, барыбер көс етмәҫ һымаҡ.

Ә төндәрен яҙылмаған пьесаларым, шиғыр-хикәйәләрем йоҡо бирмәй, йән әрнеүе булып төштәремә инә… Ләкин яҙмыш мине шундай һынауҙарға дусар иткән икән, һыҡтап ултырыу холҡома ят, яраҡлашырға, көн итергә кәрәк. Унан ауылда барыбер ҙә ышаныслыраҡ кеүек. Картуфты, йәшелсәне, еләк-емеште һатып алмайһың, йомортҡаға хаҡ артыуы әллә ни борсомай, ит-һөттөң дә сифатлыһы эләгә.

Ҡалала ауыл тормошон хатта яҡынса ла күҙ алдына килтерә алмайҙар. “Ауыл ерендә ялҡауланмаған кеше бай йәшәй”, — тип ебәрәләр. Бынан ун йыл элек мин дә шулай уйлай инем. Ауылға ҡайтып, крәҫтиән тормошо менән йәшәй башлауым әлеге иллюзияны “һә” тигәнсә юҡҡа сығарҙы. Әлеге лә баяғы, үҙемдең миҫалда.

Мин ялҡау түгел. Баҡсала мөмкин булған йәшелсә, еләк-емештең барыһын да үҫтерәм. Һыйыр тотҡанда, ҡыҙыл эремсегенә, һөҙмәһенә хәтлем үҙем яһаным. Һауын кәзәһе аҫрағанда ҡымыҙ, сыр үҙемдеке булды.

Яңғыҙ кешегә мал аҫрау еңел түгел, сөнки кескәй генә йомошҡа ла сит ирҙәргә ялынырға тура килә. Аҡыллыларҙан-аҡыллы Ғәлиә өләсәйем әйтмешләй, “ҡатын, ғәйрәтле булып, ҡаҙан ҡайнатмай”. 13 баш тауығым миңә йылына биш-алты мең һумға төшә. Ә бойҙай һаман ҡиммәтләнә. Йомортҡаны һатып алыу яҡшыраҡ түгелме? “Ауылда тауыҡ тоторға ла эшкинмәгән әҙәмдәр бар” тигәнерәк фекер йөрөтә ҡайһы бер журналистарыбыҙ. Эшкинмәгәндән түгел, ә шәхси хужалыҡты тотоу өсөн сығымдарҙың көндән-көн арта барыуы арҡаһында күптәр ҡош-ҡорт аҫрауҙан да баш тарта.

Дөрөҫ, әйтәйек, мин баҡса емешен һатып, күпмелер килем алыр инем кеүек, тик юл хаҡын түләп, ҡала юлын тапау ул килемде сығымға әйләндерәсәк.

 

Сифат аҡһай...

 

Мин иҫ белә-белгәндән илебеҙҙә аҙыҡ-түлек программаһын хәл итеү мәсьәләһе ҡуйыла. Һәм ул мәсьәләнең ошоғаса хәл ителгәне юҡ. Юғиһә Европа менән Америка санкциялары ғына шул дәрәжәлә кеҫәбеҙгә һуға алыр инеме?! Хәйер, ауыл халҡы бер ваҡытта ла еңел йәшәмәне. Элегерәк, бала саҡта, ауыл кешеһенә бер һыйыр, биш тауыҡ ҡына аҫрарға рөхсәт булды. Өҫтәүенә, һәр ғаилә һөт, май, йомортҡа тапшырып теңкәһе ҡороно. Шул һалым арҡаһында халыҡ һыйырлы көйө һөтһөҙ сәй эсте, май-эремсекте һатып алып ашаны. Шулай ҙа колхоз-совхоздар арҡаһында ем, мал аҙығы үткер проблема түгел ине. Эшһеҙҙәр булманы. Дөйөм хужалыҡтар бөтә илде туйындырҙы.

Дөрөҫ, кибет кәштәләре бөгөнгө кеүек һәр төрлө ризыҡтан һығылып торманы, совет кешеһенең рационы ла бер сама ҡалды. Үҙгәртеп ҡороу башланғас, ауыл хужалығына ҡаршы яңы “һуғыш” иғлан ителде: күмәк хужалыҡтарҙы ҡыйратырға тотондолар. Сос әҙәмдәр дөйөм хужалыҡ иҫәбенә йәһәт кенә байып алды.

Ауыл иһә һүнә-һүрелә башланы. Урындағы май эшкәртеү, һөт заводтары, тирмән һәм элеваторҙар, икмәк комбинаттары, ит ризыҡтары етештергән цехтар юҡҡа сыҡты. Мәҫәлән, Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа совет заманында гөрләп эшләп торған предприятиеларҙың береһе лә юҡ бөгөн. Шәхси эшҡыуарҙар үҙ цехтарын аса-асыуға, әммә йыш ҡына улар етештергән продукцияның сифаты аҡһай. Ә бит ҡасандыр соянан түгел, ә иттән яһалған колбаса ла, май-ҡоймаҡ та, хатта кукуруз таяҡсалары ла үҙебеҙҙеке ине.

Ғәжәп, Рәсәйҙә әүәл-әүәлдән булғанды үҫтереү, камиллаштырыу тигән төшөнсәләрҙе инҡар итеп йәшәйҙәр. Мотлаҡ бөтәһен дә төбө-тамырынан юҡҡа сығарырға, ә унан инде ҡоротолған нигеҙ өҫтөндә өр-яңынан система төҙөргә кәрәк, тип иҫәпләй “революционерҙар”. Үҙгәртеп ҡороуҙар ҙа уйлап еткерелмәгән сәйәси аҙым булды. Беҙҙең ил капитализм ҡоролошонда йәшәүгә әҙер түгел ине. Бәлки, СССР-ҙы тарҡатыу, социализмдың аҙмы-күпме ҡаҙаныштарын юҡҡа сығарып, хужалыҡ итеүҙең өр-яңы, беҙҙең өсөн ят алымдарын үҙләштерергә маташыу төптән уйланылмағандыр?

Эшләп килгән предприятиелар, колхоз-совхоздар нигеҙендә лә, хужалыҡ итеү алымдарын камиллаштырып, ауыл кешеһе хаҡында ла хәстәрлек күрергә һәләтле йәмғиәт төҙөргә, заманса үҫеш юлына күсергә, аҙыҡ-түлек программаһын хәл итергә мөмкин ине. Бөгөн күмәк хужалыҡтарҙы тергеҙергә маташалар, ләкин элекке колхоз-совхоз инде булмаясаҡ. Улар урынына ваҡ фермер хужалыҡтарына артабан үҫергә һәм эшләргә мөмкинлек бирмәгән, “дөйөм хужалыҡ” исеме аҫтында шәхси ҡулдарҙа тупланған корпорациялар үҫеп сығыуы бик ихтимал. Ә улар инде К. Маркс иҫкәрткән “кеше тарафынан кешенең иҙелеүен” тәьмин иткән яңы көс булмағайы.

Һуңғы йылдарҙа фермер хужалыҡтарының ҡайһы берҙәренә дәүләт тарафынан һиҙелерлек ярҙам күрһәтелә. Әммә ул ярҙамды күберәк ныҡлап аяҡҡа баҫҡан, инде үҙаллы уңышлы эшләргә һәләтле, бай хужалыҡтар ала. Үҙ эшен ойошторорға теләп тә, бының өсөн “старт капиталы” таба алмаған, йә булмаһа, эште башлап ебәргәс, ҡырылмаһа ҡырҡ ҡаршылыҡты еңә алмаған ваҡ хужалыҡтарға ни эшләргә? Минең күҙәтеүемсә, фермер хужалыҡтары, тәү сиратта, техника етешмәүҙән аптырана. Ауыл хужалығы техникаһы арзан түгел. Күпселеге тоҡомло мал һатып ала алмай: бик ҡиммәт. Ҡайһы бер фермерҙар биш-алты йыл шулай бер урында тапана-тапана ла ҡул һелтәп ҡуя.

Капитализмдың аҙыҡ-түлек программаһын хәл итеүҙә төп көс булған фермерлыҡ хужалығы беҙҙә үҙен тулыһынса аҡлай алмай. Ни өсөн? Беренсенән, капиталистик дәүләт фермерлыҡты үҙ дотацияһында тота. Һалым системаһы ла унда күптән яйға һалынған: ҙур төшөм ала башламайынса, фермер иғәнә түләмәй, алған кредитын да, беҙҙәге кеүек, икенсе көнөндә үк ҡайтарырға керешмәй. Уға нығыныу өсөн кәмендә биш-алты йыл ваҡыт бирелә. Продукция етештереү, уны һатыу тейешле тәртипкә һалынған.

 

Беҙгә сит ил ярҙамы кәрәкмәй

 

Ҡыҫҡаһы, социализмды емерҙек, ә капитализм төҙөй алманыҡ. Дөрөҫөрәге, был системаның иң кире, яман сифаттарын ғына үҙләштерә алдыҡ. Баҙарҙа, магазин кәштәләрендә һәр төрлө ризыҡтың тулып ятыуы аҙыҡ-түлек программаһын хәл итеүҙе аңлатмай. Илдең һәр гражданы әлеге ризыҡты һатып алыуға һәләтле булғанда ғына, беҙ ул программаны үтәнек, тип әйтә аласаҡбыҙ. Урамдарҙа хәйер һорашып торған фәҡирҙәр, кредитын түләй алмай, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар, ҡоро икмәк менән ҡара һыуҙа ултырған балалар, коммуналь хеҙмәткә түләй алмаған өсөн ҡыш уртаһында һыуыҡ өйҙә, хатта бөтөнләй урамда тороп ҡалған кешеләр һаман ишәйә барғанда, ниндәйҙер алға китеш хаҡында “ура” ҡысҡырыуы оло гонаһ, минеңсә.

“Әйҙә эшлә, байы!” тигәнерәк күпте вәғәҙә иткән лозунг менән бер заман ауыл халҡына бирелгән пай ерен крәҫтиән ҡайһылайтып эшкәртһен? Күпселектең бит трактор-комбайны түгел, хатта мотоблогы ла юҡ! Уны алырға аҡсаһы ла. Ҡыҙыҡ өсөн генә булһа ла һораштырығыҙ: ул пай ерен кеше ни эш­ләтте икән? Күбеһе үҙ еренең ҡайҙа­лығын да белмәй, сөнки уны эшкәртә алма­ҫын яҡшы аңлай. Бик һирәктәр, пайҙарын фермерҙарға ҡуртымға биреп, уларҙан көҙөн ем, бесән ала.

Һәр системаның үҫеш ҡанундары бар. Һәр бер ил дә үҙенсә йәшәй һәм үҫешә. Нимәнелер үҙгәртер алдынан халыҡтың менталитетын да, тәбиғәт шарттарын һәм ресурстарҙы ла, социаль үҫеш кимәлен дә, булған мөмкинлектәрҙе лә иҫәпкә алырға кәрәктер. Советтар Союзын тарҡатып, социализмды емереп, ҡиммәттәрҙең ҡиммәтен бөтөрөп, байҙан-бай Рәсәй һаман көрсөк ҡуласаһынан сыға алмай. Ә бер башлаған юлынан тайпылмаған Ҡытай донъя баҙарын баҫып алды.

Бында эш социалистик йә капиталистик үҫеш юлынан барыуҙа ла түгелдер кеүек. Ни өсөн тиһәң, социализм осоронда ла колхозсыларҙың ихтыяжы әллә ни иҫәпкә алынманы. Был йәһәттән совхоздар отош­лораҡ ине, ундағы халыҡ та эшселәр иҫәбе­нә индерелде һәм, колхозсылар менән са­ғыштырғанда, күберәк льготанан файҙа­ланды. Ҡала халҡын туйындырған, кейен­дер­гән меҫкен колхозсының үҙен әҙәмгә һа­наусы булманы, тиһәк тә ярай. Техника, алмаш частар, бүтән кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүҙә лә совхоздарға өҫтөнлөк бирелде.

Колхозсыларҙың бер тин эш хаҡы алмай, “таяҡ”ҡа эшләгән осоро ла, паспорт бирмәгәстәре, бүтән ергә эшкә күсереүҙән йә мәктәптән һуң уҡыуын дауам итеүҙән мәхрүм булған мәлдәре лә — асылда ҡоллоҡтоң бер төрө — инде артта ҡалды, халыҡ иркенгә сыҡты тигәндә, үҙгәртеп-ҡыйратыуҙар башланды. Элегерәк ҡол хәлендә булған ауыл кешеһенә бөгөн тулы “азатлыҡ”: теләһәң — Себергә сығып кит, теләһәң — көмөшкә һемер ҙә эшһеҙ ят. Ә күпме егет-ҡыҙҙарыбыҙ тамаҡ хаҡына эш эҙләп китә...

Бер нимәгә ғәжәп итәм: тота ла көрсөккә һылтаналар. Икмәк-шәкәргә хаҡ артһа ла, газ өсөн түләү күтәрелһә лә (ауыл ерендә бөгөн ул көс еткеһеҙ), бензин-солярка ҡиммәтләнһә лә – иҡтисади көрсөк ғәйепле. Сабыр итегеҙ, йәмәғәт, йәнә ике йыл ғына түҙегеҙ, бөтәһе лә ал да гөл буласаҡ, йәнәһе. Ә бит көрсөк, цунами ише, тәбиғәт бәлә-ҡазаһы түгел. Уны сәйәсмәндәр, иҡтисадсылар, ҡыҫҡаһы, халыҡ мәнфәғәттәренән үҙ кеҫәләрен өҫтөнөрәк ҡуйған юғары ҡатлам яһай. Беҙ шуға ышанған булабыҙ…

Былтыр Рәсәй ашлыҡтан һәм шәкәр сөгөлдөрөнән мул уңыш йыйҙы. Ул уңыш ил халҡын тулыһынса икмәк, макарон ризыҡтары, фураж, орлоҡ, шәкәр менән тәьмин итеүгә етә, тинеләр. Шулай булғас, икмәккә, ярма һәм һалмаға, онға, емгә һәм шәкәргә хаҡтар ни өсөн һаман арта һуң? Мин инде етмешенсе йәште ваҡлайым, әммә үҙ ғүмеремдә нимәгәлер хаҡ төшөүен һис хәтерләй алмайым. Реформаларға, системалар үҙгәртеүгә һәм ил етәкселегенең алмашынып тороуына ҡарамаҫтан. Тимәк, сәбәп төптәрәк ята…

Бына әле йәнә бер закон ғәмәлгә инде. Ул мал-тыуарҙы махсус тәғәйенләнгән урындарҙа ғына һуйыуҙы, эшкәртеүҙе күҙ уңында тота. Тимәк, былай ҙа еңел йәшәмәгән ауыл халҡы өсөн сығымдар, мәшәҡәттәр, ҡағыҙ ығы-зығыһы арта. Бер башмаҡ һуйыуҙың күпмегә төшәсәген күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Унан ит сифаты бермә-бер насараясаҡ. Мал салыуҙың да үҙ серҙәре етерлек. Юҡҡа ғына баҙарҙа мосолман кешеһе һуйған мал итен алырға тырышмайҙар.

Аҙыҡ-түлек программаһын хәл итергә мөмкин. Был йәһәттән беҙгә бер ниндәй сит илдең дә ярҙамы кәрәкмәй, бер ниндәй санкция ла ҡурҡыныс түгел. Бары тик ил етәкселегенең игенселәргә, малсыларға, баҡсасыларға, ауыл хужалығы продукция­һын эшкәртеүселәргә, фермерҙар менән бер рәттән, шәхси хужалыҡтарға ҡарата айырыуса ҙур иғтибары кәрәк. Ғөмүмән, ер кешеһенә эшлекле ярҙам күрһәтеү мөһим.

 

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.

Әбйәлил районы.

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас