

Кисә, 31 ғинуарҙа, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте филиалы – Куйбышев тимер юлы начальнигы Вячеслав Дмитриев менән бергә республиканың баш ҡалаһын Бәләбәй районының Приют ҡасабаһы менән тоташтырасаҡ “Көнбайыш экспрессы” маршрутын асыу тантанаһында ҡатнашты.
“Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы”ның генераль директоры Антон Гармаш белдереүенсә, заманса электр поезы составына 361 урынлыҡ дүрт вагон инә. Өфөнән “Көнбайыш экспресс” 18.58 сәғәттә юлға сыға. Юлға 2 сәғәт 58 минут ваҡыт китә. Сағыштырыу өсөн: Силәбе – Мәскәү поезы был участканы 3 сәғәт 39 минутта үтә. Юлда Дим, Шишмә, Дәүләкән, Раевка, Шафран, Аксаков станцияларында туҡталыштар ҡаралған. Приюттан “Көнбайыш экспрессы” 5:54 сәғәттә юлға сыға һәм Өфөгә 8:52 сәғәттә килеп етә.
Приют ҡасабаһына тиклем билет хаҡы 466 һум тәшкил итәсәк. Шул уҡ ваҡытта федераль һәм төбәк льготалары ла ғәмәлдә, шул иҫәптән уҡыусылар һәм студенттар өсөн.
Тиҙ йөрөүсе ҡала яны поезында бөтә уңайлылыҡтар бар: заманса мәғлүмәт таблоһы, һауаны зарарһыҙландырыу менән микроклимат системаһы, салондарҙа һәм тамбурҙарҙа видеокүҙәтеү. Пассажирҙар "Бортта Wi-Fi” хеҙмәте менән файҙалана аласаҡ.
Тиҙҙән “Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы” был маршрутта “Ҡарлуғас” поезын ебәрергә һәм пассажирҙар өсөн өҫтәмә сервистарҙы үҫтереүҙе дауам итергә ниәтләй.
– “Рәсәй тимер юлдары”ндағы коллегаларыбыҙға һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеүҙәре өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Берлектә “Көньяҡ экспресс”ты Күмертауға тиклем ебәрҙек, ә һуңынан уны Ырымбурға тиклем оҙайттыҡ. Поезд бик кәрәкле булып сыҡты, – тине Радий Хәбиров. – Хәҙер уңайлы экспресс пассажирҙарҙы Приюттан, Раевканан, Дәүләкәндән һәм Шишмәнән Өфөгә тиклем һәм кире алып барып еткерәсәк. Киләсәктә көнсығыш йүнәлешендә Белоретҡа тиклем ошондай уҡ уңайлы юғары тиҙлекле пассажир поезы ебәрергә ниәтләйбеҙ. Республикабыҙ “Рәсәй тимер юлдары” менән берлектә транспорт системаһын яҡшыртыу өҫтөндә эшләүен дауам итәсәк.
– Башҡортостанда яңы маршруттар асыу һәм ебәреү матур йолаға әүерелә. “Көнбайыш экспресс” – республика халҡы өсөн күптән көтөлгән проект, башҡа транспорт төрҙәренә бик яҡшы альтернатива, – тине Куйбышев тимер юлы начальнигы Вячеслав Дмитриев. – “Рәсәй тимер юлдары” Башҡортостан менән төрлө йүнәлештәрҙә уңышлы хеҙмәттәшлекте артабан да үҫтерәсәк.
“Көнбайыш экспрессы” юлға сыҡҡанға тиклем Радий Хәбиров һәм Вячеслав Дмитриев “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә ҡала яны хәрәкәтенең беренсе ҡатын-ҡыҙ машинисы, поезд машинисы Алена Миронова менән аралашты.
Алёна Өфө тимер юл транспорты техникумын “техник-электромеханик” һөнәре буйынса тамамлаған. Һуңынан ярты йыл Екатеринбургта электр поезы машинисы ярҙамсыһына уҡый, ә 2021 йылда “Рәсәй тимер юлдары” профессиональ квалификациялар үҙәгенең Лихобор бүлексәһендә электр поезы машинисына уҡый. Бер йыл элек ул машинист ярҙамсыһы булып эшләй башлаған.
– “Көнбайыш экспресс” поезы менән “Рәсәй тимер юлдары”нда тәүге ҡатын-ҡыҙ-машинист идара итәсәге бик әһәмиәтле, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ яҡташыбыҙ Алёна Миронованы ҡотлайбыҙ. Уға аварияһыҙ яҡшы юл теләйек.
Алёна Миронова республика етәксеһенә йылы теләктәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.