

Заманса йыһазландырылған фельдшер-акушерлыҡ пункты – ауыл биләмәләре өсөн бик кәрәкле социаль объект. Ул элек-электән ауыл кешеһе өсөн төп дауалау учреждениеһы булып торған һәм әле лә шулай. Ә ауыл фельдшеры – урындағы халыҡтың күҙ терәп торған таянысы.
Бөгөн һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһе бигерәк тә көнүҙәк. Шуға ауылдарҙа тулыһынса санитария талаптарына яуап биргән, тейешенсә йыһазландырылған фельдшер-акушерлыҡ пункттарының булыуы зарур. Стәрлебаш районының Йәшергән һәм Һарайҫа ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттарының асылыуы көтөлә. Был яңы медицина ойошмаларында пациенттарға сисенеү, ҡабул итеү, процедуралар яһау өсөн айырым бүлмәләр ҡаралған. Бынан тыш, дарыуҙар, медицина ҡалдыҡтарын һаҡлау, стерилләү бүлмәләре барлыҡҡа киләсәк. Бында медицина ярҙамы һорап килгәндәр өсөн башҡа уңайлыҡтар ҙа булдырыласаҡ. Уларҙың барыһы ла “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендәге “Беренсе медицина-санитария ярҙамының үҫеше” федераль проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсе звеноһын заманлаштырыу” төбәк программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин буласаҡ. Был киң масштаблы проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса атҡарыла.
Подрядсы ойошма, Йәшергән һәм Һарайҫа ауылдарындағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөп бөтөп, эске биҙәкләү эштәренә тотонған. Улар быйыл барлыҡ төҙөлөш һәм монтажлау эштәрен тамамларға, кәрәкле ҡорамал менән йыһазландырырға һәм файҙаланыуға тапшырырға уйлай. Тимәк, республикалағы тағы ике ауыл халҡының күптән көткән уй-хыялы тормошҡа ашасаҡ.
Айһылыу НИЗАМОВА