

Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы тәғәйенләүҙе иғлан итеүҙән башланы. Профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Вил Тимербулатов Башҡортостан Башлығының һаулыҡ һаҡлау буйынса кәңәшсеһе тип тәғәйенләнде.
Был туралағы ҡарарға 29 ғинуарҙа ҡул ҡуйылған. Ул был вазифала бушлай эшләйәсәк.
Кәңәшмәлә йәнә бер һәйбәт яңылыҡ билдәле булды. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының элекке начальнигы Марат Вәхитов Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Ул уҙған аҙнала Мәскәүҙәге федераль һалым хеҙмәте органына эшкә күскәйне.
– Бында уңышҡа өлгәшкән кешеләребеҙҙең федераль Хөкүмәттә лә кәрәк булыуына ҡыуанабыҙ. Марат Вәхитов 12 йыл беҙҙең һалым инспекцияһы етәксеһе булды. Ул ошо ваҡытта һөҙөмтәле электрон платформа булдырҙы, матди базаны яңыртты, электрон документ әйләнешен индерҙе, – тине Радий Хәбиров.
Сир ҙур тиҙлек менән тарала
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда 31 ғинуарҙан алып өлкәндәр поликлиникалары иртәнге сәғәт 7.30-ҙан киске 22 сәғәткә тиклем эшләй башларға тейеш ине. Был коронавирустың яңы “омикрон” штамы килеүенә бәйле. Асыҡланыуынса, был сир бик тиҙ йоға, әммә сағыштырмаса еңел үтә. Шуға күрә ҙур көс амбулатор звеноға – поликлиникаларға төшә.
Ошоларҙы иҫәптә тотоп, шәмбе коронавирусҡа ҡаршы оператив штаб ултырышында поликлиникаларҙың эш сәғәтен оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Шулай уҡ поликлиникалағы табиптарға ярҙамға медицина уҡыу йорттары студенттары һәм ординаторҙары сығасаҡ тип уйланылғайны. Әммә Радий Хәбиров белдереүенсә, был эш бөгөн насар башҡарылған.
– Миңә иртә таң менән хәбәрҙәр килә башланы. Поликлиникаларға медицина университеты студенттары һәм ординаторҙары сыҡмаған. Бәлки, был ойоштороу эштәре менән бәйлелер, тик мәсьәләне яйға һалырға кәрәк, – тине ул.
Шулай уҡ төбәк етәксеһе белдереүенсә, ҡайһы бер поликлиникалар хатта ваҡытында асылмаған. Таң менән Өфө һәм Иглин райондары, Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары поликлиникалары янында тышта сираттар күҙәтелгән.
– Кешеләр поликлиникала тышта сиратта торорға тейеш түгел. Ярай әле бөгөн урамда минус 20 градус түгел, әгәр ҙә һыуығыраҡ булһа? 25-әр кеше тышта торған, тип хәбәр итәләр. Былай булырға тейеш түгел, мәсьәләне тиҙ арала хәл итегеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларындағы хәлдәр тураһында мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөйләне. Уның белдереүенсә, әлеге ваҡытта 25 мәктәп коронавирус сәбәпле дистанцияла уҡыуға күсерелгән. Уларҙың 20-һе Өфө ҡалаһы һәм Өфө районында. Дөйөм алғанда, 445 мәктәптә 2267 класс әлеге ваҡытта карантинға ябылған.
Башҡортостанда бөгөнгә ҡарата 3329 мәктәп уҡыусыһы COVID-19 менән сирләй. Был – дөйөм уҡыусылар һанының 0,67 проценты.
– Республиканың бөтә мәктәптәрен дә карантинға күсереү өсөн нигеҙ юҡ. 63 муниципалитеттың етәүһендә генә сирләгән балалар һаны 100 кешенән артығыраҡ, – тине Айбулат Хажин.
Балалар баҡсаларына килгәндә, министр белдереүенсә, әле 370 тәрбиәләнеүсенең сирләүе билдәле. Урта һөнәри белем биреү студенттары араһында сирләгәндәр ҙә арта башлаған.
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак белдереүенсә, әле республикала ковид буйынса хәлдәр үтә көсөргәнешле.
– Әммә сирҙең ауырлығы үҙгәрҙе – уртаса ауырлыҡта, еңел һәм билдәһеҙ үткәреүселәр күбәйҙе. Балалар учреждениеларында ауырыуҙың көсәйеүен дә контролдә тотабыҙ. Балалар түңәрәктәргә, секцияларға бармаһын, сауҙа үҙәктәрендә булмаһын. Был хаҡта ата-әсәләр менән һөйләшергә, улар араһында аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк, – тине ул.
Шул уҡ ваҡытта киҫкен респиратор инфекциялар һәм киҙеү менән сирләү осраҡтары ла бермә-бер артҡан. Үҫеш 92,5 процент тәшкил итә, дауаханаларға һалыу 40 процентҡа күбәйгән.
– Был осраҡта күберәге өлкәндәр сирләй, шул уҡ ваҡытта 7 – 14 йәшлек сирләгән балалар һаны ла арта. Дауахананан тыш пневмония менән сирләгәндәр кәмей башланы. Тимәк, кешеләр ваҡытында медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итә, диагностика ла ваҡытында яһала һәм сир һуңғы сиккә тиклем барып етмәй, – тине ул.
Етәксе тағы бер шомло хәл тураһында хәбәр итте. Башҡортостанда бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән сирләгәндәр артҡан. “Ғинуарҙа “сысҡан биҙгәге” менән 22 осраҡ теркәлгән. Был алдаға ике йыл менән сағыштырғанда күберәк”, – тине ул.
Анна Казак белдереүенсә, быйыл ҡыш йылы, ҡар ҡатламы ҡалын, шуға күрә сысҡандар күп буласаҡ тип күҙаллана. Яҙ миҙгеленә был йәһәттән ныҡлы әҙерләнергә кәрәк, тине ул.
Кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа бәйле һуңғы яңылыҡтарҙы ишеттерҙе.
Уның белдереүенсә, Башҡортостанда вакцина яһатырға тейеш кешеләрҙең 95 проценты был ғәмәлде үтәгән. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, планды үтәр өсөн ни бары 100 мең самаһы кешегә прививка яһатырға ҡалған. 300 меңдән ашыу кеше ревакцинация үткән. Үҫмерҙәр араһында 459 кеше “Спутник М” вакцинаһын һалдырған.
Башҡортостанда пандемия башланғаны бирле коронавирус диагнозы 132078 кешегә ҡуйылған. Министр белдереүенсә, әле республика әүҙем эпидемиологик үҫеш фазаһын кисерә. Бер аҙна эсендә сирләй башлағандар һаны 100 процентҡа артҡан. Дауаханаларҙа 192 пациент ята, 44-енең хәле ауыр, улар реанимация бүлексәһендә.
Спортсыларыбыҙҙан еңеүҙәр көтәбеҙ!
Оҙаҡламай Пекинда XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындары башлана. Унда беҙҙең Башҡортостан спортсылары ла ҡатнашасаҡ. Улар тураһында республиканың спорт министры Руслан Хәбибов һөйләне.
Һуңғы ике тиҫтә йылда Башҡортостан илдә төп спорт төбәктәренең береһе булараҡ үҙенең абруйын нығытты. Күптән түгел генә Японияла Олимпия һәм Паралимпия уйындары еңеүселәрен һәм призерҙарын ҡотланыҡ, унда Башҡортостан спортсылары 14 миҙал яуланы (Олимпиада программаһында ике миҙал һәм Паралимпияла – 12 миҙал).
4 февралдән 20-һенә тиклем Ҡытайҙың баш ҡалаһы Пекинда быйылғы Олимпия ҡышҡы уйындары үтәсәк. Унда 109 миҙал тупланмаһы хужаларын табасаҡ. Яңы дисциплиналар бобслей, шорт-трек, фристайл, трамплиндан саңғыла һикереү һәм сноуборд буйынса ярыштар программаһына индерелгән.
– Һайлап алыу ярыштары һәм тест күнекмәләре йомғаҡтары буйынса милли Олимпия йыйылма командаһына Башҡортостандан 13 вәкил, шул иҫәптән Рәсәй Биатлонсылар союзы тарафынан беренсе запастағы Антон Бабиков инде. Шулай итеп, биатлонсы Эдуард Латипов, бобслейсылар Юлия Беломестных, Ростислав Гайтюкевич, шорт-трек буйынса Семен Елистратов Пекинға барасаҡ, – тине министр.
Хоккей буйынса ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составына “Ағиҙел” командаһынан ете вәкил – Вероника Коржакова, Илона Маркова, Мария Печникова, Мария Сорокина, Анна Шибанова, Ольга Сосина һәм запастағы Полина Лучникова ингән. Хоккей буйынса ир-егеттәр йыйылма командаһына запастағы булараҡ “Салауат Юлаев” хоккей клубы вәкиле Александр Кадейкин индерелгән.
Беҙҙең спортсылар араһында илебеҙҙең иң көслө спортсыларын билдәләргә була. Улар – биатлонда Эдуард Латипов, шорт-тректа Семен Елистратов, скелетонда Александр Третьяков, бобслейҙа Ростислав Гайтюкевич.
– Спортсыларыбыҙҙың халыҡ-ара ярыштарҙағы уңыштары республикабыҙ артабан да Рәсәй һәм халыҡ-ара спорт ареналарында үҙенең спорт абруйын нығытыр тигән ышаныс бирә, – тине Руслан Хәбибов. – Осраҡ менән файҙаланып, Радий Фәрит улы, хакимиәт башлыҡтарына реклама кампанияһы өсөн тәҡдимдәр һәм тейешле материалдар ебәрелде, тип хәбәр итәм. Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостан спортсыларына ярҙам итеү маҡсатында мәғлүмәт кампанияһын ойоштороуҙа ярҙам итеү үтенесе менән уларға мөрәжәғәт иткем килә.
Был йәһәттән министр, урамда, видеоэкрандарҙа һәм башҡа реклама конструкцияларында баннерҙар урынлаштырырға, спортсыларыбыҙ ҡатнашасаҡ ярыштарҙы мәғлүмәти яҡтан тиҙ яҡтыртырға кәрәк, тине.
Транспорт системаһы иғтибар талап итә
Кәңәшмәлә юлдарҙағы хәлдәргә, транспорт системаһына ҙур иғтибар бүленде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҡын арала башланасаҡ ҙур ремонт эштәре тураһында хәбәр итте. Етәксе улар тураһында халыҡҡа алдан уҡ мәғлүмәт бирергә кәрәклегенә баҫым яһаны.
Шулай, мәҫәлән, 1 марттан Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күпер ябыласаҡ.
– Беҙ күперҙәр араһында өҫтәмә күперҙе төҙөп бөттөк һәм 1956 йылда һалынған иҫке күперҙе тулыһынса реконструкциялау эшенә тотонорға әҙербеҙ. Был турала йәмәғәтселеккә ваҡытында хәбәр итеүегеҙҙе һорайым. Марттан аркалы күпер 30 айҙан ашыуға ябыла, беҙ 2024 йылдың уртаһына тиклем бөтә эште тамамларға тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ике күпер араһына өҫтәмәһен эшләгәс, халыҡ хәрәкәт менән проблемаларҙы һиҙмәҫкә тейеш. Ни бары бер генә һыҙатҡа кәмейәсәк.
Шулай уҡ Радий Хәбиров тағы бер ҙур ремонт тураһында хәбәр итте. Яҙ көнө Өфөлә Пугачев урамында төҙөкләндереү башланасаҡ.
– Яҙын “Өфөнөң көньяҡ ҡапҡалары” тип аталған ҙур проектты тормошҡа ашыра башлаясаҡбыҙ. Бында Пугачев, Рыленко һәм башҡа урамдар инә. Хәҙерҙән үк кешеләргә аңлатыр кәрәк: был урам оҙаҡ ваҡыт ябыҡ буласаҡ. Транспорт министрлығына хәрәкәт өсөн урау юлдар табырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Башлыҡ әйтеүенсә, кешеләргә бер ни тиклем уңайһыҙлыҡтар булдырмай тороп, яҡшы транспорт инфраструктураһын булдырып булмай. Шуға күрә әҙерәк түҙергә тура киләсәк.
Кәңәшмәлә “Өфө” халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев сығыш яһап, республикабыҙҙың 2021 йылдағы һауа ҡапҡалары эшенә йомғаҡ яһаны. Мәҫәлән, аэропорттың ике терминалы ла бер комплексҡа берләштерелде.
Эске һауа линияларының яңы терминалы сафҡа индерелгәс, терминал комплексы майҙаны 29106 квадрат метрға тиклем, пассажирҙарҙы үткәреү һәләте ике тапҡырға – сәғәтенә 1200-гә тиклем артҡан.
– Бындай шарттарҙа “Өфө” аэропорты пассажирҙар ағымын бер нисә йыл дауамында сикләүһеҙ арттыра аласаҡ, – тине Андрей Андреев.
Быйыл Омск, Пермь, Воронеж, Силәбе, Иркутск, Наманган, Нур-Солтан, Алматы, Тель-Авив һәм Вена ҡалаларына яңы рейстар башҡарыу күҙаллана.
Транспортҡа ҡағылышлы тағы бер тема менән “НефАЗ” предприятиеһының генераль директоры Владимир Курганов сығыш яһаны. Ул предприятиеның эшмәкәрлеге һәм үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләне.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.